Юбилейҙар
17 Июня 2020, 14:30

Тәрбиәсе – йәшәү рәүеше

Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәжрибәле тәрбиәселәр эшләй. Уларға уңғанлыҡ, тырышлыҡ, даими үҙ өҫтәрендә эшләү кеүек сифаттар хас, ә иң мөһиме – эштәренә бирелгәнлек һәм һөйөү.

Уларҙың береһе – Валентина Леонидовна Щипунова. Тәрбиәсе һөнәрен һайлап, ул ғүмер буйы эшенә тоғро ҡалды. Бына инде 34 йыл ул балалар менән эшләй.
Тәрбиәсе хеҙмәте – иң ауыр, мәшәҡәтле, яуаплы хеҙмәттәрҙең береһе. Валентина Леонидовна тәрбиәсе өсөн кәрәкле бар сифаттарға ла эйә: балаларҙы ярата, изге күңелле, уңған, яуаплы. Был ҡатында талапсанлыҡ изгелек һәм аңлаусанлыҡ менән бергә килә. Уның өсөн тәрбиәсе – ул һөнәр түгел, ә күңел торошо, йәшәү рәүеше.
Беҙ, коллегаларығыҙ, Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ысын күңелдән сәләмәтлек, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең йылы мөнәсәбәте күңелегеҙҙе йылытһын.
Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле Валентина Леонидовна!
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы коллективы.