Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Июнь 2020, 18:40

Һинең менән тормошобоҙ яҡтыраҡ

Йәйҙең ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан, бар эштәребеҙҙе ташлап, Яңы Мишәр ауылында йәшәүсе әсәй-өләсәйебеҙ Гөлнур Ғарипованың өйөнә ашығабыҙ. Сөнки иң яҡты һәм яҡын кешебеҙ 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ул 1950 йылдың 17 июнендә Бибинур һәм Әлимғәзи ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Тырыш, егәрле, аҡыллы бала булып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, уҡытыусы һөнәрен һайлап, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуңынан йүнәлтмә буйынса Миәкә районына эшкә ебәрелә. Өс йыл эшләгәндән һуң, тыуған яғына ҡайта. Хеҙмәт юлын Ғүмәр мәктәбендә дауам итә. 37 йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Мәғариф отличнигы” билдәһе, район мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.
Тормош иптәше Салауат Ҡәрип улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың икәүһе, шулай уҡ ике ейәнсәре, педагог һөнәрен һайлаған.
Эштә генә түгел, өйҙә лә уңған беҙҙең яҡын кешебеҙ. Уның телеңде йоторлоҡ аш- һыуҙары, ҡайнатмалары беҙҙе ата-әсә йортона тартып тора. Йомшаҡ шәлдәре, шапка, шарф, кофта һәм ойоҡбаштары ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә тәнде йылыта. Атай-олатайыбыҙ менән баҡса тултырып еләк-емеш, хуш еҫле сәскәләр үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай.
Һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙҙе юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм донъя-лағы иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, ҡыуаныс насип бул-һын. Киләсәктә лә беҙҙе һөйөндөрөп, тыныслыҡта ғүмер ит, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуыр таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Ғүмер үренә менгән һайын йәшәүгә көс, бәхеттәрең арта ғына барһын, беҙгә терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Шатлыҡ-ҡыуаныстар ташламаһын,
Ҡайғы-хәсрәт ишек ҡаҡмаһын.
Хоҙай һине беҙҙең өсөн
Күҙ ҡараһындай һаҡлаһын!
Ҡотлау менән улы Наил, килене Гөлсәсәк, ейәнсәрҙәре Алиса, Эльвина,
ейәне Батырхан, кейәүе Антон һәм бүләсәре Лея.
* * *
Яңы Мишәр ауылынан һөйөклө ҡатыным, әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйебеҙ ГӨЛНУР ӘЛИМҒӘЗИ ҡыҙы ҒАРИПОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ошо матур тыуған көнөңдә һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрҙә булһын ғүмерең!
Ҡотлау менән тормош иптәше Салауат, ҡыҙы Зөһрә, кейәүе Азат,
ейәне Самат, ейәнсәре Ангелина.