Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Сентябрь 2020, 17:45

Әсәкәйебеҙ беҙҙең

Әсәкәйем минең! Яндарыңда Гелән рәхәт, гелән күңелле! Һиндә генә урын алғандыр ул Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!

22 сентябрҙә беҙҙең әсәйебеҙ Менәүәрә Юлмөхәмәт ҡыҙы Мөбәрәкшинаға (Әминева) 85 йәш тула.
Был мәҡәлә ҡәҙерле кешебеҙгә оло һөйөү һәм хөрмәт йөҙөнән яҙыла. Әсәйебеҙҙең тормош юлы, ул ваҡытта йәшәгән кешеләрҙең кеүек, ябай булмаған көндәлек хеҙмәт һәм хәстәрлектә уҙа.
Әсәйем Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында донъяға килә. 1942 йылда атаһы, минең олатайым, Бөйөк Ватан һуғышында Ленинград фронтында һәләк була. Һуғыш ваҡытында бөтәһе лә ауырлыҡта, аслыҡта йәшәй. Бәләкәй ҡыҙ көсөнән килгәнсә әсәһенә ярҙам итә. Ауыр эш һәм аслыҡтан әсәһе донъя ҡуя. Ул ваҡытта әсәйемә – 11, туғанына 9 йәш кенә була. Етем балаларҙы тәрбиәгә бабаһы ала. Һуғыштан һуң да йәшәүе еңел булмай. Мәктәпте тамамлағас, әсәйем медицина юлын һайлай һәм фельдшер һөнәрен ала.
1956 йылда яратҡан атайыбыҙҙы – Фәрит-йән Вәхит улын осратып, тормош ҡоралар, яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Бергәләп Яңы Мөслим ауылына ҡайтып йорт һалып сығалар, 55 йыл бергә мөхәббәттә һәм татаулыҡта ғүмер кисерәләр.
Әсәйем ауылда фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай, һуңынан, 1978 – 1991 йылдарҙа колхоз балалар баҡсаһы мөдире-медсестра булып эшләй.
Эшһөйәр, ихлас күңелле әсәйебеҙ тиҙ арала ауыл халҡының хөрмәтен яулай. Ул ярҙамға мохтаж һәр кешегә тиҙ ярҙам урынына ашыға, күп балаға донъяға килергә ярҙам итә, күп кешене ҡотҡарып алып ҡала! Ул ваҡытта ауылда бала табыу йорто ла була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, күрше-тирә уға ҡан баҫымын үлсәтергә килә. Күңеле һәр саҡ асыҡ тынғыһыҙ хеҙмәткәр кеше ҡай-ғыһын да йөрәге аша үткәрә. Изгелек һәм шәф-ҡәтлелек – әсәйебеҙгә хас төп һыҙаттар.
Эшкә яуаплы ҡарағаны һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн ул күп тапҡыр рәхмәт хаттары алды, 1970 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнде.
2011 йылда атайыбыҙ, беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте, әсәйем тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыһын оҙаҡ кисерҙе. Әммә тормош дауам итә.
Һәр әсә кеүек, ул да балаларым минән яҡшыраҡ тормошта йәшәһен, тип теләне. Беҙ, уның балалары – Альмира, Ринат, Асия ата-әсәйебеҙгә яҡшы, хеҙмәтсән, етешлектә йәшәгән ғаиләлә үҫтергәндәре, лайыҡлы белем алырға, һайлаған һөнәребеҙ буйынса эшләргә ярҙам иткәндәре өсөн бик ныҡ рәхмәтлебеҙ. Һәр саҡ ата-әсә ярҙамын тойоп йәшәнек. Ваҡыт һиҙҙермәй уҙа. Балалары үҫеп етте, өс ейәне, өс ейәнсәре артынан өс бүләһе һәм биш бүләсәре үҫеп килә. Әсәйем ҙур, татыу ғаиләһе менән ғорурлана ала. Беҙ барыбыҙ ҙа уны яратабыҙ, иғтибарыбыҙ, хәстәрлегебеҙ менән уратып йәшәйбеҙ. Һәр саҡ алсаҡ, изге күңелле әсәйебеҙ балаларында ла шундай сифаттар тәрбиәләгән. Үҙенең наҙын, йылыһын өләшеп, үҙе лә беҙҙең ихтирамда йәшәй. Беҙ әсәйебеҙгә оҙаҡ йылдар иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүен теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән балалары,
ейәндәре, бүләләре.