Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Февраль 2021, 12:40

Һәләтле кеше һәр ерҙә лә һәләтле

Уҡытыусы һөнәре һәр осорҙа ла иң хөрмәтлеһе булып ҡала, шул уҡ ваҡытта иң ауыры ла ул.

Үҫеп килгән, яңы тормош юлы башлап торған быуынға төплө белем биреү менән бер рәттән дөрөҫ юл күр-һәтә белеү, тормош тәжрибәһе тапшырып ҡалдырыу – оло һәләт. Уға бары бала күңелен аңлай һәм күрә белгән ысын педагогтар ғына ирешә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Баязит Яҡупов тап ошондай остаз һәм етәксе. Ҡарлы-буранлы февраль айында ул олпат юбилейын билдәләй.
Баязит Зәки улы ябай ғаиләлә тыуып үҫә: атаһы төҙөүсе, урмансы, 22 йыл бригадир булып эшләй, әсәһе төрлө эштәр башҡара – йәй көнө бесән саба, ҡыш ағас киҫә. Тәүҙә Баязит Яҡупов Оло Ҡыҙылбай ауылында уҡый, етенсе клас- та Әләгәҙ ауылында яңы асылған мәктәпкә күсә.
– Уҡыу миңә еңел бирелде, – тип хәтерләй юбиляр. – Туғыҙынсы класта уҡытыусым ярҙамында математика менән төплө шөғөлләнә башланым. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына уҡырға индем. Тыуған мәктәбемдә математиканан уҡыта башлағас, йәш белгес булараҡ миңә уңайлы шарттар булған фатир бирҙеләр.
Хәҙер, йәштәр эш урынын йыш алмаштырған заманда, хеҙмәт юлы бер мәктәптә директор һәм математика уҡытыусыһы булып үткән Баязит Зәки улының хеҙмәт кенәгәһенә ҡарап көнләшергә була.
Уҡыусыларға белем биреү уға бик оҡшай, балалар менән тиҙ уртаҡ тел таба. Үҙенең тәүге дәресен, кемдең ҡайһы парта артында ултырыуын бөгөнгөләй хәтерләй. Үҙе уҡытҡан һәм етәкселек иткән мәктәптә күп уҡыусыларҙың уҡыу йортон алтын миҙалға тамамлауҙарын ҙур ғорурлыҡ менән телгә ала юбиляр.
Баязит Зәки улы хеҙмәт юлын башлағандан бирле үҙен һәләтле һәм оҫта етәксе итеп күрһәтә. Ауырлыҡ һәм яуаплылыҡтан ҡурҡып ҡалмай, перспективалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға ынтыла, шул уҡ ваҡытта мәктәптә йәшәп килгән традицияларҙы һаҡлап алып ҡалыу яғын хәстәрләй. Йөҙләгән сығарылыш класс уҡыусылары яратҡан директорҙарының исемен рәхмәт әйтеп иҫкә ала.
Балалар уҡытыуға бағышлаған 44 йыллыҡ хеҙмәт юлы хәҙер инде артта ҡалды. Моғайын да, һәр кеше өсөн ошондай йылдар арауығы шатлыҡ-борсолоуҙарҙан, үрләү-юғалтыуҙарҙан, еңелеү-еңеүҙәрҙән торған оло ғүмер юлылыр ул.
Уның ышаныслы эш итеүе коллегаларында ла үҙ көстәрендә ышаныс тыуҙыра. Оҫта ойоштороу һәләте педагогик коллективты дөйөм эшкә туплай, берләштерә. Мәктәптә эшләгән осорҙа үҙенең уҡыусылары менән дә эшләргә тура килә, улар менән эш тәжрибәһе, уй-хыялдары менән уртаҡлашып, аҡыллы, сыҙамлы, үҙ һөнәрҙәренә тоғро булып ҡалырға, ысын педагог булып үҫергә ярҙам итә.
Ошо йылдар эсендә уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, уҡытҡан программа ла алмашына, әммә уның тирә-яҡтағыларға ғәҙел ҡарашы, профессионализмы һәм оҫталығы үҙгәрешһеҙ ҡала. Ә уҡытыусы хеҙмәте үтә лә яуаплы һөнәр. Балаларҙың киләсәктә ниндәй юл һайлауы, ниндәй дәрәжәгә етеүе уның дөрөҫ тәрбиә биреүенә бәйле.
Баязит Зәки улы тормошта бик әүҙем кеше – өс саҡырылыш Әләгәҙ ауыл Советы һәм район Советы депутаты, район Советы рәйесе урынбаҫары.
Өйҙә ул – яратҡан ир, хәстәрлекле атай, изге күңелле һәм иғтибарлы олатай.
– Уның ҡулдары алтын, – ти тормош иптәше Венера Хәким ҡыҙы, – нимәгә тотонмаһын, барыһын да булдыра.
Буласаҡ ҡатыны менән Баязит Зәки улы мәктәп йылдарында уҡ таныша, шул ваҡыттан бирле улар бергә. Туйҙан һуң йәш ғаилә Өфө ҡалаһында ятаҡта йәшәй, өлкән улдары Шамил ҡалала донъяға килә. Тыуған ауылға әйләнеп ҡайтҡас, бер мәктәптә эш башлай-ҙар.
Һуңынан ҡыҙҙары Ләйсән менән Ләйләгә ғүмер бүләк итәләр. Балалары юғары белем ала, тик кесе ҡыҙы ғына атаһы юлын һайлай – мәктәптә инглиз телен уҡыта.
Баязит Яҡупов япон кроссвордтары менән мауыға – был башватҡыстарҙа һүрәттәр һандар менән кодланған. Күп уҡый, ҡыш көндәрендә саңғыла шыуырға ярата.
Уҡытыусы һәм директорға булған хөрмәт йылдар уҙыу менән бары арта ғына. Ул әле лә әҙәпле, изге күңелле, ышаныслы һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер кеше.