Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Февраль 2021, 11:45

Ерҙә хеҙмәт итеү – хөрмәтле эш

Ер эше борондан уҡ иң ауыр, әммә хөрмәтле хеҙмәт һаналған.

Ал-ял белмәй, байрам күрмәй, иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем эшләй ер кешеһе. Шуға ла халыҡ телендә: “Кем ер һөрөргә иренмәй, шуның икмәге уңа”, – тигән мәҡәл йөрөй. Был мәҡәлдең асылын районда хөрмәтле һәм киң танылыу яулаған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны Фәғил Зарипов яҡшы белә. Бөгөн һүҙебеҙ Яңы Мөслим ауылының хөрмәтле ир уҙаманы хаҡында.
Хаҡлы ялдағы колхозсыға осраҡлы ғына барманыҡ. 2 февралдә Фәғил Вәкил улы 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. Ә хеҙмәт юлы уның ете йәшендә үк башлана.
– Тәүге хеҙмәт көнөмдө яҡшы хәтерләйем. 1943 йылдың апрелендә әсәйемә колхоз бригадиры булған оло йәштәрҙәге бер ҡатын килде һәм мине ат аҙбарына йылҡы малын ҡарарға ебәреүен һораны, – ти Фәғил Вәкил улы. – Ошо һөйләшеүҙән һуң шатлығымдан һикереп ебәрҙем, сөнки башҡа малайҙар кеүек мин дә бик ат ярата инем. Ул көндө аттарҙы ҡыш буйы һалам ташыған сана юлына алып сыҡтыҡ. Юл буйлап ҡойолоп, ҡар аҫтында ҡалған һалам ер ҡарҙан әрселгән һайын сығып тора. Шулай итеп аттарҙы аслыҡтан ҡотҡарып алып ҡалдыҡ ул ауыр йылдарҙа, – тип хәтерләй ете йәшенән ат көткән Фәғил ағай.
Ниндәй генә эш башҡарырға тура килмәй. Ат егеп колхоз баҫыуын тырмата, ауыл көтөүен, колхоз һарыҡтарын көтә, силос соҡорона кесерткәнен дә ташый. Мәктәпкә етенсе клас-ҡа тиклем тик ҡыш көндәрендә генә йөрөй: иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем хужалыҡта хеҙмәт итә. 8 кластан 11-гә тиклем киске мәктәптә уҡый.
1952 йылда уны механизаторҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Ул ваҡыттарҙа тракторист һөнәре бик популяр була, бигерәк тә йәштәр араһында хөрмәтле, лайыҡлы тип иҫәпләнә. Һөнәр алып сыҡҡан егет хеҙмәт юлын тракторист ярҙамсыһы булып дауам итә.
– Ул саҡта үҙемә айырым бер трактор биреүҙәрен теләй инем. Был хаҡта бригадирға әйткәс, ул: “Бер трактор ҡолонлау менән һиңә бирермен, йәме”, – тине, – тип ихлас көлөп хәтеренә төшөрә Фәғил Вәкил улы.
1955 йылда ул Совет Армияһына алына, Германияның Нойруппин ҡалаһында өс йыл танк ғәскәрендә хеҙмәт итә. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Урып-йыйыу эше тамамланғас, трактор руле артына ултыра. 1965 йылда хеҙмәт яратҡаны, яуаплы, эште еренә еткереп эшләгәне өсөн уны иген келәте мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Унда 22 йыл эшләй.
– Иген келәтендә өс тапҡыр ағыуландым. Табиптар һаулығың насар, эш урыныңды алмаштырырға кәрәк тигәс, яңынан тракторға ултырҙым, – тип һөйләй ауыл хужалығы ветераны.
Әлбиттә Фәғил Вәкил улы тормошта ярты һүҙҙән аңлаған, хөрмәт иткән, хәстәрлек күргән ғаиләһенә таяна. Изге күңелле, ҡунаҡсыл һәм хәстәрле хужабикә, яратҡан ҡатын, әсәй-өләсәй булған тормош иптәше Мәрйәм Ҡәниф ҡыҙы менән 62 йыл татыу ғүмер итәләр улар.
Зариповтар ғаиләһе өс ир бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары ғаиләләре менән ата-әсә йортона ашҡынып һәм ашығып ҡайта. Алты ейәне һәм өс бүләсәре лә олатай-өләсәйҙәрен һағынып килә.