Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
26 Июнь 2020, 18:00

Хеҙмәттә үткән ғүмер

90 йәшен билдәләгән һәр кем легендаға тиң. Ул юбиляр-ҙың билдәле булыу-булмауына, ниндәй-ҙер мөһим вазифа биләүенә һис кенә лә бәйле түгел.

26 июндә Оло Ыҡтамаҡтан Сажиҙә Фәхретдинова 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Хөрмәтле ағинәйҙең яҙмышы ул йылдарҙа йәшәгән бар халыҡтыҡы кеүек. Ул – үҙ ғүмерендә шатлығын да, хәсрәтен дә күргән ябай ауыл ҡатыны. Бала, үҫмер саҡтары, йәшлек осоро ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Бала саҡтан уҡ хеҙмәттә сыныҡҡан ныҡлы характеры һәм ныҡышмалылығы уны ғүмер буйы оҙата бара, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Сажиҙә инәй Мәләкәҫ ауылында тыуған. Оҙаҡламай уның ғаиләһе Әләгәҙ, Мәләкәҫ, Борғатья, Тәкә ауылдары хал-ҡы нигеҙләгән Һалҡын Шишмә ауылына күсеп китә. Ата-әсәһе Орджоникидзе исемендәге совхозда хеҙмәт итә.
– Бында килеп төпләнгәс, өй һалып сыҡтыҡ, мин мәктәптә уҡыным. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, һуғыш башланды. Атайыбыҙ фронтҡа китте. Әсәйем ҡулында биш бала менән тороп ҡалды. Иң кесеһенә һигеҙ ай ғына ине. Атайым хушлашҡанда әсәйемә: “Һуғыш тамамланыуға мине Мәләкәҫтә көтөгөҙ”, – тип китте. Әсәйебеҙ уның һүҙен тотто: беҙҙе һәм һыйырҙы эйәртеп тыуған ауылға ҡайтты. Бында беҙҙең өйөбөҙ ҙә юҡ ине, Фәхретдин ағайыбыҙҙың ғаиләһе үҙенә һыйындырҙы.
Һуғыш йылдарында ололар менән бер рәттән колхозда эшләй: иҫәпсе була, ашнаҡсыға ярҙамлаша. Ғаиләлә иң өлкән бала булараҡ әсәһенә хужалыҡта ярҙамлаша, бәләкәй туғандарын ҡарай. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡырға тырыша һәм Ҡыҙылбай мәктәбендә ете класс тамамлай.
Бер ваҡыт ул атаһының ҡайтып килеүе тураһында белеп ҡала. Шул саҡ, аяҡтарына ҙур калуш кейеп, көҙгө батҡаҡта атаһына ҡаршы йүгерә. Юл ыңғайына Һөләймән ауылына апаһына инеп сыға.
– 30 километр оҙонлоҡтағы юлды туҡтамай йүгерҙем. Атайымды күргәс, әллә тулҡынланыуҙан, әллә хәлһеҙлектән, аңымды юғалттым, – тип хәтерләй ул.
Уның бар тормош юлы хеҙмәттә үтә. Һуғыштан һуң Әбдрәхим ауылында һөт йыйыусы булып эшләй, “Мәсәғүт” совхозының өсөнсө бүлексәһендә ашнаҡсы була. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ете йыл Оло Ыҡтамаҡ дарыуханаһында ҡарауылсы булып эшләй.
Хәҙер юбиляр бер үҙе йәшәй, әммә балалары һәм ейәндәре уны яңғыҙ ҡалдырмай, йыш килеп йөрөйҙәр. Сәләмәтлеге бер аҙ ҡаҡшаһа ла, ул бойоҡмай, тормошҡа һөйөнөп йәшәй.