Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Май 2021, 09:00

Йәшлек дәрте әле һүнмәгән

Беҙҙең ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ Клара Мидихәт ҡыҙы Дистановаға 22 майҙа 80 йәш тула. Ысын күңелдән уны ошо күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ул 1941 йылда Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуң да еңел булмаған йылдарға тура килә. Ғаиләлә иң өлкәне булғанлыҡтан, бар хужалыҡ эштәре, һеңлеләре һәм ҡустыларын ҡарау уның иңенә төшә. Ата-әсәһе, ал-ял белмәй, күп эшләй.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ мәктәпте уңышлы тамамлай. Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында заводта бер йыл эшләгәндән һуң, Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. Йүнәлтмә буйынса бер нисә йыл Әләгәҙ мәктәбендә математика фәненән уҡыта. Тормошҡа сығып, ире менән Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә.
40 йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Уның уҡыусылары, ата-әсәләр, әле лә уны хөрмәтләп, иҫкә алып, байрамдар менән ҡотлай, ҡунаҡҡа килә.
Беҙҙең әсәйебеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ! Уның әле лә күңелендә йәшлек дәрте һүнмәгән. Бөгөн дә тулы һәм сағыу тормош көтә. Ул “Зөбәржәт” фольклор ансамбле составында сығыш яһай. Ансамбль – төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәр еңеүсеһе, лауреаты.
Уның яратҡан шөғөлө – скандинав йөрөшө. Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, таяҡтарын алып, хәрәкәт итергә сыға. Урманға барыу уның өсөн оло кинәнес, еләк, еләк япраҡтарын, көртмәле, мәтрүшкә йыйырға ярата. Һуңынан беҙҙе хуш еҫле һәм тәмле сәйе менән һыйлай. Әсәйемдең ярат-ҡаны һәм ғорурлығы – төрлө төҫтәге, төрлө төрҙәге сағыу сәскәләре. Уларҙы үҙенең баҡсаһында ҙур теләк менән үҫтерә һәм тәрбиәләй.
Ҡәҙерле әсәкәйебеҙ!
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркөлә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Улың Илдар, ҡыҙҙарың Эльвира, Эльза, киленең Эльвира, ейәнең Рөстәм
һәм киленең Әлфинә, бүлә-бүләсәрҙәрең Әмир, Айлина, ейәнсәрең Элина һәм кейәүең Айҙар, кейәүең Илдар, ейәнсәрең Камила, ейәнең Тимур.
* * *
Хөрмәтле класс етәксебеҙ КЛАРА МИДИХӘТ ҡыҙы ДИСТАНОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Беҙ Һеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һеҙҙең янығыҙҙа һәр ваҡыт хөрмәт итеүсе яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуығыҙ һеҙҙең йөҙҙән бер ваҡытта ла китмәһен!
Иң изге теләктәр менән 1995 йылғы сығарылыш уҡыусылары.
* * *
Хөрмәтле коллегам КЛАРА МИДИХӘТ ҡыҙы ДИСТАНОВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайым.
Тыуған көнөң менән тәбрикләйем,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп!
Изге теләктәр менән
Ирина Ивановна Дремина.