Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Октябрь 2020, 12:15

Абруйлы уҙаман ҡотлауҙар ҡабул итте

10 октябрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Анатолий Федорович Фуфаев 85 йәшлек юбилейын билдәләне.

Был көндә хөрмәтле кешегә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, донъя именлеге теләп, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу- сы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫарҙары Гөлназ Ҡадирова менән Вадим Садиҡов, муниципаль район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов ҡотланылар.
Анатолий Федорович бар ғүмерен ауыл хужалығына һәм сәйәси эшмәкәрлеккә бағышлай. Ижевск дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Балаҡатай районының “Урал” колхозында эшләй. 1961 йылда – ВЛКСМ-дың Балаҡатай райкомы беренсе секретары, 1962 йылдан ойоштороусы-инспектор, Төньяҡ-Көнсығыш ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы була. 1966 йылдан – КПСС-тың Мәсетле райкомы секретары, 1972 йылда – тәүҙә КПСС-тың Мәсетле районы, һуңынан – КПСС-тың Иглин районы беренсе секретары. Оҙаҡ йылдар Ҡарламан ауыл хужалығы менән етәкселек итә. 1996 йылда тыуған яғына ҡайтҡас, Мәсетле районы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
Анатолий Фуфаев “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” миҙалдары, “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. “Башҡорт-остан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” һәм “Мәсетле районының почетлы гражданы” исеменә эйә.
85 йәш – матур юбилей: аҡыл, ҙур тормош тәжрибәһе һәм ҡиммәтле ғилем. Оло йәштә булһа ла, Анатолий Федорович әүҙем һәм теремек.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.