Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Май 2021, 16:15

Бәхетле бул, ҡәҙерлебеҙ!

17 майҙа Фәғимә Яҡупова күркәм юбилейын билдәләне.

Фәғимә Мәғәмүр ҡыҙы хозур тәбиғәтле Мәсетле районы Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкән. Уның бала сағы дуҫтары, әхирәттәре менән Әй йылғаһы буйында балыҡ ҡаптырып, урманда еләк-бәшмәк йыйып уҙған.
Ул биш бала араһында икенсе булып донъяға килә. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – 90 йәшкә тиклем йәшәне. Ғаилә башлығы яуҙа саҡта, әсәһе балаларҙы бер үҙе тәрбиәләй, донъя йөгөн бер үҙе тарта. Аслыҡ булыуына ҡарамаҫтан, балаларын матур итеп үҫтерә. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда эшләй, балаларын да хеҙмәткә өйрәтә. Шуның өсөн дә Фәғимә Мәғәмүр ҡыҙы тырыш, уңған ҡыҙ булып үҫә. Атаһының нисек балыҡ тотоуын, ул балыҡтарҙы биҙрәләп Яраҫтау һәм Сальевка ауылдарына йәйәү алып барып һатҡандарын иҫләп һөйләй.
Әсәйебеҙ йәш сағында Карл Маркс исемендәге колхозда эшләй. Аҙаҡтан 12 йыл фермала һыйыр һауа. Эш ауыр: ҡул көсө талап ителә, ауыр әйберҙәр күтәрергә тура килә, иртә таңдан тороп, һуң ғына ҡайтыла. Әммә ул йылдар кешеләре ныҡлы, ныҡышмалы була һәм дөйөм эшкә өлөш индереүҙәрен яҡшы аңлай. Шулай итеп, Фәғимә Яҡупова бар көсөн колхозға биреп хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл клубында һәм конторала йыйыштырыусы булып эшләй.
Уның тормош иптәше Фәрил Фәттәх улы ла 44 йыл колхозда хеҙмәт итә. Эшендә уны яраталар һәм хөрмәт итәләр. Ул бер нисә тапҡыр социалистик ярыштарҙа еңеүсе һәм коммунистик хеҙмәт ударнигы тип табыла, ауыл Советына депутат итеп һайланды. Намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булды.
– Беҙҙе, йәштәрҙе, һәр ваҡыт иң ауыр участоктарға ебәрҙеләр, – тип һөйләй хужабикә. – Әммә беҙ эштән ҡурҡманыҡ. Ул ваҡытта яҙмышыбыҙ колхоз менән ныҡлы бәйле икәненә ышана инек.
Ғаилә татыулыҡта, үҙ-ара аңлашып, килешеп йәшәй. Әммә Яҡуповтарға ҙур һынауҙар аша ла үтергә тура килә – улар ике балаларын юғалта, ә уҙған йылда, ҡаты сирләгәндән һуң, ғаилә башлығы ла донъя ҡуя.
Фәғимә Мәғәмүр ҡыҙы – сыҙамлы ҡатын-ҡыҙ, иренең һуңғы көнөнә тиклем уны тәрбиәләй. Туғандары һәм күршеләре лә ярҙам ҡулы һуҙа. Үҙ иңенә төшкән һынауҙарҙы бирешмәй, яҡындары, ҡыҙы ярҙамы һәм хәстәре менән уҙғара.
Беҙҙең ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФӘҒИМӘ МӘҒӘМҮР ҡыҙы ЯҠУПОВА-ны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, ҡыуаныслы көндәр, яныңда һине яратҡан кешеләрең булыуын теләйбеҙ. Бәхетле бул, ҡәҙерлебеҙ.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юбилейың – байрамың.
Кескәй генә һиңә бүләгебеҙ –
Изге теләктәрҙең бәйләме.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Һине яратып ҡыҙың, кейәүең
һәм ейәнсәрең.