Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Июль 2020, 12:05

Йәшәлгән һәм эшләгән йылдары менән бай ул

1940 йылдың йәмле июль айының 16-сы көнөндә атай-әсәйемдең тәүге балаһы – ҡыҙҙары Фәнүзә яҡты донъя- ға ауаз һала.

Атайым тәүге балаһы тыуғанға сикһеҙ шатлана. Ҡыҙсыҡҡа атай-әсәй наҙында бер йәш тулды тигәндә, тыуған илебеҙгә фашистар ябырыла – һуғыш башлана. Һуғыш... Нимә ул һуғыш? Ул ике яҡтың ҡорал тотоп бер-береһенә ҡаршы алышы ғына түгел, ул – ғаиләләрҙең тарҡалыуы, ул – аслыҡтан үлгән балалар, ул – изгелекте һәм тыныслыҡты емереү, ул – һағыш, ҡайғы һәм үлем. Һуғыш балалары ошо ауырлыҡты, яуызлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән. Бәләкәс кенә Фәнүзә апайым да ошо йылдарҙың ауырлыҡтарын күреп үҫә. Атайымды 1942 йылдың 18 майында фронтҡа алалар. Ике йәше лә тулмаған бәләкәс ҡыҙсыҡтың атаһын нисек кенә һуғышҡа ебәргеһе килмәһен, илде фашистарҙан һаҡларға кәрәк бит.
Башта атайым запастағы 52-се уҡсылар полкына тәғәйенләнә. 1942 йылдың июль айында 212-се уҡсылар полкы составында аяуһыҙ һуғыштар-ҙа ҡатнаша. 1943 йылдың июль айында ҡаты яралана, янбаш һөйәге һынып, сәрпәкләнеп госпиталгә эләгә һәм 1944 йылдың ноябрь айына тиклем госпиталдә дауалана. Һауыҡҡас, 541-се МВД полкында хеҙмәтен дауам итә. 1945 йылдың ғинуар айынан алып 1946 йылдың октябренә тиклем 239-сы ротала хеҙмәтен дауам итә. 1946 йылдың ноябрендә тыуған яҡтарына еңеүсе булып ҡайтып төшә.
Һуғыш ваҡытында атайымдың һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ килә. Барыһы ла түгелеп илағанда, 4 йәшлек Фәнүзә апайым: “Иламағыҙ, атайым тере ҡайта”, – тип йыуата һәм уның әйткәндәре дөрөҫ булып сыға. Илдә яңы тормош башлана. Фәнүзә апайым 1959 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең 8-се класын бик уңышлы тамамлап, ҡулына аттестат ала. Уҡыуы яҡшы бул-ғас, Бөрө ҡалаһындағы кооператив техникумына уҡырға керә. Ләкин уҡып бөтөрөргә тура килмәй. Йәйге ялға ҡайт-ҡан ваҡытында Ғүмәр ауылының "Ҡоҙаса" фермаһында асыл-ған бәләкәс ларек-магазинға эшкә саҡыралар. Артабан эшкә уңған, һатыуға-үлсәүгә оҫтар-ған ҡыҙҙы Мәсетле ауылына ҙурыраҡ магазинға күсерәләр. Бында ул буласаҡ тормош иптәше Ирек Йәрмөхәмәт улы Дусмөхәмәтовты осрата һәм 1963 йылда улар өйләнешәләр. Йәштәр ғаилә башлығының тыуған ауылы Һөләймәндә төпләнә. Сауҙа өлкәһендә тәжрибәһе булған йәш килен Һөләймән ауылында магазинға урынлаша һәм пенсияға сыҡҡансы яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. Ирек еҙнәм дә эшкә бик уңған, көндө-төнгә ялғап эшләгән алдынғы тракторсы була, фотоһы “Почет таҡтаһы”нан төшмәй. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы биш бала: дүрт ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Һәр береһен үҫтереп, эйәле-башлы итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Тик Ирек еҙнәм генә донъянан иртәрәк китеп барҙы – ғүмер буйы тракторҙа эшләү һаулығын тиҙ бөтөргән икән. Урыны йәннәттә булһын.
Фәнүзә апайым әсе елдәргә бирешмәне, күңеленә йыуаныс табып, дин юлына баҫты. Ауылда, районда уҙған мәҙәни сараларҙа актив ҡатнаша, шиғыр-ҙар ижад итә, әҙәби әҫәрҙәре район гәзитендә баҫылып тора. Бәхетле әсәй, өләсәй ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары менән был матур тормошҡа һөйөнөп йәшәй. Донъялар имен, балалар, туғандар, ауылдаштарым иҫән булһын, тип доғалар ҡылып, аяттар уҡытып йәшәй.
Ҡәҙерле, һөйөклө, оло ихтирамға лайыҡ апайыбыҙға быйыл 80 йәш тула. Барлыҡ туғандар исеменән һине оло юбилейың менән ихлас ҡотлайым! Хоҙай һине һаулыҡтан айырмаһын, бәрәкәтле ғүмер бир-һен, иң изге теләктәрең тор- мошҡа ашһын, апаҡайыбыҙ!
Мәүжиҙә АЛЛАЯРОВА.