Мәсетле тормошо
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
19 Ғинуар 2021, 14:31

Йылдар аша саф хистәрен һаҡлағандар

Арабыҙҙа 60 йыл бергә ғүмер кисергән матур парҙарға ҡарап барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ, улар өсөн ысын күңелдән ҡыуанабыҙ. Бына Борғатья ауылынан Нәзиһә апай менән Мәсләүи ағай Йәминовтар ҙа, ҡулға-ҡул тотоношоп, мөхәббәт нурҙарына сорналып, инде 60 йыл бергә ауылдаштарына үрнәк булып, ауылға йәм өҫтәп ғүмер кисерәләр.

Йәминовтар өсөн уҙған йыл юбилейҙарға бай булды. Мәсләүи Вәхит улы 85 йәшен билдәләһә, Нәзиһә Әһли ҡыҙына 80 йәш тулған. Ғаилә ауылда ҙур абруй менән файҙалана. Бер- берҙәренә һәм ауылдаштарына ҡарата иғтибарлы булғандары һәм уңғанлыҡтары өсөн улар-ҙы хөрмәтләйҙәр һәм яраталар. Дүрт ҡыҙҙарын да үҙҙәре кеүек уңған, аҡыллы итеп тәрбиәләй улар. Тәмле, шифалы шишмә һыуын эсеп, умырзая сәскәһеләй матур булып үҫкән ҡыҙҙары бөгөн илебеҙҙә Ватаныбыҙ хаҡына хеҙмәт иткән лайыҡлы кешеләр: табиптар, фельдшерҙар, уҡытыусылар.
Ғаилә башлығы Борғатья мәктәбендә өс класс белем алған. 1952 йылдан колхозда эшләй башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, “Мәсәғүт” совхозының икенсе бүлексәһенең төҙөлөш бригадаһына тәғәйенләнә. 10 йылдан ашыу бригадир булып эшләй.
1975-тән 1990 йылға тиклем БАССР-ҙың “Мәсәғүт” совхозы “Башсовхозремонтстрой” тресында 2-се ремонт-төҙөлөш идаралығы төҙөлөш бүлегенең 4 разрядлы ташсы-балта оҫтаһы булып эшләй, артабан биш йыл – “Мәсәғүт” совхозында малсы. 1995 йылда Мәсләүи Вәхит улы хаҡлы ялға сыға.
Тырышлығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы, хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеге тейешенсә баһалана. 560-сы хәрби-төҙөлөш отрядының Почет грамотаһын, “Мәсәғүт” совхозының Почет грамотаһын, “Хәрби төҙөлөш отличнигы” билдәһен, эшсе депутаттарҙың Мәсетле район Советы башҡарма комитетынан “В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығы уңайынан намыҫлы хеҙмәт өсөн” юбилей миҙалын, “Хеҙмәт ветераны” миҙалын ҡәҙерләп һаҡлай Мәсләүи Вәхит улы.
Йәминовтар ғүмер буйы хеҙмәттә: үҙ хужалыҡтарында күпләп мал, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Улар күршеләре, туғандары һәм ауылдаштары менән татыу йәшәй. Һәр йәй яҡындарын өҫтәл янында йыйып, улар-ҙы үҙ умарталыҡтарынан тәмле бал менән һыйлайҙар.
Нәзиһә һәм Мәсләүи Йәминовтарҙы ауылдың йәме тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Һөйөүҙәрен һәм саф хистәрен улар, тормош мәшәҡәттәренә һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йылдар аша һаҡлап ҡала алған. Уларҙың тормош юлы – күп йәштәр өсөн үҙ-ара хөрмәт һәм татыулыҡ өлгөһө.