Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Февраль 2021, 17:00

Типографияла эшләгән йылдар

Быйыл “Мәсетле тормошо” район гәзитенең нәшер ителә башлауына 90 йыл тула.

Ошо уңайҙан редакция һәм типографияла эшләгән хеҙмәт ветерандары хаҡында хәтирәләр, беҙҙең ойошмаға бәйле тарих менән таныштырыу ниәтендә яңы рубрика асабыҙ. Беренсе мәҡәләбеҙ үткән быуаттың 70-се йылдарында район типографияһының нисек эшләүе тураһында.
Ҡағыҙ гәзитте сығарыуҙы типография эшенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Хәҙерге яңы технологиялар заманында баҫмаға әҙерләнгән мәҡәләләр клавиатура ярҙамында компьютерҙа йыйыла, уны шунда уҡ төҙәтеү, үҙгәртеү мөмкинлеге бар. Ә 70-се йылдарҙа был бик ҙур иғтибар һәм тырышлыҡ талап иткән эш була.
Типография бинаһы – элекке бай йорто. Бинала хәүефһеҙ һәм уңайлы эш шарттары булмай: ул мейес менән йылытыла, ҡыш көнө бүлмәләргә йылы барып етмәй, шуға ла һыуыҡ. Типографияла хәреф йыйыусылар, баҫыусылар, бухгалтерҙар һәм директор эшләй.
Ошо йылдарҙа Мәшүҙә Закироваға ла типографияла эшләргә тура килә. “Типографияға йәш саҡта килдем, ул – тәүге эш урыным. 1970 йылда хәреф йыйыусы булып урынлаштым. Ул ваҡытта Мәҡсүт Бикембәтов директор ине. Текстарҙы бер-нисә кеше йыйҙыҡ. Редакциянан, ул ваҡытта гәзит “Коммунист” тип атала ине, текст яҙылған ҡағыҙ биттәре килтерәләр, беҙ уларҙы ҡул менән йыябыҙ. Хәрефтәр бәләкәй тимер элементтарҙан тора, улар оялар (кассареал) эсенә йыйыла. Бер биткә һүҙҙәр арауығын иҫәпләмәгәндә, 12 мең хәреф һыя. Хәрефтәрҙе нығытып, станокка ҡуябыҙ.
Баҫылып сыҡҡан гәзит битендә хата табылһа, хәрефтәр йыйылмаһын төҙәтеп яңынан баҫабыҙ. Хәрефтәрҙең оянан ҡойолоп төшкән саҡтары ла булды, ул ваҡытта барыһын да яңынан теҙә башлайһың. Был көндәрҙә эш көнө-төнө бара, өйгә таңда ғына ҡайтҡан саҡтар ҙа булды. Гәзитте сығарғас, хәрефтәрҙе ояларынан алып, икенсе һанға йыя башлайбыҙ.
Хеҙмәткәрҙәрҙең балалары әсәләренең эш ваҡыты бөткәнен, өйгә бергә ҡайтырға көтөп, күп ваҡытын ошонда уҙғарҙы.
Типографияла эшләү еңелдән булманы: бинала һәр саҡ буяу, кәрәсин еҫе, ҡулдар һәр саҡ буяуҙан ҡара ине. Хеҙмәт шарттары ауыр һәм зарарлы булды.
Типография коллективы бер ғаилә булып татыу йәшәне: бергә эшләнек, бергә тыуған көндәр, байрамдар билдәләнек. Йылы йәй көндәрендә Мәҡсүт Шәйәхмәт улы беҙҙе йыйып тәбиғәт ҡосағына алып сыға ине. Хеҙмәткәрҙәр ғаиләләре менән килә. Уйын уйнап, йырлап, һыу инеп күңелле ял итәбеҙ. Ул редакцияла фотокорреспондент булып эшләгән, шуға ла үҙе менән һәр саҡ фотоаппаратын йөрөттө һәм бергә ял иткән ваҡыттарҙы төшөрөп ала торған булды. Миндә бындай фото-һүрәттәр күп һаҡланған.
Типографияла ни бары өс йыл эшләһәм дә, был минең ғүмеремдә онотолмаҫ йылдар булып хәтерҙә ҡалды. Элекке хеҙмәткәрҙәр менән яҡшы дуҫтарға әйләндек”, – ти ул.
Шуны ла билдәләп уҙырға кәрәк, үрҙә Мәшүҙә Хөрмәт ҡыҙы әйтеп уҙған типографияла текст йыйыу эше ул йыл- дарҙа үҙгәрештәр кисерә. 70-80-се йылдарҙа линотип станоктар эшләй башлай, ә 90-сы йылдар аҙағында уларҙы компьютер алмаштыра һәм йыйыусының эшен еңеләйтә.
Типография хеҙмәткәрҙәре (тулы составта түгел).
29 декабрь, 1972 йыл. Мәшүҙә Закирова (Лотфуллина) икенсе рәттә уңдан икенсе.
Эш ваҡыты. 1970 йылдар.