Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Июль 2020, 12:15

Тынғыһыҙ сағыу тормош

Тыуған төйәгенең ҡотон арттырыусы

Кешене эше данлай, тиҙәр. Бөтә ғүмер юлын тынғыһыҙ хеҙмәткә арнаған, тыуған төйәгенең данын күтәргән, милли йолаларҙы һаҡлауға, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә иғтибар биргәндәргә һоҡланып, айырыуса бер ихтирам менән ҡарайбыҙ. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Нәзирә Әхкәмова тап ана шундайҙарҙан. 2 июлдә ул үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Уның бөтә хеҙмәт юлы райондың мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә, һаҡлауға һәм нығытыуға арналған.
Нәзирә Әхкәм ҡыҙы Яңы тормош ауылында Йыһаниә һәм Фазылйән Бикташевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Тиҙҙән улар Теләш ауылына күсә. Әсәһе колхоз заправкаһында, атаһы ферма мөдире булып хеҙмәт итә. Тик ғаилә башлығы иртә вафат була. Уңған, көслө ихтыярлы Йыһаниә апай һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыр өсөн көнө-төнө ал-ял белмәй тир түгә.
1972 йылда Теләш ауылына “Сельхозтехника” ойошмаһының профсоюз китапханаһын күсерәләр. мәктәпте яңы ғына тамамлаған Нәзирә Фазылйән ҡыҙына шунда эшләргә тәҡдим итәләр. Бала саҡтан китап уҡырға яратҡан ҡыҙ шунда уҡ риза була. Артабан китапханасылар техникумын тамамлай. Уның тырыш хеҙмәтен күреп,“Коммунист” колхозының комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр.
– Беҙ комсомолдарҙың әхлаҡи йөҙөн тикшерҙек, изге эштәре өсөн рәхмәт белдерҙек, яҙыҡлыҡтары өсөн шелтә яһаныҡ. Ул ваҡытта егет һәм ҡыҙҙар тиҫтерҙәренең фекеренә ҡолаҡ һала һәм комсомол ойошмаһының рәхмәтен алырға тырыша ине, – тип һөйләй Нәзирә Фазылйән ҡыҙы. – Хеҙмәт баҫыуында йәштәр үҙ-ара ярышты. Һөҙөмтәләрҙе клубта, киске уйын ваҡытында эшләй инек: алдынғыларҙы уртаға сығарып улар тураһында һөйләнек, үҙебеҙ әҙерләгән гөлләмәләр тапшырҙыҡ.
1982 йылда ул фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн юғары награда – “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Кейәүгә сыҡҡандан һуң Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп киләләр. Бында 26 йыл Мәсетле үҙәк китапхана системаһында хеҙмәт итә, 14 йыл уның директоры була. Эшләү дәүерендә ул үҙен ойоштороу һәләтенә эйә грамоталы хеҙмәткәр һәм етәксе итеп күрһәтә. Һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләргә ирешә, үҙенең өлгөһөндә коллегаларын дәртләндерә, оҙайлы һәм нигеҙле пландар ҡора белә. Ул етәкселек иткән осорҙа китапхана төп күрһәткестәр, шул иҫәптән гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса йыл һайын республикала лидерҙар рәтендә була. Төньяҡ-көнсығыш райондар араһында тәүге тапҡыр устав ҡабул ителә, зональ кәңәшмәләр үткәрелә башлай. Китапхана республикала тәүгеләрҙән булып, китап магазины асып, түләүле хеҙмәттәр күрһәтә башлай.
Пенсияға сыҡҡас, тағы ла һигеҙ йыл эшләгәндән һуң, ул хаҡлы ялға туҡтарға ҡарар итә. Тик район етәкселеге һәр эште урынына еткереп башҡарған Нәзирә Фазылйән ҡыҙына тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын етәкләргә тәҡдим итә. Һәм хаталанмай ҙа. Ул музей эшен тейешле кимәлдә ойоштора ала. Киләсәк быуынға тарихты һаҡлау өсөн барыһын да эшләй. Район һәм уның кешеләренә бәйле материалдарҙы бөртөкләп йыя, музейҙы яңы экспонаттар менән тулыландыра. Музейға кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн эшендә инновацион ысулдарҙы ҡуллана, яңы проекттар әҙерләй һәм тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, 2017 йылда уның “Ҡумыҙ музейы – милли музыка мәҙәниәтенең боронғо йолаларын тергеҙеү, һаҡлау һәм таратыу үҙәге” тигән проекты республика Башлығы грантына лайыҡ була. Ошо грант һәм район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән республикалағы бер-ҙән-бер ҡумыҙ музейы тулы-һынса реконструкциялана, заманса яңы һулыш ала. 2018 йылда музей “БР-ҙың иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы” була.
Нәзирә Әхкәмова эшмәкәрлегенең мөһим яғы булып йәмәғәт эше тора. Ғүмере буйы, әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтеп, халыҡ араһында була, кешеләрҙең мәнфәғәттәре менән йәшәй. 2013 йылдан бирле райондың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Ул халыҡтың рухи хазинаһы һағында тора, йәшәү башланғысы, мөхәббәт, бәхет сығанағы булған ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә, сәләмәт тормош алып барыуға өндәй. Уның ярҙамы менән “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары төрлө республика һәм зональ конкурстарҙа ҡатнашып, яңы кимәлгә сыҡты. Башҡорт милли костюмдарының төньяҡ-көнсығыш комплексын тергеҙеү һәм популярлаштырыу буйынса ҙур эш алып бара. Боронғо кәсептәр менән таныштырыу өсөн районға билдәле шәхестәр-ҙе, үҙ эшенең оҫталарын саҡыра. Төньяҡ-көнсығышта тәүге тапҡыр “Милли костюм – быуаттар мираҫы” тип аталған зональ ғилми-ғәмәли конференция ойоштора. “Сәсмәүерем, селтәрем-2018” төбәк-ара баш-ҡорт милли костюмдары фес-тиваль-конкурсының “Этнографик костюм” номинацияһында II дәрәжә дипломына лайыҡ була. Оҙаҡ йылдар территориаль һайлау комиссияһы секретары эшен алып бара.
Нәзирә Фазылйән ҡыҙы – райондың икенсе энциклопедияһын төҙөүсе. Мәҙәниәт өлкәһендәге күп йыллыҡ тәжрибәһе, райондың тарихын һәм унан сыҡҡан кешеләрҙе яҡшы белеүе, йәмәғәт эшендәге байтаҡ стажы уға материалдар йыйыуҙа ярҙам итә. Ҡабаттан баҫтырылып сығарылған энциклопедия яңы баҫмаға әйләнә: тәүге баҫмалағы бөтә мәҡәләләр ҡабаттан тикшерелә, төҙәтелә, тулыраҡ библиографик белешмә төҙөлә.
Юбилярҙың хеҙмәте Рәсәй-ҙең“Мәҙәниәттәге ҡаҙаныштары өсөн” билдәһе, Башҡорт-остандың Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Ҡатын-ҡыҙҙар союзының почет грамоталары, Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Хөрмәтле Нәзирә Фазылйән ҡыҙы! Һеҙ бөтә ғүмерегеҙҙе Мәсетле ере именлеге өсөн хеҙмәт итеүгә арнанығыҙ. Һеҙҙең мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ район ғына түгел, ә дәүләт наградалары менән раҫланған.
Тыуған яҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлегегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.
Юбилейығыҙ көнөндә беҙ һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, ижади үҫеш, бөтмәҫ дәрт һәм рух күтәренкелеге теләйбеҙ. Һәр ваҡыт эргәгеҙҙә тоғро дуҫтар, һеҙҙе аңлаған һәм идеяларығыҙҙы хуплаған коллегалар, яратҡан туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ булһын!
Райондың мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт һарайы коллективтары.
* * *
Бөгөн беҙ район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, эшлекле, үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға талапсан ҡатын Нәзирә Фазылйән ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!
Һеҙ профессионаллегегеҙ һәм бай тәжрибәгеҙ, тәрән аҡылығыҙ һәм эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ, принципиаллегегеҙ, кешеләр менән эшләй белеү оҫталығы менән йәмғиәттә хөрмәт ҡаҙандығыҙ. Һеҙ Ватанына, халҡына хеҙмәт итеүҙә күптәргә өлгө булып тораһығыҙ.
Юбилейлы тыуған көнөгөҙҙә һеҙгә уңышлы, конструктив эшегеҙ, инициативаларға һәм тәҡдимдәргә дөрөҫ ҡарашығыҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, йәшлек дәрте, шатлыҡлы көндәр һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы.