Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Март 2021, 12:00

Оҙон ғүмер сере – күңел йомартлығында

Тәкә ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Кәшифә Ғәли ҡыҙы Уйылданова 7 мартта 90 йәшлек юбилейын билдәләй.

Олпат йәшкә еткән ағинәйҙең оҙон ғүмер сере нимәлә һуң? Тормош бит уны бер ваҡытта ла иркәләмәгән: аслы-туҡлы бала саҡ, һуғыш... Атаһы фронтҡа алына, күп тә үтмәй, “ҡара” ҡағыҙ килә. Һуғыштың бар ауырлығы ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә төшә. Балалар иртә өлкәнәйә. Ун йәшлек кенә Кәшифә апай әсәһенең төп ярҙамсыһына әйләнә. Әхирәттәре менән колхоздың мал көтөүен көтә. Их, шул ваҡытта йоҡо килеүҙәре! Йыш ҡына көндөҙ йәшел үләндә улар иҙрәп йоҡлап китә. Шул арала, малдарҙы юғалтмаҫ өсөн, үҙҙәрен һарыҡтың аяғына бәйләп яталар.
Һуғыштан һуң да ауырлыҡтар күп була, ағаһын – хеҙмәт армияһына, апаһын – ФЗУ-ға, ә үҙен Ҡариҙел районына урман әҙерләргә ебәрәләр. Унда ҡыҙ аяғын һындыра. Мәктәптә һәләтле уҡыусы булһа ла, артабан уҡыу тураһында оноторға тура килә.
Сибек һәм бәләкәй Кәшифә апай әсәһе һәм һеңлеһенең ышаныслы оло терәгенә әйләнә. Колхозда ниндәй генә эштәр башҡармай: һауынсы, быҙау ҡараусы, ашнаҡсы, уңыш йыйыу осоронда иген елгәреүсе, һөт йыйыусы (ә бит үҙеңә атты егергә, ауыр флягаларҙы күтәрергә, күсерергә кәрәк). Ул, Ҡараҡай исемле аттың аяҡ аҫтына ҡолап, саҡ тапалмай ҡалыуын әле лә яҡшы хәтерләй.
Кәшифә апай бер ваҡытта ла яҙмышына зарланманы, ауыл тормошоноң бар ауырлыҡтарын үҙ иңендә тартты. Ҡыҙ үҫтерҙе, юғары белем бирҙе, оло йәштәге әсәһен тәрбиәләне, туғандары йәй көнө балаларын ебәрер булды, уларҙы ҡарап, ярҙам итте. Уның ишеге һәр саҡ асыҡ, һәр килгән кешене ҡыуанып ҡаршы ала. Бер кемдән дә көнләшмәне, асыуланманы, үҙенә иғтибар талап итмәне. Оло тормош юлы үткән апайҙың наградалары юҡ, әммә уның өсөн иң ҙур баһа – ауылдаштары хөрмәте. Ундай кешеләр тураһында, намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәй, тиҙәр. Был шулай. Уның тыныс моңло тауышы күңелгә ятып тора, тынысландыра. Тыуған ауылына, күршеләренә оло һөйөүе, хөрмәт һәм ихтирамы, йәшәүгә ынтылыуы менән ауылдаштарына үрнәк ул.
Кәшифә апай матур ҡартлыҡҡа лайыҡ. Бөгөн ул балалары – ҡыҙы, кейәүе, ейәнсәрҙәре, ейәне, ике бүләсәре һәм дүрт бүләһе һөйөүен һәм хәстәрлеген тойоп йәшәй. Ошо бәләкәй, сибек ҡатын үҙенән ошондай лайыҡлы дауам ҡалдыра.
Ә оҙон ғүмер сере уның – изгелек, күңел йомартлығы, тормоштоң һәр миҙгеленә ҡыуанып йәшәй белеүендә. Ошондай кешеләр йәшәтә лә инде ауылды.
Дамира ФӘЙЗРАЕВА.