Мәсетле тормошо
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
9 Октябрь 2020, 11:25

Йәшлек дәрте һүнмәй!

Теләш ауылынан тырыш хеҙмәт ветераны, баҫалҡы ҡатын Хәниә Шафиҡова 10 октябрҙә 85 йәшен билдәләй.

Бөтә оло йәштәге кешеләрҙеке кеүек, уның да ауыр тормош юлы артта ҡалған. Бала сағы, йәшлек йылдары, тормош юлына аяҡ баҫыуы ауыр һуғыш йылдарына һәм унан һуңғы ҡатмарлы осорға тура килә. Ныҡышмалылығы һәм сыҙамлы булыуы уға тормош юлындағы ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Хәниә Вәкил ҡыҙы Ишәле ауылында тыуып үҫкән. Уның донъяны танып белеүгә, белемгә ынтылыуы көслө була, шуға ла күрше ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 35 километр алыҫлыҡта ятҡан Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә өс йыл уҡый.
Хеҙмәт юлын “Коммунист” колхозында башлай, һуңынан оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләй. Хаҡлы ялға почта бүлексәһе начальнигы вазифаһынан китә. Уның намыҫлы хеҙмәте күп һанлы почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Йыш ҡына уның ҡаҙаныштары тураһында “Коммунист” район гәзитендә мәҡәләләр донъя күрә. 1984 йылдың 3 ноябрендәге һанда бына нимә тип яҙыла: “Почтальондың сумкаһы ярайһы ҙур ғына. Ләкин Хәниә Шафиҡова көн һайын таратырға тейешле газета-журналдар өсөн ул бик бәләкәй. Сөнки, ул хеҙмәтләндергән Теләш ауылы халҡы тик район газетаһын ғына 158 дана алалар. Шуға өҫтәп, республика, үҙәк газеталар, журналдар ҙа бар. Киләһе йылға яҙылыуҙы ла уңышлы үткәрҙе. Яңы йылдан башлап уның сумкаһы тағы ла ауыраясаҡ”.
1955 йылда Әкрәм Тауаф улы менән тормош ҡора, улар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 18 йыл яҡты донъяла юҡ инде.
Әлеге көндә Хәниә Вәкил ҡыҙы бер үҙе донъя көтә. Әлегә тиклем умарта тота, йәшелсә үҫтерә. Балалары, 12 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре ҡәҙерле, изге, хәстәрлекле әсәй-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтып ярҙамлашалар, хөрмәтләйҙәр. Хәниә Вәкил ҡыҙы улар өсөн кәңәшсе, хеҙмәт һәм тормошҡа ҡарата мөнәсәбәте менән өлгө булып тора.