Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Июль 2020, 14:00

Ғаилә парҙарын ҡотланылар

Район Мәҙәниәт һарайының байрам билдәһе – аҡ сәскәләр менән биҙәлгән бәләкәй залында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә “Һөйөү менән йылытылған ғаилә һәр ваҡыт ышаныслы һәм ныҡ” исемле тантаналы сара уҙҙы.

Унда балаларын, ейәндәрен, бүләләрен матур итеп тәрбиәләгән, йәмәғәт тормошона ҙур өлөш индергән ғаилә парҙары саҡырылды.
Байрамды район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова асты һәм ғаиләнең йәмғиәт нигеҙе, һөйөү сығанағы һәм тоғролоҡ өлгөһө булып ҡалыуын билдәләне.
Бына инде күп йылдар дауамында районда яҡшы традиция һаҡланып килә – үҙ-ара һөйөүгә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, балаларын яҡшы тәрбиәләгән, оҙаҡ йылдар йылы мөнәсәбәттәрен һаҡлап ҡалған өсөн “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырыла. 2009 йылдан башлап районда алты ғаилә ошондай миҙалға лайыҡ булды.
Быйыл миҙал Ключевой ауылынан Наталья һәм Игорь Заводовтарға тапшырылды. Улар-ҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 36 йыл. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар “Әй” совхозында эшләгән, хужалыҡ бөткәндән һуң вахта ысулы менән Себергә йөрөп, ғаиләһен ҡараған. Ҡатыны – мәктәптә. Улар бынамын тигән ике ҡыҙ үҫтергән. Ир менән ҡатын ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауылдаштары уларҙы уңғанлыҡтары һәм инсафлыҡтары өсөн хөрмәт итә. Гөлназ Халиҡ ҡыҙы уларға награда һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Артабан бүләкләү тантанаһын район ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Ғәйнанова дауам итте. Ул Һөләймәндән Мәүлиҙә һәм Вәсил Фазыловтарҙы, Юлай ауылынан Гөлира һәм Зәки Ҡәйүмовтарҙы, Оло Ыҡтамаҡтан Рида һәм Миннулла Ғәлиндарҙы, Зилә һәм Раһип Ғәлимовтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланы һәм уларға Баш-ҡортостан Республикаһы Башлығы һәм район хакимиәте башлығы бүләктәрен тапшырҙы.
Юбилярҙарҙы шулай уҡ улар-ҙың балалары һәм ейәндәре ҡотланы.
Ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергә ғүмер кисергән был ғаиләләрҙең бәхет нигеҙен берҙәм хеҙмәт, үҙ-ара аңлашыуға һәм гармонияға ынтылыш тәшкил итә.
Фазыловтар ғаиләһе
Мәүлиҙә һәм Вәсил Фазыловтар бар ғүмерҙәрен Нуриманов исемендәге колхозда эшләүгә бағышлаған. Уларҙың фоторәсемдәре хужалыҡтың “Почет таҡтаһы”нда эленеп торған. Эш һәм өй мәшәҡәттәре араһында Фазыловтар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләргә өлгөргән. Үҙ көстәре менән өй һалып сыҡҡандар, хужалыҡ булдыр-ғандар. Алдынғы һауынсы Мәүлиҙә Әнүәр ҡыҙы “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ.
Ҡәйүмовтар ғаиләһе
Гөлира Хәмиҙулла ҡыҙы Бөрө кооператив техникумын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Ҡорғат ауылында һатыу-сы булып башлаған. Бында ул буласаҡ тормош иптәше Зәки Мәхмүт улын осрата. Ул, Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, колхозда тракторсы, комбайнсы була, бик оҫта баянда уйнай. Ир менән ҡатын клубта ла эшләп ала: ир – директор, ҡатыны – художество етәксеһе. Зәки Мәхмүт улы ситтән тороп Дыуан ауыл хужалығы техникумында белем ала. Уны тамамлағандан һуң, 39 йыл дауамында колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Күп һанлы почет грамоталары менән бүләкләнгән. Гөлира Хәмиҙулла ҡыҙының “Рәсәйҙең ҡулланыу-сылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе бар. Ҡәйүмовтар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.
Ғәлиндар ғаиләһе
Миннулла Кәлимулла улы сығышы менән Ғафури районынан. Ул ауыл хужалығы идаралығында зоотехник-умартасы булып эш башлай. 16 йылдан ашыу районда умартасылыҡ тармағын етәкләй. 1985 йылдан өлкән иҡтисадсы итеп күсерелә, өс йылдан әҙерләүҙәр инспекцияһы начальнигы булып китә. Ауыл хужалығы идаралығында 31 йыл хеҙмәт итә. Ҡатыны Рида Мәүлит ҡыҙы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Мәктәптән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға ингән. Йүнәлтмә буйынса Ғүмәр башланғыс мәктәбендә уҡытҡан. Салйоғот башланғыс мәктәбендә директор һәм рус теле уҡытыусыһы була. Дүрт йылдан һуң “Коммунист” район гәзите редакцияһына корректор булып эшкә күсә. Пенсияға сығыр алдынан мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ғәлиндар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн ейәндәрен тәрбиәләргә ярҙамлашалар.
Ғәлимовтар ғаиләһе
Раһип Баҡый улы оҙаҡ йылдар “Сельхозтехника” ойошмаһында эшләй. “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнгән. Зилә Йәғәфәр ҡыҙы тыумышы менән Яңы Мишәр ауылынан. Ләмәҙтамаҡ китапханаһында эшләп ала. Оҙаҡ йылдар район ҡулланыу-сылар йәмғиәтендә хеҙмәт итә. “Коммунистик хеҙмәт ветераны” исеме бар. Ғәлимовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн алты ейәндәре олатай менән өләсәйҙе һөйөндөрә.
Байрам алдынан район Мәҙәниәт һарайы “Мәсетле ере династиялары” акцияһы ойошторҙо. Унда уҡытыусыларҙың, медицина һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең 22 хеҙмәт династияһы ҡатнашты. Был көндө залға Оло Аҡа ауыл биләмәһенән хөрмәтле Ғибәҙуллиндар-Ғәниевтар уҡытыусылар династияһы саҡырылғайны. Проекттың авторы – Илнур Ғибәҙуллин.