Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Март 2021, 14:00

Яҡшы кеше тураһында һүҙ

8 мартта һоҡланғыс ҡатын, һөйөклө тормош иптәше, әсәй-өләсәй, педагогик хеҙмәт ветераны Надежда Павловна Корлыханова 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Район үҙәгендә уны күптәр белә. Ул изге һәм яҡты күңелле кеше. Балалар тәрбиәләү эшендә хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы педагогик эшмәкәрлеккә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай. Хеҙмәт юлын “Светлячок” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Унда 4 йыл эшләгәндән һуң, 1981 – 2012 йылдарҙа 1-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡыта, завуч вазифаһын алып бара. Барлығы алты класс сығара ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ете йыл балаларҙы мәктәпкә әҙерләй. Ул – мәғариф алдынғыһы һәм хеҙмәт ветераны.
Был дәртле, ижади, уйлап сығарыуға оҫта ҡатын бер минут та тик тормай: һәр ваҡыт хәрәкәттә, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара.
Юбилейы уңайынан уны уҡыусылары, коллегалары, дуҫтары һәм туғандары ҡотлай.
Гөлнара Ватолина, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары: “Миңә Надежда Павловна класында уҡыу бәхете тейҙе.
Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡығанда мин педагогик практиканы Надежда Павловна етәкселегендә үттем. Ул тыныс ҡына итеп миңә барыһын да аңлатты. Уның ҡул аҫтында практика үтеү еңел булманы, сөнки остазым бик талапсан һәм ғәҙел ине.
Мәктәптә эш башлағас, мин Надежда Павловнаға йыш ҡына кәңәш һорап бара инем. Ул бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартманы.
Надежда Павловна – яҡты кеше. Уның барлыҡ хыялдары тормошҡа ашһын, сәләмәтлек һәм бәхет теләйем уға”.
Оксана Лысова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы: “Надежда Павловна менән эшләгән бер нисә йыллыҡ тәжрибәнән сығып, шуны әйтә алам: уның үҙ уҡыусыларына йөрәк йылыһын биреүе үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Ул беҙгә ярҙам итте, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Хөрмәтле Надежда Павловна! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф ташламаһын Һеҙҙе!
Рита Мәғәсүмова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы: “Беҙ Надежда Павловна менән күп йылдар бергә эшләнек. Ул һәләтле уҡытыусы. Һөйкөмлө, ихлас булыуы менән айырылып тора, балалары һәм коллегалары менән аралаша белә. Педагогик эшмәкәрлек осоронда бер нисә класс сығарҙы.
Эшенә төп баһа – уҡыусыларының ҡаҙаныштары һәм ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре.
Хөрмәтле Надежда Павловна! Һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләйем, бәхетле булығыҙ!”
Светлана Худякова, Оло Ыҡтамаҡ лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы: “Надежда Павловна бар ғүмерен балаларға белем биреү һәм тәрбиәләүгә бағышланы. Миңә уның менән эшләү бәхете тейҙе. Уны әҙәпле, принципиаль һәм ғәҙел, үҙенә һәм башҡаларға талапсан кеше булараҡ беләм. Ул коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты, кәңәштәрен бирҙе, һәр яҡлап ярҙам итте. Рәхмәт Һеҙгә!
Юбилейығыҙ уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Тормошоғоҙҙа бары тик шатлыҡ-ҡыуаныс, яҡшы кәйеф һәм именлек юлдаш булһын. Тормоштоң һәр минутынан ләззәт алып, ҡыуанып йәшәгеҙ!”

Альбина Закирова, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы музыка етәксеһе: “Надежда Павловна тураһында тик яҡты хәтирәләр генә минең күңелемдә. Күпме күңел йылыһын бүләк итте ул беҙгә. Беҙ – уның тәүге уҡыусылары. Ул беҙҙең менән балалар баҡсаһынан алып мәктәпкәсә юлды үтте. Ул балалар баҡсаһында беҙҙең тәрбиәсе булды, беҙҙең менән беренсе класҡа барҙы һәм башланғыс кластарҙа уҡытты. Беҙҙең ата-әсәләребеҙ ҙә уны ныҡ яратты. Надежда Павловнаға оҙон ғүмер, аяҙ көндәр теләйбеҙ”.
Илнур Вәлиев, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы: “Надежда Павловна – минең тәүге уҡытыусым. Бик күп йылы һәм күңелле тәьҫораттар бәйле уның менән. Беҙ уға балалар баҡсаһынан килдек, ул беҙҙең өсөн икенсе әсәй кеүек булды: беҙҙең турала хәстәрлек күрҙе, өгөт-нәсихәт, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. Һәр ваҡыт шат, оптимист булды һәм бөгөн дә шундай уҡ.
Мин Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлап, биргән белемегеҙ һәм тәрбиәгеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Бөгөнгө тормошоғоҙҙан, башҡарған эшегеҙҙән ҡәнәғәтлек алып, арымай-талмай, ҡыуанып йәшәгеҙ”.
Наталья Русинова: “Ҡәҙерле һәм һөйөклө әсәйемде күркәм юбилейы менән ҡотлайым. Беҙҙең турала хәстәрлек күргәнең, сабырлығың, аңлауың һәм ярҙамың өсөн рәхмәт һиңә. Һин – йәшәү сығанағы, тормошобоҙ йәме. Һинең ҡыҙың булыу минең өсөн – ҙур ғорурлыҡ!. Оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер ит!”.