Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Март 2021, 17:10

Баҫмаларҙа – беҙҙең тарих

Педагогик хеҙмәт ветераны Сәғиҙә Мөхәрәмова оҙаҡ йылдар “Мәсетле тормошо” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булды һәм “Архив биттәре” конкурсына ҙур альбом алып килде.

Был Йонос мәктәбе музейына тапшырылған өс йыйылманың береһе генә. Элекке баҫмаларға күҙ һал-ғанда, үткән быуат ваҡиғаларына барып сығаһың: бында 1990 йылдан 2006 йылға тиклем Йонос ауыл биләмәһендә йәшәгән кешеләр һәм хәл-ваҡиғалар хаҡында мәҡәләләр йыйылған. Улар тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүселәр өсөн ҡиммәтле: тиҫтәләгән район халҡының яҙмышы, ферма һәм баҫыу хеҙмәтсәндәре хаҡында мәғлүмәт бер урында туплан-ған.
Был мәҡәләләр геройҙарының күптәре хәҙер беҙҙең арала юҡ...
Унан тыш, альбомда Сәғиҙә Мөхәрәмованың “Фажиғәле йылдар ҡорбандары” тип исемләнгән мәҡәләһе һаҡлан-ған. Ул “Беҙҙең тормош” гәзитенең 60 йыллыҡ юбилейына арналған 1991 йылдың 23 мартындағы 33-сө (6789) һанында баҫылған. Хөрмәтле гәзит уҡыу-сылар, ошо ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле яҙманы 30 йылдан һуң һеҙҙең иғтибарға йәнә тәҡдим итәбеҙ.
“Районкабыҙға алтмыш йәш тулды. Уны башлап сығарыуға күренекле башҡорт яҙыусыһы Булат Ишемғол ҙур тырышлыҡ һала.
1931 йылдың феврале. Поезд менән Сулеяға типография ҡорамалдары килеүе тураһын- да телеграмма килеп төшә. К. Маркс исемендәге колхоз председателе (Ҡыҙылбай ауылы) Ғариповҡа барып алыу эше йөкмәтелә. Ике ат менән баралар. Йөк бик ҙур, үҙе ауыр. Өфөнән өс иптәш килгән. Көн һалҡын, буранлы. Кешеләр тик йәйәү атлайҙар. Тау үрҙәренә менгәндә йөктө арттан этәрешәләр. Өсөнсө көн тигәндә Устикингә килеп инәләр.
Булат Ишемғол – тәжрибәле газета-журнал редакторы. Тирә-яҡ ауылдарҙан белемле кешеләрҙе йыйып ала һәм газета эшенә өйрәтә, уҡыта. Ә йәш шағир (1906 йылғы) Мөхөтдин Тажи типографияла полиграфистарҙы эшкә өйрәтә. Март айында “Алға” газетаһы донъя күрә.
Аҙаҡ, Өфөгә ҡайтҡас, 1933 йыл М. Тажиҙың “Әй буйында” исемле пьесаһы баҫылып сыға.
Ғарипов Б. Ишемғолға шәп ат биреп ҡуя. Бик боевой, дәртле кеше була Булат. Ҡасан йоҡлағанын да белмәҫһең. Төнгә тиклем яҙа. Кешеләр менән аралаша. Колхоз ҡоролошоноң өҫтөнлөктәрен аңлата. Ат йөҙҙөрөп, Әйҙең теге яҡ ауылдарын да байҡай. Үҙе менән ҙур сумка йөрөтә...
Марс ӘХЙӘМОВ, Әжекәй ауылы:
– Был мәҡәләлә бәйән ителгән хәл-ваҡиғалар Әжекәй ауылында йәшәгән атай-әсәйемдең яҙмышына оҡшаш булыуы менән минең иғтибарымды йәлеп итте.
1932 йылда уларҙың ғаиләһен ике йәшлек бәләкәй бала менән Архангел өлкәһенә һөргөнгә ебәрәләр. Был турала район гәзитендә (2010 йылдың 30 октябрендә сыҡҡан 128-се һан) “Атайым һәм апайым һөйләгәндәрҙән” тип исемләнгән мәҡәләм донъя күр-ҙе. Йылдар уҙҙы, минең атай-әсәйем аҡланды, тик уларҙың үҙҙәренә генә был хаҡта белергә насип булманы.
Уҙған быуат хәлдәре тураһындағы хәтирәләр һаҡлаған “Фажиғәле йылдар ҡорбандары” мәҡәләһенең авторы Сәғиҙә Мөхәрәмова кеүек мин дә был гәзит һанын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Әйтергә кәрәк, район гәзитенең тоғро штаттан тыш хәбәрсеһе Сәғиҙә Мөхәрәмова менән икебеҙ ҙә 2016 йылда “Мәсетле тормошо” гәзите лауреаттары булдыҡ һәм фотоһүрәттәребеҙ был баҫмала йәнәш баҫылды.
Районка йөҙ йыллыҡ юбилейына табан аяҡ баҫырға тора. “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы коллективына 90 йыллыҡ юбилейҙы юғары ижади хеҙмәттә һәм ҙур дәрт менән ҡаршылауҙарын теләйем.
Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2021 йылдың 26 февралдәге 17-се һанында уҡығыҙ.