Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Июль 2020, 18:00

Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән һәм бөгөн дә унда ғүмер итеүсе әсәйебеҙ Гөлшат Ризуан ҡыҙы менән атайыбыҙ Илдар Хәкимйән улы Хәйбуллиндар күркәм юбилейҙарын билдәләй. Ошо уңай-ҙан яҡын кешеләребеҙҙе ысын күңелдән тәбрикләп, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Гөлшат Ризуан ҡыҙы – өлгөлө әсә лә, ейәндәренә ярҙамсыл өләсәй ҙә, өлгөр хужабикә лә, хәстәрлекле тормош юлдашы ла, уңған килен, үҙ эшенең оҫтаһы, туғандарына һәм яҡындарына ныҡлы терәк-таяныс та.
Күпме булһа ерҙә изге теләк –
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
* * *
Илдар Хәкимйән улы туғандары өсөн генә түгел, сит-ят кешеләргә лә ябай, ярҙамсыл, изге күңелле кеше. Һин – барыбыҙҙың да арҡаланыр кешебеҙ, күҙ терәп торған таянысыбыҙ. Бар эште лә урын-еренә еткереп, намыҫлы һәм яуаплы башҡараһың.
“Ир уртаһы – ике утыҙ”,
“Алтмышта – аҡыл алтын” –
Ошо тапҡыр мәҡәлдәрен
Юҡҡа әйтмәгән халҡым.
Беләктәрең көс-ғәйрәтле,
Күҙҙәреңдең уты бар.
Йөрәгеңдә дәртең тулы,
Йорт-ҡураңдың ҡото бар.
Йәшә әле дәрт-дарманлы,
Ҡанаттарың пар булһын!
Һин урамдан үткән саҡта
Киң урамдар тар булһын!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар, ҡылған изгелектәрегеҙҙең са-уаптары насип итеүен, яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ.