Юбилейҙар
24 Августа 2020, 07:30

Ярты быуат бер ни түгел, бергә типһә йөрәктәр!

Халыҡ араһында, май айында туйҙар үткәрергә ярамай, сөнки ғүмер буйы интегеп йәшәйһең, тигән ҡараш бар. Ә бына Лиза Сабит ҡыҙы һәм Зиял Сәләх улы Шәйхетдиновтар бының киреһен раҫлай. 15 майҙа улар парлы һәм мөхәббәтле ғүмер итеүҙәренең алтын туйын билдәләне.

Нәҡ ошо көндә, 50 йыл элек, сәстәрен-сәскә бәйләгән яҡын кешеләрем Бор-ғатья ауылы клубында таныша. Әсәйем ағаһының туйына килгән була. Ерән сәсле, ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәткә, моңло тауышҡа эйә ҡыҙ йәш егеттең иғтибарын шунда уҡ яулап ала. Дүрт айҙан йәштәр тантаналарһыҙ ябай ғына итеп никахтарын теркәй. “Ғариза бирергә “Беларусь” тракторында барҙыҡ, ул саҡта башҡа техника булманы ла”, – тип хәтерләй юби- лярҙар.
Уларҙың бөтә ғүмере хеҙмәттә үтә. Әсәйем – китапханасы, хеҙмәт ветераны, “Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән. Атайым КПСС-тың Мәсетле райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, мәҙәниәт бүлеге мөдире, 22 йыл “Башҡортостан” республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. Уның хеҙмәт кешеләре тураһындағы яҙмаларын, төньяҡ-көнсығыш райондарының мөһим проблемаларын күтәргән мәҡәләләрен гәзит уҡыусылар яратып ҡабул итә. Ул – биш район өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Әйлестан” гәзитенә нигеҙ һалыусы. Уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланған: Башҡортостан Республикаһының һәм Матбуғат министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Алтын туй – парҙар өсөн генә түгел, ә уларҙың яҡын кешеләре өсөн дә ҙур байрам. Лиза Сабит ҡыҙы һәм Зиял Сәләх улы ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың олатай-өләсәй тип өҙөлөп торған ейән-ейәнсәрҙәре, бер бүләһе бар. Үкенескә ҡаршы, улдары Рөстәм яҡты донъянан иртәрәк китә – фажиғәле һәләк була.
Бөгөн ата-әсәм, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡул ҡауыштырып ултырмай. Уларҙың йортонда һәр мөйөштән йылылыҡ бөркөлә. Өйҙө сәйләндән эшләнгән биҙәүестәр, бәйләнгән изделиелар, ихатаны тал сыбығынан үрелеп эшләнгән беседка, хуш еҫле сәскәләр йәмләй. Улар баҡсала һәм умарталыҡта ихлас эшләй, спортты ла онотмай, скандинав йөрөш менән шөғөлләнә. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ғаилә архивында һаҡланған фотоларҙы ҡарарға яраталар. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға ваҡыттары юҡ. Етмәһә, һәр байрамға йәки отпуск ваҡытында беҙ, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, яҡын кешеләребеҙҙең ҡунаҡсыл йортона ашҡынып ҡайтабыҙ.