Ул Орел-Курск, Корсунь-Шевченковская, Яссо-Кишинев хәрби операцияларында, шулай уҡ Украина, Бессарабия һәм Көнсығыш Европа илдәрен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышты кесе сержант дәрәжәһендә тамамлай. Ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм “Кенигсбергты алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Хеҙмәт һәм юбилей наградаларына лайыҡ.
Һуғыштан һуң сәнәғәт комбинатында балта оҫтаһы булып эшләй, һуңынан уның директоры вазифаһын башҡара.
Александр Федоровичты юбилейы менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов ҡотланы. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын һәм бүләк тапшырҙы. Ветеранға сәләмәтлек, рух ныҡлығы, яҡындарының хәстәрен һәм иғтибарын тойоп йәшәүен теләне!