Зөһрә Дилмөхәмәтованың ауыр бала саҡ тормошо дәһшәтле йылдарҙа үҫкән балалар тормошонан бер яғы менән дә айырылмай. Инвалид атаһы, оҙаҡ тормай, мәрхүм була, шуға ла кескәй өс балаға ризыҡ табыу өсөн әсәһенә ярҙам итергә тура килә. Ауыр хеҙмәт менән генә тамаҡ туя.
Ул мәктәптә дүрт класс тамамлап, 11 йәшендә “Аҡа” колхозында эш башлай. Ҡыш көндәрендә утын әҙерләүҙә ҡатнаша, йәй ауылдан биш саҡрым алыҫлыҡта булған фермала быҙау ҡарау эше йөкмәтелә.
– Эш өсөн беҙгә бер нәмә лә бирмәнеләр, – тип хәтерләй ул. – Күп ваҡыт ас йөрөнөк. Төп аҙығыбыҙ картуф булды. Беҙ уны 20 сутый ерҙә үҫтерә инек. Әсәйемдең картуф менән ондан көлсә бешергәне хәтеремдә, ул шундай тәмле була ине, телеңде йоторлоҡ!
Шундай шарттарҙа үтә бала саҡ йылдары. Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы төрлө участкаларҙа хеҙмәт итә: мал көтә, ашнаҡсы булып эшләй, быҙау ҡарай.
1951 йылдан һауынсы булып эшләй башлай. Ҡул менән көнөнә 20-шәр һыйыр һауып, һәр ҡайһыһынан 18 литрға яҡын һөт ала. Тырыш хеҙмәте менән юғары күрһәткестәргә өлгәшә: районда беренселәрҙән булып бер һыйырҙан һөт һауып алыу буйынса өс меңлек сикте уҙа. 1971 йылда уның күрһәткестәре 4146 литрға барып етә.
Зөһрә Дилмөхәмәтова – ауылдың хөрмәтле кешеһе. Шуға ла ауылдаштары СССР Профессиональ союздарының ХV Бөтә союз съезына делегат итеп һайлай. Бер нисә саҡырылыш профсоюздар өлкә комитеты ағзаһы, район судында халыҡ заседателе, район һәм ауыл советы депутаты була. Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙының аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар, мәктәпкә балалар менән осрашыуҙарға саҡыралар. Үҫеп килгән быуынға хеҙмәт юлы тураһында бәйән итә, улар-ҙы хеҙмәт яратыуға өндәй.
Юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ул юғары наградалар – Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Октябрь революцияһы ордендары, “1941-1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалдары, СССР ВДНХ-һы бронза миҙалы менән бүләкләнә.
Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә шәхси өлөш индергәне һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн уның исеме “Мәсетле районының 100 данлы исеме” проектына инә.
Тормош иптәше Рәйес Хатмулла улының да хеҙмәт юлы мал ҡараусы булып колхозда уҙа. Ғаилә өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире һәм бер ҡыҙы фани донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡыҙы һәм улының үҙ ғаиләләре, яратҡан эштәре бар. Улар әсәләре менән ғорурлана, ҡәҙер итә, хөрмәт һәм хәстәрлек күр-һәтә.
– Тормошоңда уңыштарға өлгәшергә теләһәң, ялҡауланырға ярамай. Тик тырыш хеҙмәт менән генә ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешергә мөмкин, – ти Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы.