Раил Нәжип улы Салауат районында тыуып үҫкән. Тәртип һаҡлау органдарында эшләгән бабаһынан күреп, ул бәләкәй саҡтан кешеләрҙе хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү, уларҙың хоҡуғын һәм милкен һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыу тураһында хыяллана.
Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының Киров районында башлай. Ике йыл эшләгәндән һуң, Елабуға урта-махсус милиция мәктәбенең енәйәт эштәре бүлегенә уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
1985 йылда йүнәлеш буйынса Мәсетле районына ебәрелә. Уны милицияның енәйәт эштәре бүлегенә оператив хеҙмәткәр итеп тәғәйенләйҙәр. Был урында 1992 йылға тиклем эшләй, бер нисә ай өлкән хеҙмәткәр эшен башҡара.
1992 йылда Мәсетле районында енәйәт эштәре бүлеге асыла һәм уны Раил Ғәләев етәкләй. 2000 – 2008 йылдар-ҙа, хаҡлы ялға сыҡҡансы, эске эштәр бүлеге етәксеһенең беренсе урынбаҫары – криминаль милиция начальнигы була.
Уның оператив хеҙмәт стажы – 25 йыл. Был әлеге өлкәлә республиканың төньяҡ-көнсығышы буйынса иң ҙур стаж. Ниндәй генә вазифала хеҙмәт итмәһен, һәр ерҙә эшенә тоғро булып ҡала, маҡсатҡа ирешеүсәнлеге һәм яуаплылығы менән айырылып тора. Беренсе класлы белгес Раил Нәжип улы өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү булмышына әйләнә.
Күп йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә бай тәжрибә туплаған Раил Ғәләев йәш быуынға һәләтен, белемен тапшыра. Күп кенә туғандары һәм яҡындары ла уның һөнәри юлын һайлай. Ул биш йыл самбо менән шөғөлләнә, республика һәм зональ ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулай, призлы урындар ала.
Ҡатыны Рәшиҙә Дәүләт ҡыҙы ла Салауат районынан. Улар 1985 йылда, Раил Ғәләев курсант сағында, өйләнешә. Өс бала – ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары ла аталарынан үрнәк алып, уның юлынан китә.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы тарафынан күп тапҡыр грамоталар, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” I, II һәм III дәрәжә миҙалдары, “Милиция отличнигы” билдәһе бар.
Ҡәҙерле РАИЛ НӘЖИП улы ҒӘЛӘЕВты ысын күңелдән 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яҡшы кәйеф һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Алтмыш йәшкә еткән ир-егеттәр
“Ил ағаһы” тигән дан ала.
Ҡылған ғәмәлдәре өлгө булһа,
Әйткән һүҙе хаҡлыҡ һанала.
Юлдар оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Аҡ бәхеттең, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Бирһен Хоҙай иң-иң олоһон!
Ҡустыһы Венер, килене Сәлимә, туғандары Руслан,
Илгиз, килендәре Илмира, Лена, бәләкәй туғаны Арыҫлан.