Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Март 2021, 13:00

Һинең менән, әсәй, тормошобоҙ йәмле!

Яҙҙың тәүге айында беҙҙең ғаиләлә оло байрам – бөгөн ҡәҙерле һәм яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ Зильда Шакирйән ҡыҙы Әмироваға 85 йәш тула!

Беҙҙең һөйөклө әсәйебеҙ Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән. Бала сағы, үҫмер йылдары һуғыш ваҡытына һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Ул йылдарҙа, башҡа студенттар кеүек, әсәйебеҙгә лә күп һынауҙар аша үтергә, аслы-туҡлы йөрөргә, өҫтөнә кейем алыу өсөн ҡан тапшырырға тура килә, әммә йәшәүгә ынтылыу һәм рух ныҡлығы әсәйебеҙҙе ғүмер буйына оҙата бара, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Зильда Шакирйән ҡыҙы 1957 йылда йүнәлтмә буйынса Яңы Мөслим ауылына эшкә килә. Бер йылдан, ауылда бала табыу йорто асылғас, акушерка итеп ҡуялар. Ошо ауылда буласаҡ тормош юлдашын – беҙҙең атайыбыҙ Нәҡи Сәбиғиәр улын – осрата. Атай-әсәйебеҙ бөтә тормош һы-науҙарын бергә үтеп, һоҡланырлыҡ пар булып 57 йыл татыу йәшәнеләр. Ул һәм ике ҡыҙ үҫтерҙеләр, беҙгә белем алырға ярҙам иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете йыл инде атайыбыҙ арабыҙҙа юҡ.
Әсәйебеҙ – киң күңелле кеше, үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Ул бар ғүмерен медицинаға бағышланы: Теләш фельдшер-акушерлыҡ пунктында, үҙәк район дауаханаһының гинекология бүлегендә, бала табыу йортонда, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау бүлмәһендә эшләне. Ул ике кешенең – әсәнең һәм сабыйҙың – ғүмере өсөн яуаплы ине. 37 йыллыҡ тырыш хеҙмәте осоронда уның нисә сабыйға донъяға килергә ярҙам иткәнен һанай ҡалһаң, бер нисә мәктәп йыйылыр ине, моғайын. Мәсетлеләр сәләмәтлеге һағында намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән яҡташтары һәм коллегалары араһында хөрмәт яулай, күптәрен әле лә яҡшы хәтерләй.
Әсәйебеҙ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, киләсәккә ҙур өмөттәр менән ҡарай. Ул 20 йылдан ашыу “Зөбәржәт” ансамбле коллективында йырлап йөрөй. Мандолинала уйнай, тауышы ла матур. Уңған хужабикә йәй көнө баҡсаһында емеш-еләк, сәскәләр үҫтерә, йыл һайын ҡурай еләге һәм алмағасынан мул уңыш йыйып ала. Тәмле ҡайнатмалар әҙерләй, яҡындарын йомшаҡ һәм хуш еҫле бәлештәре менән һыйлай, биш ейәне һәм алты бүләһе өсөн ойоҡ- бейәләйҙәр бәйләй. Әсәйебеҙ бик ҡунаҡсыл, кешеләргә ҡарата һәр саҡ яҡшы мөғәләмәлә. Ауылдаштары уны хөрмәт итә һәм һәр башланғысын хуплап тора.
Ошо матур, йәмле көндә ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙҙе күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға оҙаҡ йылдарға етерлек ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, алдағы көндәре ҡояшлы һәм яҡты булыуын теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән балалары.