Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!2021 йыл “Мәсетле тормошо” район гәзите өсөн иҫтәлекле йыл – 10 мартта баҫманың тәүге һаны донъя күреүгә 90 йыл тула. Шуға бәйле бер юлы бер нисә ҡыҙыҡлы конкурс иғлан иттек. Беҙгә яҙығыҙ, хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
“Архив биттәре” конкурсыКүптәрегеҙҙең өйөндә 20-30 йыл элек нәшер ителгән һәм унан да алдараҡ сыҡҡан район гәзиттәре һаҡланалыр, моғайын. Уларҙы ни өсөн һаҡлауығыҙ тураһында беҙгә лә һөйләгеҙ, гәзитте редакцияға алып килегеҙ. Район гәзитенең иң элекке һәм ҡыҙыҡлы һаны хужаларын бүләктәр көтә.
“Юбилейҙы йырҙар һәм шиғырҙар менән ҡаршы алабыҙ” конкурсы
Йырһыҙ һәм шиғырҙарһыҙ юбилей буламы инде? Мәсетлеләрҙе әҙәби-музыкаль конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. “Мәсетле тормошо” гәзитенә арналған шиғырҙарығыҙҙы, таҡмаҡтарығыҙҙы һәм йырҙарығыҙҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Улар барыһы ла гәзиттә донъя күрәсәк. Иң ҡыҙыҡлы шиғри юлдар авторҙарын күңелле сюрприз көтә.
“Мин һәм минең яратҡан гәзитем” фотоконкурсыРайон гәзите менән үҙенсәлекле фотоһүрәттәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ. Фоторәсемдәр редакцияның рәсми төркөмдәрендә баҫылып сығасаҡ. Иң күп “лайк” билдәһе йыйған һүрәт авторына махсус приз тапшырасаҡбыҙ.
Конкурсҡа материалдарҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса редакцияға алып килергә кәрәк. Шулай уҡ “На конкурс к юбилею” билдәһе менән
[email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34770) 2-00-34.Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Беҙ шулай уҡ район гәзите һәм редакция хеҙмәткәрҙәре менән бәйле йылы иҫтәлектәрегеҙҙе ихлас ҡабул итәбеҙ.