Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Февраль 2021, 12:00

Тыл эшсәненең тормош юлы

Тәмимә Ямалетдинова (Мин-һажева) 1931 йылдың 1 февралендә Салйоғот ауылында дүрт бала араһында иң өлкәне булып донъяға килә.

Уның осор балаларын “һуғыш балалары” тип йөрөтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында хәбәр килгәндә ул икенсе класты ғына тамамлаған була. Атаһы фронтҡа китә. Өс йылдан уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килә. Әммә ҡыҙҙың әсәһе һуңғы көнөнә тиклем иренең иҫәнлегенә өмөтләнеп, уны һуңғы һулышына тиклем көтә...
– Сентябрь-октябрҙә беҙҙе мәктәп урынына баҫыуға ебәрҙеләр, – тип һөйләй юбиляр. – Бала ғына булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙгә егеттәр һәм ирҙәр урынына эшләргә тура килде. Бар көслө зат һуғышта бит. Ә һуңынан мәктәп тураһында бөтөнләй оноторға мәжбүр булдыҡ: тылда эшсе ҡулдар кәрәк ине.
Яҙҙан башлап Тәмимә Шәрхи ҡыҙы башҡа ҡыҙ һәм малайҙар менән баҫыуҙа эшләй – сәсәләр, утайҙар, урып-йыялар, ҡыш ҡар тоталар. Үҫеп еткән егет-ҡыҙҙарҙы һуңынан урман әҙерләргә ебәрәләр.
– Мәләкәҫтән алыҫ түгел урманда эшләнек, – тип хәтерләй бөгөн 90 йәшлек инәй. – Беҙ унда йәйәү барабыҙ, юлға сыҡҡанда әле ҡараңғы була. Үҙебеҙ менән бер аҙ картуф, балта, бысҡы алабыҙ, барып етеүебеҙгә картуф туңа башлай.
Бында Ләмәҙтамаҡтан, Һабанаҡтан, Әбдрәхимдән, Айыптан, Һөләймәндән һәм башҡа ауылдарҙан егет-ҡыҙҙар ҙа эшләй. Барыһы ла барактарҙа йәшәй.
Буласаҡ тормош иптәше Вәҡиф Ғариф улы менән шунда таныша ла инде йәш ҡыҙ. 1950 йылда йәштәр туй яһай һәм Һабанаҡта егеттең ата-әсәһе менән бергә йәшәй башлай. Шул уҡ йылда ғаилә башлығын өс йылға армияға алалар.
Ямалетдиновтар колхозда эшләй. Вәҡиф Ғариф улы фермала хеҙмәт итә, мал көтә, тирмәндә эшләй. Тәмимә Шәрхи ҡыҙы һауынсы була. Эштән ҡурҡып тормай ул, өйөнә һуң ғына ҡайтып керә, таң һыҙылыу менән – йәнә эштә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Тәмимә Ямалетдинова “Хеҙмәт ветераны” исеменә һәм 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу айҡанлы күп һанлы юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
Тормош иптәше 79 йәшендә яҡты донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Бөгөн Тәмимә инәйҙең эргәһендә өс балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре. Бүләләре үҫеп килә.
Йәш үҙен һиҙҙерә: Тәмимә Шәрхи ҡыҙы бер нисә операция үткәргән, әммә яҡындарының хәстәрлеге һәм иғтибары уға артабан атлау өсөн көс бирә, бәхетле итә.