Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Август 2020, 11:00

Яҙыусы, шағир, артист…

23 августа Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Мазһар Аҙнабаев юбилейлы тыуған көнөн – 80 йәшен билдәләй.

Ул Тимерәк ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала, ә әсәһе ул бәләкәй саҡта мәрхүм була.
Тыуған ауылында алты класты тамамлағас, артабан Ләмәҙтамаҡ ауылы мәктәбендә уҡый. “Ҡыҙыл Әй” колхозында механизаторҙар етмәгәнлектән, уны Яраҫтау ауыл хужалығы училищеһына һөнәри белем алырға ебәрәләр.
Мазһар Муллабай улы бәләкәйҙән бик зирәк бала була. Йәш сағында уҡ тыуған яғының тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай, өлкәндәрҙән һуғыш йылдары, унда ҡатнашҡан яҡташтары хаҡында һораштыра. Фронтовиктарға, һуғыштан ҡайтмаған һалдаттарҙың тол ҡатындарына, йәтим ҡал- ған балаларға бағышлап шиғырҙар яҙа.
Хеҙмәт юлын 1958 йылда колхозда механизатор булып башлай. Шул йылдарҙа район ауылдарында күсмә ҡоролмалар менән фильмдар күрһәтә башлайҙар. Йәш егет махсус курс үтеп, яңы ҡоролмаларҙы үҙләштерә, улар менән эш итергә өйрәнә. Шулай уҡ уны урындағы комсомол ойошмаһының секретары итеп һайлайҙар. Ижад кешеһе бында ла үҙен күрһәтеп өлгөрә: ауыл клубы мөдире итеп тәғәйенләнгәс, “Илһам” үҙешмәкәр коллективын ойоштора.
– Элек ауылда тормош ҡайнап торҙо, – тип хәтерләй ул. – Иртән һәм көндөҙ мин баҫыуҙа эшләйем, йәйен – комбайында, ҡышын – тракторҙа, ә кистәрен ауыл хал-ҡына кино күрһәтәм, гармунда уйнайым. Йыш ҡына күрше колхоздарға сығып агитация эше алып барам.
1961 йылда Мазһар Аҙнабаев хеҙмәткә алына. Тәүҙә – Түбәнге Тагилда, һуңынан “Байконур” космодромында хеҙмәт итә. Юрий Гагариндың космос киңлектәренә осоу шаһиты ла була.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бер нисә йыл колхозда, һуңынан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, “Райсельхозтехника” предприятиеһында инженер-механик булып эшләй.
Ул, ҡайҙа ғына эшләмәһен, бер ваҡытта ла ижад итеүҙән туҡтамай. Гөлфирә һәм Инсаф Фәтҡуллиндар, Данис Ғилметдинов, Файза Абдулхаева, Фәрит Нуртдинов, Ғүмәр Бәҙретдинов һәм Мәнзүрә Ғәлләмова составында “Илһам” үҙешмәкәр труппаһы менән район, хатта республика ауылдары буйлап спектаклдәр ҡуйып йөрөйҙәр. Уларҙың сығыштары тулы зал, ҙур уңыш менән үтә. Коллектив етәксеһе актер, ҡуйыусы режиссер, драматург ролен дә алып бара. Ул “Матур ҡатындың йәмһеҙ ғәҙәттәре”, “Эй, кәләше лә, кәләше!”, “Дөрөҫ тәржемә” һәм башҡа пьесалар авторы.
Мазһар Муллабай улының “Ветерандар беҙгә һөйләй”, “Шафран шифаханаһы” китаптары, “Минең кәләшем Ләлә” һам башҡа пьесалары донъя күрҙе. Ул – “Мәсетле тормошо” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе. Уның мәҡәләләре фронтовиктар-ға, район һәм ил тарихына бағышланған.
Хеҙмәт ветераны Мазһар Муллабай улы оҙаҡ йылдар коммунистар партияһы ағзаһы, “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе булып тора. Ул район мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталары, “Космонавтикаға 50 йыл”, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының “Һуғыш балалары” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Бөгөн ул сираттағы китабы өҫтөндә эшләй. Юбилярҙы оло ғүмер байрамы – 80 йәше менән ҡотлайбыҙ. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

Һүрәттә: Үрге Ҡыйғы ауылында сығыш (һулдан уңға):
Илфат Ниғмәтуллин, Мазһар Аҙнабаев һәм Фәрит Нуртдинов.
Эх, 75-ем!
Ғүмерҙәр шулай икән ул,
Йәшлектәр уҙа икән.
Ғүмер булғас, 75-кә
Етеүе бик тиҙ икән.
50 әле 60 түгел,
Түгел инде 40 та.
Тик йәшереп кенә булмай,
Мыйыҡтарҙы ҡырып та.
70 – ул пустяк кенә,
Ә 75-е –ерунда.
Уйламаҫҡа тырышығыҙ
Ул “ерунда” турында.
Тиңдәштәрем, тыуған көндәр
Булмаһын һуңғылары.
Әйҙә берәрҙе һуғайыҡ,
Суҡынһын ҡартлыҡтары.
Ә 70 –ул елле инде,
75 – уйын түгел.
Тик белеп тор: был туй әле
Иң һуңғы туйың түгел.
Был әле уйланыр өсөн
Туҡтап тын алыу ғына.
Ә һинең ҡиәфәтең,
Буй-һының арыу ғына.
Йәшә һин шулай йәштәрсә,
Арыу-талыуҙарһыҙ.
Бер ниндәй ауырыуҙарһыҙ,
Уколдар-дарыуҙарһыҙ.
Һәр саҡ көлөп йәшә һин,
Йылмай ауыр булһа ла.
75-е лә, 80-е лә
Әйҙә, булһын ул әле.
Беҙҙең ғүмерҙәрҙең алда ла
Уты һүнмәһен әле!
Мазһар АҘНАБАЕВ.