Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Август 2020, 13:15

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ һәм яратҡаныбыҙ

Йәйҙең ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, бар эштәребеҙҙе ташлап, Тайыш ауылында йәшәүсе инәйебеҙ, өләсәйебеҙ Физа Аснаф ҡыҙы Мозафинаның өйөнә ашығабыҙ. Сөнки иң яҡты һәм яҡын кешебеҙ 45 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ҡәҙерлебеҙ 1975 йылдың 8 авгусында Асҡын районының Солтанбәк ауылында Аснаф һәм Фәғилә ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Тырыш, егәрле, аҡыллы бала булып үҫә.
Тормош иптәше Йәнсур Мәғәмүр улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, алты ейән-ейәнсәргә өләсәй һәм олатай улар бөгөн.
Эштә генә түгел, өйҙә лә уңған беҙҙең яҡын кешебеҙ. Уның телеңде йоторлоҡ аш-һыуҙары, ҡайнатмалары беҙҙе ата-әсә йортона тартып тора, ә бәйләгән йомшаҡ ойоҡбаштары, шапка, шарф, кофталары ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә тәнде йылыта.
Атай-олатайыбыҙ менән баҡса тултырып емеш-еләк, хуш еҫле сәскәләр үҫтерә.
Яратҡан ҡатынымды, инәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм донъялағы иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: яҡты иртәләр, аяҙ көндәр, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, ҡыуаныстар насип бул-һын. Киләсәктә лә беҙҙе һөйөндөрөп, тыныслыҡта ғүмер ит. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуар таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Ғүмер үренә менгән һайын йәшәүгә көс, бәхеттәрең арта ғына барһын, беҙгә терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Күҙҙәреңдә нурҙар уйнаһын.
Бөгөнгөләй шат йылмайһын йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Йәнсур,
балаларың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.