“Уҡытыусы – ул иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Тыңлауһыҙ бәләкәй балаларҙан үҙ маҡсатына ынтылыусан аҡыллы кешеләр үҫеп етһен өсөн күпме тырышлыҡ һалырға, сабыр булып эшләргә кәрәк. Хәҙер беҙ сығарылыш класында уҡыйбыҙ. Беҙҙе мәктәптәге иң шәп класс етәксеһе Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы бишенсе кластан бирле алып килә. Аҡыллы, һөйкөмлө, йомшаҡ күңелле, ихлас йылмайған уҡытыу-сыбыҙҙы беҙ бик ныҡ яратабыҙ. Ул беҙҙең өсөн икенсе әсәйгә әйләнде, әхирәт кеүек яҡын да. Ҡыҙҙар уға серҙәрен ышанып һөйләй, кәңәш һорап мөрәжәғәт итәләр. Малай-ҙар ҙа кәңәшләшә, сөнки уның үҙенең дә улы бар һәм ул малайҙарҙы яҡшы аңлай. Дәрестәрҙә ул етди, талапсан, ғәҙел. Ә тәнәфестә йәнә беҙҙең мәшәҡәттәр, проблемаларыбыҙ менән йәшәй башлай. Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы беҙҙең насар билдәләр, уңышһыҙлыҡтар өсөн бик борсола. Һәр ваҡыт беҙҙе аңлай, барыһына ла ярҙам итергә тырыша. Мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара хөрмәттә төҙөй”.
Был юлдар минең сығарылыш класындағы рус теленән һуңғы дәфтәрҙән алынған. Был балаларса яҙылған һүҙҙәрҙең асылына әле ныҡлап төшөнөп, Максим Горькийҙың һүҙҙәрен хәтергә төшөрәм: “Һәр баланың күңелендә күҙгә күренмәҫ ҡылдар ята, уларға белеп ҡағылһаң, улар матур сыңлаясаҡ”.
Хәҙер, күп йылдар үткәс, инде өлкән кеше һәм хатта класс етәксемдең коллегаһы булып, уның үткәргән ғәҙәти булмаған ҡыҙыҡлы дәрестәрен, йылы мөнәсәбәттәрҙә уҙған класс сәғәттәрен иҫкә төшөрөп, Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы һәр балала был ҡылдарҙы таба белә тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы Вәлиева... Был исем районыбыҙҙа күптәргә таныш. Уның эшмәкәрлеге 2-се һанлы мәктәп, хәҙерге Баш-ҡорт гимназияһы менән бәйле. Ул – юғары квалификациялы уҡытыусы. Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы ысын уҡытыусы булыу өсөн тыу-ғандыр ул. Ул – бай рухи донъялы, үҙенә юғары профессиональ һәм кешелек сифаттары туплаған ҡыҙыҡлы шәхес, мәктәп тарихында, уҡыусылары йөрәктәрендә мәңгелеккә сағыу эҙ ҡалдырыусы уҡытыусылар рәтенә инә. Әле күп йылдар элек Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инеп, ул уҡытыусы эшенең тынғыһыҙ икәнлеген яҡшы аңлай. Хеҙмәт ысынлап та тынғыһыҙ булып сыға. Ул юғары яуаплылыҡ, ойошҡанлыҡ, даими эмоциональ көсөргәнеш һәм бөткөһөҙ энергия талап итә. Бик ныҡлы белемгә эйә булған юғары интеллектлы шәхес, юғары бурыс тойғоһо йөрөткән оло йөрәкле, изге һәм сабыр кеше генә был бурысты үтәй ала. Ошо сифаттарҙың барыһы ла хас беҙҙең Лилиә Мәүлитбай ҡыҙына.
Был 2001 йыл ине. Тәүге дәрес. Танышыу. Уның менән осрашыу-ҙан тәүге тәьҫоратымды бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйем. Класҡа дәртле баҫып эшлекле, әммә бик йомшаҡ ҡарашлы һәм ихлас йәш педагог килеп инде. Үҙенә һәм эргәләгеләргә талапсан, үҙ предметын һәм методиканы яҡшы белгән, юғары эрудициялы. Уның ҡарашы һәр беребеҙгә айырым төбәлгән, шул уҡ ваҡытта ул тотош класты күрә белә. өндәшмәй генә, әммә йылмайып һәр беребеҙҙе барлап сыҡҡан ул бер-нисә минутта Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы һәр уҡыусының күңеленә үтеп ингәндәй, характерын тойғандай, фекерен ишеткәндәй булды. Уҡытыусыбыҙҙың ҡулында – әле күптән түгел алынған диплом. Һуңынан уны беҙ бар класс менән ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡтыҡ. Ошо беренсе дәрестән һәм мәлдән алып ул беҙҙең өсөн ябай уҡытыусы ғына булыуҙан туҡтаны. Ул – тәрән аҡыл, мәҙәнилек эталоны. Уның дәрестәренән һуң күңелеңдә йылы тойғолар ҡала. Хәҙер байтаҡ ваҡыт үтһә лә, беҙҙең класс уның һәр дәресен хәтерләй.
Уның дәрестәре–көсөргәнешле уҡыу эшмәкәрлеге менән генә түгел, белем алыу теләгенән ҡәнәғәтлек алыу тойғоһо менән дә тулған. Уҡыусыларын химия һәм биология төшөнсәләрен дөрөҫ аңларға һәм ҡабул итергә генә түгел, тормош закондарын да белергә өйрәтеп, ул тәрбиәләнеүселәренә бар күңел йылыһын һәм энергияһын бирә. Уның эргәһендә көс алаһың, тормошҡа ышаныслы ҡарай башлайһың. Уға ҡарап, үҙең дә алға барырға теләйһең. Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы тотона алмаҫлыҡ һәм башҡарып сыҡмаҫлыҡ эш юҡтыр ул. Ул һәр ерҙә әүҙем ҡатнаша. Уҡыусыларҙың төрлө тикшеренеү һәм ижад эштәре фестивалдәре, семинарҙары, курстары, “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы. 2018-2019 йылдарҙа Баш-ҡорт гимназияһы ҡарамағындағы республика инновация майҙансығы ағзаһы ла, жюри һәм эксперт та булды. Башҡа класс етәкселәре менән бергә балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Уҡыусыларҙы төрлө конференциялар-ға,олимпиадаларға, “Олимпис”, “Сифатлы белем – Рәсәй киләсәге”, “биотоп”, “Химия һәм биология аҙналығы” “Йыл уҡыусыһы” конкурстарына әҙерләгәндә әүҙем эш алып бара. Ул ҡатнашҡан сараларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел.
Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы химия һәм биологияны уҡытыу методикаһын камил белә һәм уҡытыу эшмәкәрлегендә төрлө яңы методтар-ҙы һәм технологияларҙы уңышлы ҡуллана, һөҙөмтәлә белем биреүҙең юғары тотороҡло сифаты һаҡлана. Лилиә Мәүлитбай ҡыҙының уҡыу-сыларының төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа нисек сығыш яһауҙарын күреү өсөн уның педагогик ҡаҙаныштарын байҡау ҙа етә. 25 йыл эсендә мәктәбебеҙ уҡыусыларының күбеһенең исемдәрен район һәм республика кимәлендә билдәле итте. Һуңғы ҡаҙаныштарын ғына алһаҡ та етәрлек: 2019 йылда химия буйынса район олимпиадаһында Камил Солтанов I урын алһа, Арсен Камалов II урын яуланы, 2018 йылда Башҡорт- остандың төньяҡ-көнсығыш райондары уҡыусыларының фәнни ҡаҙаныштар зональ ижад лабораторияһында Фирҙәүес Хисамова менән Луиза Исхаҡова II урынға сыҡтылар, Дамир Усманов – III. Химия буйынса “Олимпис-2019” халыҡ-ара конкурсында Анита һәм Яна Ғафаровалар – I, Ләйсән Мөбәрәкшина – II, Ынйы Носратуллина менән Рузилә Сабирова III дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар.
Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы – ижади шәхес. Башҡаса мөмкин дә түгел. Ул район һәм республика семинарҙарында, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, форумдарҙа даими ҡатнаша. Күп һанлы сертификаттары, грамоталары, рәхмәт хаттары һәм дипломдар – бының асыҡ дәлиле. Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы химия уҡытыусыларының район семинары өсөн һәр ваҡыт актуаль темалар һайлай: “Химиянан төп дәүләт имтихандарына һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә демоверсиялар менән эш”, “9 һәм 11 кластарҙа дәүләт имтихандарының яңы формаларына сығарылыш уҡыусыларын әҙерләү системаһы”. Асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре юғары кимәлдә үтә һәм уҡытыусының үҙ предметына һәм эшенә етди мөнәсәбәте күрһәткесе булып тора. 11 класта “Берҙәм дәүләт имтиханы заданиеларында электролиз”, Бөтә Рәсәй “Һыуҙы һаҡлаусылар” акцияһы барышында асыҡ дәрестәр, “Пластинкала” мәсьәләләр” оҫталыҡ дәресе, 11 класта “Металл булмаған элементтар” темаһына асыҡ дәрес.
Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы әҙерләгән методик ҡулланмалар бөтә Рәсәй мәғариф хеҙмәткәрҙәренең nsportal. ru берләшмәһендә уҡытыусының персональ сайтында баҫылып сыҡҡан. Уның үҙ предметы буйынса фәнни мәҡәләләре күп йыйынтыҡтарҙа баҫылған.
Ул 2002, 2007, 2010 йылдарҙа район мәғариф бүлеге, 2002 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почет грамоталары, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2002” республика конкурсы ҡатнашыусыһы “Мәғариф мөхите-2011” район форумы лауреаты дипломдары, проекттарҙа ҡатнашҡан һәм етәкселек иткән өсөн күп һанлы рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Уның баһалап бөткөһөҙ фиҙаҡәр хеҙмәте, сикһеҙ энергияһы, эшләү теләге уның ҡулы аҫтында белем алғандарҙың барыһы өсөн дә иң яҡшы кешелек сифаттары өлгөһө буласаҡ.
Ысын уҡытыусы булыу – ул талант. Уҡытыусы үҙ тәжрибәһен, белемен балаларға еткерә ала белергә тейеш бит. Һәр уҡытыусы уҡыусыһының киләсәктә уңыштарға ирешеүен теләй. Һәм был теләктәр тормошҡа ашһа, уҡытыусы ысын күңелдән һөйөнә. Әммә уҡытыусы өсөн иң ҙур награда – уҡыу-сыларының рәхмәте. Беҙ, 2005 йыл-ғы сығарылыш уҡыусылары, көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй сабыр ғына беҙҙең бәләкәй йөрәктәребеҙгә изгелек орлоғо сәскән, тормошта кәрәкле белем биргән өсөн хөрмәтле Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы Вәлиеваға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уҡытыусыбыҙҙан өйрәнгән бар яҡшы башланғыстар өсөн уның алдында баш эйәбеҙ.
Ҡәҙерле Лилиә Мәүлитбай ҡыҙы! Беҙҙең ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Был юбилей көнөгөҙҙә Һеҙгә тәрән хөрмәт һәм һоҡланыу тойғоһон еткерәбеҙ. Һеҙгә һәр ваҡыт кешеләр ынтыла. Һеҙ һәр кемгә кәрәкле һүҙен һәм кәңәшен табаһығыҙ, бер кемгә лә ярҙамдан баш тартмайһығыҙ. Һеҙ оло йөрәкле. Ошо йомартлығығыҙ менән эргәгеҙҙә булғандарҙың күңелдәрен йылытаһығыҙ. Һеҙҙең тәрән аҡылығыҙ, күңел матурлығығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет, матди тотороҡлолоҡ һәм, әлбиттә, рәхмәтле уҡыусылар менән ата-әсәләр теләйбеҙ.
2005 йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Алина СОЛТАНОВА,
Башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы.