Ул беҙҙең иң мәрхәмәтле, һөйкөмлө, наҙлы, һәр эште башҡарып сыға алған алтын ҡуллы кешебеҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, был көн барыбыҙ өсөн дә ҙур һәм яҡты байрам. Һин яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй, ҡунаҡсыл, йомарт хужабикә. Бешергән бәлештәрең, ҡайнатмаларың иҫ китмәле тәмле килеп сыға. Хужалығыңда күпләп ҡош-ҡорт ҡарауыңа, йәшелсә-емеш үҫтереүеңә ҡарамаҫтан, бәйләргә лә ваҡыт табаһың. Һинең йылы шәлдәрең, шапка-шарфтарың, кофта, ойоҡтарың һалҡын ҡышта беҙҙе йылыта.
Киләһе йылда әсәйебеҙ атайыбыҙ Рушат Әлмөхәмәтов менән бергә тормош ҡороп йәшәүҙәренең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Атайыбыҙ – ышаныслы, эшһөйәр ғаилә башлығы. Ул оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп йөрөй, ғаиләнең ныҡлы таянысы.
50 йыл ғүмер эсендә күп ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар үттең – һынманың, һығылманың. Атайыбыҙ менән бергә балалар тәрбиәләнегеҙ, хәҙер беҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарға, уңыштарға һөйөнөп йәшәйһегеҙ.
Һиңә бер ваҡытта ла ауырымауыңды теләйбеҙ. Ғүмер юлың оҙон, ҡыуаныстарҙа, мөхәббәттә һәм татыулыҡта үтһен. Һиңә булған һөйөүебеҙҙе һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөрөп булмай. Изге күңелле кеше булып ҡал, көс-ҡеүәт өҫтәлеп, тормоштан йәм табып йәшә.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ихлас ҡотлау менән
ҡыҙҙары Вероника, Лариса, кейәүе Ленар, ейәне Морат.