Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Июнь 2020, 14:06

Алмаштырғыһыҙ етәксе

10 июндә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Мәсетле районында иң эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһен күп йылдар етәкләгән Юрис Латыпов юбилейын ҡаршылай.

“Йондоҙ” инде оҙаҡ йылдар дауамында күп күрһәткестәр буйынса алғы позицияларҙы биләй. Бында, һис шикһеҙ, уның хеҙмәтсәндәре – механизаторҙары, малсылары һәм үҫемлекселек белгестәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта бында директор ролен дә баһаламау мөмкин түгел.
Юрис Латыпов ауыл хужалығына ғүмеренең 36 йылын арнай. Дыуан ауыл хужалығы техникумында һөнәри белем алғандан һуң, 1982 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңы Мишәр ауылының Фрунзе исемендәге колхозында 2-се бригада хисапсыһы булып башлай. Артабан ошо уҡ хужалыҡта бригадир, агроном-орлоҡсолоҡ белгесе, баш агроном вазифаларын биләй.
2005 йылда Фрунзе исемендәге колхоз базаһында “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола. 2006 йылдан уның алмаштыр-ғыһыҙ етәксеһе – Юрис Хәйҙәр улы.
Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә ул ауыл хужалығы өлкәһендә ғәйәт ҙур тәжрибә туплай. Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларының практикаһын даими өйрәнә. Ул, һөнәри әҙерлекте системалы рәүештә камиллаштырыу, малсылыҡ, үҫемлекселек, хоҡуҡ һәм мәғлүмәти технологиялар өлкәһендә яңы белем алыу-ға ынтылыу мөһим, тип иҫәпләй.
Оҫта етәксе һәм уның лидерлыҡ сифаттары хужалыҡта эште юғары кимәлдә ҡуйырға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә предприятие юғары иҡтисади күр-һәткестәргә ирешә. Юрис Латыпов идара итеү һәм техник йыһазландырыуға ла ҙур иғтибар бүлә.
“Йондоҙ” ЯСЙ-һы сәсеү һәм урып-йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса призлы урындар биләй. Был турала республика Башлығының рәхмәт хаттары һөйләй.
Юрис Хәйҙәр улы – әүҙем йәмәғәтсе, байтаҡ йылдар дауамында район Советы рәйесе урынбаҫары булып тора. Яңы Мишәр ауыл биләмәһендә бер генә сара ла хужалыҡ ҡатнашлығынан һәм ярҙамынан тыш үтмәй.
Һөҙөмтәле күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең, БР Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2011 йылда уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелә.