Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Май 2021, 09:00

Һиңә ҡарап һоҡланабыҙ

Ер йөҙөндә ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле инәйем Рауза Фазыл ҡыҙы Сисәнбаеваға 20 майҙа 90 йәш тула.

Ул ергә һулыш өргән яҙҙың аҡ сәскәле матур айында Мәсетле районының Бурансы ауылында тыуған. Бала һәм үҫмер сағы һуғыш ваҡытына, унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Ул бәләкәйҙән бик эшсән, егәрле, талапсан, өлгөлө ҡыҙ булып үҫә. Оҙайлы һуғыш йылдарынан һуң колхозды аяҡҡа баҫтырыу эшенә ололар менән бер рәттән үҙ өлөшөн индерә. Ураҡ тотоп арыш ура, көлтә бәйләй, бойҙай һуға, сөгөлдөр утай, мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша.
8 класс тамамлап, Өфө ҡалаһына ашнаҡсыға уҡырға инә. Уҡып бөткәс, эшкә ҡала, ә ике йылдан ауылға ҡайта һәм Әбдрәхим ауылы егете Ғилмейәнға кейәүгә сыға. Йәш, дәртле йәштәр икеһе лә МТС-ҡа эшкә китә. Унда ла инәйем, эшселәргә тәмле аштар бешереп, рәхмәт һүҙҙәрен генә ишетә. МТС тарҡалғандан һуң Свердловск өлкәһенең Североуральский ҡалаһында дүрт йыл эшләй-ҙәр. Әммә тыуған яҡ үҙенә тарта һәм улар, кәңәшләшеп, Йоносҡа ҡайтып төпләнәләр. Йонос мәктәбендә 30 йыл уҡыусыларҙы тәмле аштары менән һыйлай. Яҡшы эшләгәне өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары бик күп. Һәр мәҙәни сарала, спорт ярыштарында ҡатнаша, йәмәғәт эшендә лә әүҙем булды. Мөхәббәт емештәре булып ике ҡыҙ, бер улдары донъяға килә. Улар беҙҙе уҡытып, һөнәр биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Бөгөнгө көндә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең матур донъяларына, эштәренә кинәнеп, шатланып йәшәй.
Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһә лә бер ваҡытта ла юғалып ҡалманы инәйем. Үҙенең тырышлығы менән тормошта осраған кәртәләрҙе йырып сыға белде. Беҙҙең өсөн бар эштә һәр ваҡыт үрнәк, өлгө булды ул. Инәйем менән ғорурланам, уға һоҡланам.
Бөгөн, 90 йәшен ҡаршылағанда ла, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәләрем тип, улар өсөн өҙөлөп тора, аяҡтарына ойоҡбаштар бәйләп, уларҙы хәстәрләй. "Ҡартайған көнөмдә балаларымдың түр башында шатланып ултырам, шөкөр. Донъялар тыныс булып, бәхетле ҡартлыҡ бирһен" – тип, изге Ҡөрьән китабын уҡып, доғалар ҡыла.
Изге уйҙарың, доғаларың тормошҡа ашып, тағы ла ғүмерең булып, бергә шатлыҡта йәшәргә яҙһын, ҡәҙерле инәкәйем!
Гүзәл ЗИННӘТУЛЛИНА,
Әбдрәхим ауылы.
* * *
Әбдрәхим ауылында йәшәүсе инәйем, әңкәйебеҙ РАУЗА ФАЗЫЛ ҡыҙы СИСӘНБАЕВА ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейлы тыуған көнөн билдәләй. Саф, аҡ, киң күңелле инәйебеҙ, әңкәйебеҙ яҙҙың иң хозур сағында, бар ғаләм ап-аҡ сәскәләргә күмелгән мәлдә – 1931 йылдың 20 майында – Мәсетле районы Бурансы ауылында донъяға килгән. Ҡәҙерле инәйемде, әңкәйебеҙҙе ошо олпат юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: сәләмәт бул, көндәрең аяҙ, һаулығың ныҡ булһын.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, беҙгә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын оҙаҡ йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙы Гүзәл, ейәндәре Илнур, Илдус, Илгиз,
килендәре Ләйсән, Илмира, бүлә-бүләсәләре Ислам, Илгизәр, Илгизә, Илвина, Илдан, Илсөя, Нурзилә.