Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Май 2021, 11:00

Бәхетле ҡартлыҡ

Ошо көндәрҙә, 22 майҙа, Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Нурғатия Вәлинур ҡыҙы Дәүләтйәнова 95 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

95 йәште ҡаршылау үҙе ҙур бәхет. Уйлаһаң, күпме һыуҙар аҡҡан, күпме матур яҙҙар килгән. Бигерәк тә – быйылғы сәскәләргә күмелгән матур яҙҙа үҙеңдең тыуған көнөңдө ҡаршылау. Бәхеттең сере матур ғаилә ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереп, яратҡан эшең, туғандарың, дуҫтарың булыуы һәм тыуған ереңә файҙалы, кәрәкле кеше булып йәшәүҙәлер.
Уның бала сағы, йәшлек йылдары тыуған яғы Ҡариҙел районында үтә. 1948 йылда яҡташы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Дәүләтйәнов Абзал менән танышып, матур туй яһап, өйләнешәләр. Абзал ағай урман хужалығына урынлашып, ал-ял белмәй тырышып эшләй. Кәләше Нурғатия ла өйҙә тик ултырмай – төрлө эшкә йөрөй. 1949 йылда ҡыҙҙары Йәүһәрә донъяға килә.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, бер таныштары йәштәрҙе Мәсетле районына эшкә саҡыра. Улар, күп уйлап тормай, риза булып күсенеп килә. Ул йылдарҙа игенселек, малсылыҡ менән дан ҡаҙанған “Серп и молот” колхозына эшкә урынлашалар. Килгәндәренә үкенмәйҙәр, сөнки торлағын да, эшен дә бирәләр. Дәүләтйәновтар юғары күрһәткестәргә ирешеп эшләй.
– Ул ваҡытта колхоз етәксеһе Крючков Иван Павлович ине, кешелекле, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы, – тип хәтерләй ул.
Тормош иптәше менән татыу ғүмер кисерәләр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, белем алырға ярҙам итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 1997 йылда фани донъяларға күсә.
– Иремдән уңдым, сөнки аҡыллы, эшкә уңған, миңә хәстәрлекле ир, балаларға иғтибарлы атай булды, – тип иҫкә ала Нурғатия Вәлинур ҡыҙы.
Бөгөн ул ҡыҙы Фәнзиә һәм кейәүе Валерьян тәрбиәһендә, хөрмәттә һәм ҡәҙерҙә донъя көтә. Балаларын һәм ейәндәрен ышаныслы терәк тип иҫәпләй.
Нурғатия Вәлинур ҡыҙының оҙон, ауыр, әммә яҡты тормош юлы хөрмәткә лайыҡ. Һуғыш һәм унан һуңғы ҡатмарлы йылдар булыуына ҡарамаҫтан, матур тормош ҡороп, лайыҡлы балалар тәрбиәләп, намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, балалары һәм туғандары өсөн кәрәкле, яҡын кеше булып ҡалды. Матур, оҙон ғүмер кисереүенең сере, моғайын да, ошондалыр.
Уға ныҡлы һаулыҡ, ҡояшлы матур көндәр теләйем!
Ғәлиә МӨБӘРӘКШИНА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.