Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Май 2020, 21:00

Бәрәкәтле туй

Мөхәббәттә һәм татыулыҡта оҙон ғүмер кисергән бәхетле ғаилә пары һәр ваҡыт һоҡланыу һәм ихтирам уята. Салйоғот ауылынан ирле-ҡатынлы Әхкәмовтар айырым ҡотлауҙар һәм рәхмәттәргә лайыҡ, сөнки улар быйыл бергә йәшәүҙәренең 70 йыллығын билдәләне. Рәйфә Солтан ҡыҙы һәм Рәжәп Әхкәм улы бер-береһенә үҙ-ара мөхәббәттәрен, ихтирамдарын, ышаныстарын һәм тоғролоҡтарын иҫбат иткән.

Уларҙың бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, 10-11 йәшлек үҫмерҙәр ололар менән бер рәттән колхозда хеҙмәт итә, әсәләренә хужалыҡтарын алып барырға ярҙамлаша. Сөнки аталары һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә. Үкенескә күрә, 1943 йылда Рәжәп Әхкәм улының атаһы Ленинградтағы алыштарҙың береһендә һәләк була. Рәйфә Солтан ҡыҙының атаһы фронттан бер ҡулһыҙ ҡайта.
– Ярлы, аслы-туҡлы йәшәнек, өҫкә, аяҡтарға кейергә юҡ. Беҙ иртә эшкә төштөк, бесән саптыҡ, баҫыуҙарҙа сүп утаныҡ. Бының өсөн беҙгә бер ус он бирәләр ине, – тип иҫтәренә төшөрә тыл хеҙмәтсәндәре.
Улар төрлө ауылдарҙа йәшәй: егет – Аҙанғолда, ҡыҙ – Салйоғотта. Яҙмыш ҡушыуы буйынса йәштәр осрашып, бер-береһен ярата. Туйһыҙ-бүләкһеҙ, 1950 йылдың Һабантуй көнөндә яҙылышалар ҙа иренең әсәһе һәм энеһе менән йәшәп алып китәләр. Оҙаҡламай Рәжәпте армияға алалар. Рәйфә ҡәйнәһе урынына мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә сыға.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Рәжәп Әхкәм улы Устикин МТС-ында, юл ремонт-төҙөлөш идаралығында, “Ағиҙел”дең Мәсетле филиалында тракторсы, балта оҫтаһы, мастер, урман киҫеүсе булып эшләй. 17 йыл юл мастеры була. Әй йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөүҙә ҡатнаша. Автомобиль юлдары һәм яһалма ҡоролмалар төҙөүҙә һәм ремонтлауҙағы уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән наградланған.
“Архивын” тағатып, ул ҡулына йәш ҡыҙ фотоһын ала һәм:
– Ҡарағыҙ әле, ниндәй һылыуҡай булған минең ҡатыным. Был фотоны мин армияла Ҡытайҙа хеҙмәт иткәндә өс йыл ярым күкрәк кеҫәмдә йөрөттөм, – ти.
Рәйфә Солтан ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы “Мәсәғүт” мал һимертеү совхозында сусҡа ҡараусы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәт итә, шуға күрә һәр ваҡыт алдынғы була. Күп һанлы наградалары шул хаҡта һөйләй.
40 йыл самаһы бергә йәшәгән ҡәйнәһен йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала.
– Ҡәйнәм менән әсәле-ҡыҙлы һымаҡ йәшәнек. Ул беҙҙең балаларҙы тәрбиәләргә ярҙам итте. Бик изге күңелле һәм аҡыллы ҡатын ине, – ти ул.
Әхкәмовтар ғаиләһе Сал-йоғотта айырым почетта. Ир менән ҡатын – йәштәр өсөн сағыу миҫал. Эшсәндәр, яуап-лылар, баҫалҡылар, намыҫлы һәм яҡшы хеҙмәт иткәндәр, кешеләргә һәр ваҡыт ихтирамлы булғандар, алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ата-әсәләренә ейәндәр бүләк иткән, олатай менән өләсәй улар менән бик тә ғорурлана. Бүләләр быуыны үҫеп килә.
– Беҙҙең тормош еңелдән булманы. Ләкин беҙ бәхетле булдыҡ, татыу, дуҫ йәшәнек. Барлыҡ өйләнешкән йәштәргә бер-береһен яратып, ихтирам итеүҙәрен теләйбеҙ. Тормош булғас, килешмәгән саҡтар ҙа булып китә, бер-береңә ал бирергә, уртаҡ тел табырға өйрәнергә кәрәк, – ти юбилярҙар.
* * *
Әхкәмовтар ғаиләһендә ошо көндәрҙә тағы ла бер юбилей булған: Рәжәп Әхкәм улына 5 майҙа 90 йәш тулған. Традиция буйынса уны Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Альберт Ғилметдинов һәм эштәр менән идара итеүсе Лена Ғибәҙуллина ҡотланы. Юбилярға улар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырып, ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм изгелек теләне.