Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Юбилейҙар
12 Октября 2020, 10:30

Һынауҙар уны һындырмаған

Беҙҙең ҡәҙерле, һөйөклө әсәйебеҙ Фаруан Хәйретдин ҡыҙы Сәхәүетдинова йәмле Дыуан еренең Мәрйәмғол ауылында 1930 йылдың 9 октябрендә донъяға килә. Бәләкәй сағынан өләсәйебеҙ Миңлехаяттан бөхтәлеккә өйрәнә, эшкә талымһыҙ булып үҫә ул.

– Тышта шул тиклем матур йәй көнө. Эҫе. Әсәйем, атайым менән көлөшә-көлөшә соланда сәй эсеп ултырабыҙ. Шул ваҡыт урамда кешеләрҙең: “Һуғыш! Гитлер һуғыш башлаған!” – тигән һүҙҙәрен ишетеп, урамға йүгереп сыҡтыҡ. Правление алдында кешеләр йыйылған. Ҡатындар, бала-саға ҡысҡырып илай, ирҙәрҙең йөҙө борсоулы, асыулы. Икенсе көндө атайым фронтҡа китте, – тип хәтерләй әсәйебеҙ. – Ауылда ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә, балалар ҡалды. 12 йәшемдә инем, әсәйем тамағы шешеп, ҡаты сирләп китте. Мәсәғүткә дауаханаға һалдылар. Күп тә үтмәй, мин дә ауырып киттем. Дауаханала кеше күп, бина бәләкәй генә. Палаталарҙа урындар юҡ. Мине әсәйем янына һалдылар. Әсәйемде терелтәһем, тиҙерәк
өйгә һеңлем менән ҡустым янына ҡайтаһы килә. Ярай әле минән дүрт йәшкә оло ағайым Ғүмәр бар.
Бер көн иртән йоҡонан уяндым, әсәйемде ҡосаҡлап ятам. Йүгереп медсестра килеп инде лә: “Әсәйең үлгән бит”, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мине палатанан алып сыҡтылар. Аяҡтарым атламай, тамаҡҡа тығылған төйөрҙән көскә тын алып коридорға сыҡтым. Әсәйең үлгән, тигән һүҙҙәрҙән бөтә донъя туҡтап ҡалғандай. Тәҙрә эргәһенә киләм. Тышҡа ҡарайым. Аҫта Әй йылғаһы аға. Әсәйем булмағас, әллә йылғаға ташланып үләйем дә ҡуяйыммы икән тигән ҡарарға киләм. Тыйылып торам. Шул саҡ, һин бит өйҙә ҡалған туғандарыңа кәрәк, тигән уй мейемде ярып үтте, – тип әсенеп һөйләй әсәйебеҙ.
Оло кешеләрсә туғандарын хәстәрләп йәшәй ҡәҙерлебеҙ.
– Ярай әле һыйырыбыҙ бар. Шуны һауып, ауылда икеөс кешелә генә булған ҡул сепараторынан һөттө айырып, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек эшләп ашап иҫән ҡалдыҡ.
Мәрйәмғол ауылы тирәһендә урман юҡ. Ҡороған кесерткән, әрем, алабута һабағын йыйып, әсәккә яғабыҙ.
1944 йылда ауылдан оло апайҙарҙы һәм мине Йүрүҙән буйына урман эшенә ебәрҙеләр. Эш шул тиклем ауыр. Ҡарттар, оло апайҙар ағастарҙы йығалар ҙа, бәйләп, йылғаға төшөрөп
ағыҙалар. Буйға бәләкәй, сибек булғас, мине йәлләп, эшкә ҡушмайҙар. Бер оло ғына апай менән ҡасып, йәйәү ҡайтып киттек. Кисләтеп кенә ҡайтып, аяҡтар талып, һикегә ауҙым...
Ауыр һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре күргән ауырлыҡмихнәттәрҙең барыһын да үҙ башынан кисергән әсәйем артабан хәтер йомғағын һүтә:
– Мәктәптә 7 класс тамамланым. Уҡыуым шәп ине. Артабан уҡырға ғына насип булманы. 1943 йылдың март айында атайымдың ҡара ҡағыҙы килде. Бар өмөт юҡҡа сыҡты. Тома етем ҡалдыҡ, күңелдә – бушлыҡ, шул тиклем ауыр. Иҙәнгә ятып, тәгәрәп йөрөп илайбыҙ. Бирешмәҫкә, йәшәргә тигән маҡсат ҡуйҙым үҙемә.
1949 йылдың көҙөндә Златоуст ҡалаһына эшкә киттем. Ағайым ете йыл хеҙмәт итеп, шунда урынлашҡайны. 10 йыл Ленин исемендәге заводта эшләнем. Эш ауыр, снарядтарға йәшниктәр яһайбыҙ. Сүкеш менән ҡаҙаҡ ҡағабыҙ. Бармағымды станокка ҡыҫтырҙым, ярай әле яраһы түҙерлек ине.
Һәр бер кешенең ғүмере бер китапҡа торорлоҡ. Хәтирәләр, хәтирәләр...
1959 йылда ауылға ҡайта әсәйебеҙ. Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙа димселәр була. Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылы егете Ҡотлоев Ризуанға димләйҙәр уны. Бәләкәй генә өйҙә алты оло кеше йәшәгәндәр. Шунан йәштәр йорт төҙөргә булған. Үҙ ғүмерҙәрендә атайым менән әсәйем ике йорт һалып ингәндәр.
Көндө төнгә ялғап, тракторист булып эшләгән атайыбыҙ баҫыу-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәй. Үҙенең тимер аты менән бик күп эштәр башҡара: ер һөрә, тырмата, иген үҫтерә,
ауыл халҡына Яраҫтау урманынан ағас ташый, ҡыш көнө ҡар тоталар. Әсәйем менән 41 йыл татыу ғүмер итәләр. Тик атайыбыҙ бөгөнгө көндә беҙҙең арала юҡ. Урыны йәннәттә булһын. Әсәйем менән атайым биш балаға ғүмер бирәләр, уҡытып, кеше итеп оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн әсәйебеҙҙең 13 ейән-ейәнсәре, 17 бүләбүләсәре бар.
Йор һүҙле, һәр ваҡыт шиғри юлдар менән генә һөйләшкән әсәйебеҙ изге, алсаҡ, кешеләргә шәфҡәтле. Әсәйебеҙҙең хеҙмәт юлы Нуриманов исемендәге колхозда үтә. Сусҡа фермаһында сусҡа ҡарай, һуңынан быҙауҙар үҫтерә, һауынсы булып та эшләй. Эшкә талымһыҙ, бар эште лә еренә еткереп башҡарыусы әсәйебеҙ алдынғылыҡты бирмәй. Хеҙмәтен баһалаусы бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бар. Тыл һәм хеҙмәт ветераны ла ул беҙҙең. Күкрәген Әсәлек миҙалы, Бөйөк Еңеү уңайынан юбилей миҙалдары, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре биҙәй.
1980 йылда әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыға. Ә шулай ҙа колхозға ярҙам итә. Һөләймән ауылында урынлашҡан һарыҡ фермаһына йөн ҡырҡыу буйынса ойошторолған өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Көҙ уңыш йыйыу осоронда, ҡул көсө талап ителгән мәлдә, ырҙын табағына ашлыҡ елләтергә лә йөрөй. Урман-ҡырҙарҙа йөрөп, дарыу үләндәре, еләк йыя, бесән саба. Шифалы ҡулдары менән бик күп кешеләрҙе дауалай. Ярҙам һорап килгәндәрҙең мейеһен ҡаға, эс һылау оҫталығына ла эйә ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Ҡулынан килмәгән эше юҡ: өҫтәлендә һәр саҡ тәмле аш, төрлө ризыҡтар, күҙҙең яуын алырҙай ҡул эштәре, бәйләнгән шәлдәре, ойоҡ-бейәләйҙәре.
Әсәйебеҙҙең биргән аҡыллы кәңәштәре, ҡылған доғалары, ярҙамы, һәр саҡ ҡурсалап тороуы беҙгә көс бирә, ышаныслы, ныҡ булырға өйрәтә.
Ҡыҙы Гөлшат ХӘЙБУЛЛИНА.
Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФАРУАН ХӘЙРЕТДИН ҡыҙы 90 йәшен билдәләй. Ғәзизебеҙгә артабан да талмаҫ ҡанаттар, бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Изге, яҡты теләктәре, өлгөлө ғүмер юлы беҙҙең өсөн үрнәк булып, тормошто яратырға, кеше булып ҡалырға, матур эштәргә
өйрәтә. Бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ, ихтирам-хөрмәт итәбеҙ. Үҫтергән балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүләбүләсәләреңдең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшә әле беҙҙең һөйөклө, мәрхәмәтле, изге йөрәкле, ауылыбыҙҙың ағинәһе, түҙемле, сабыр холоҡло әсәкәйебеҙ!
Ҡотлау менән улдары, килендәре, ҡыҙы, кейәүе,
ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре, ҡоҙағыйы.