Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Июль 2020, 14:40

Беҙҙең яратҡаныбыҙ һәм ҡәҙерлебеҙ

Йәйҙең иң матур миҙгеле – июль айында элекке тракторсы, III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры, ике саҡырылыш район Советы депутаты, иң ҡәҙерле һәм яратҡан әсәйем, өләсәйебеҙ, ҡоҙағыйыбыҙ, яҡшы дуҫ-әңгәмәсебеҙ, Ләмәҙтамаҡ ауылының матур ҡатын-ҡыҙы Гөлсинур Зәбихуллина үҙенең юбилейын билдәләй.

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ артабан Яраҫтау училищеһында ҡатын-ҡыҙға хас булмаған тракторсы һөнәрен алыр-ға ҡарар ҡыла. Уның был йүнәлеште һайлауына атаһы менән иген баҫыуҙарында йөрөгәндә алынған тәьҫораттар йоғонто яһай.
Водитель таныҡлығы алғас, Гөлсинур Миңлебай ҡыҙы тыуған ауылына ҡайтып, Нуриманов исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Колхоздың шул ваҡытта яңы трактор алған мәле була, йәш ҡыҙға шул техниканың руле артына ултырырға тәҡдим итәләр. Ул ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай ризалаша. Техника көсө талап иткән бөтә эштәрҙе лә эшләй: яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу, фураж, мал аҙығы әҙерләү, һыу ташыу, ферма эштәре, урман сығарыу. Колхоз таралғандан һуң, ауыл хакимиәтендә бухгалтер-кассир, шәхси магазинда һатыусы эшен башҡара. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн уны госстатистика федераль хеҙмәте махсус билдә менән бүләкләй.
Гөлсинур Зәбихуллина тырыш һәм яуап- лы хеҙмәткәр генә түгел, һоҡланғыс ҡатын, яратҡан әсәй-өләсәй, ҡунаҡсыл, йомарт һәм хәстәрлекле хужабикә. Тормош иптәше Мансур Миңлеғәли улы менән татыулыҡта, бер- берҙәренә иғтибарлы, ихтирамлы булып донъя көтөп, ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы дүрт йыл был донъяла юҡ инде. Әсәһенең оло терәге Илмир хоҡуҡ һаҡлау органында эшләй, ҡыҙы Миләүшә – уҡытыусы. Гөлсинур Миңлебай ҡыҙы бер ейәнгә, өс ейәнсәргә өләсәй. Ул 92 йәшен ҡыуып барған әсәһе – Гөлйыһан әбей менән гөрләтеп донъя көтә.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙгә ошо юбилейлы тыу-ған көнөндә ныҡлы һаулыҡ, балаларыңдың һәм туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, хәстәрен тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тормошҡа ҡыуанып, уның һәр минутына ҡәнәғәт ҡалып йәшә. Яҡшы кәйеф һәм киләсәктә аяҙ көндәр һиңә!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Ғәйфулла Ғәлиулла улы, ҡоҙағыйың Миңлегөл
Абдулла ҡыҙы, кейәүең Ғаяз, ҡыҙың
Миләүшә, ейәнсәрҙәрең Әлфиә һәм Әмирә.