Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Май 2020, 19:00

Ауыр тормош уларҙы сыныҡтырған ғына...

Абдулла ауылында иңгә-иң терәп, тормош тигән ҡатмарлы баҫҡыстарҙың ауырлығын да, һөйөнөслө мәлдәрен дә 68 йыл бергә, бер булып үткәргән ихтирамлы пар Вәсимә апай һәм Шәйхездал ағай Сәғетдиновтар икеһе лә күркәм байрамдарын – 90 йәшлек юбилейҙарын ҡаршыланы. 2 майҙа – Шәйхездал ағайҙың, 5-ендә Вәсимә апайҙың тыуған көндәре булһа, 12 майҙа иһә бергә тормош көтә башлауҙарына ла 68 йыл тула!

Шунса тиҫтә йылдар эсендә тормоштоң ҡатмарлы баҫҡыс-тарынан күтәрелгәндә юлда осраған ҡаршылыҡтарҙы ла, күңелле мәлдәрҙе лә бер булып кисереп, ҡулға-ҡул тотоношоп барғанда ғына ысын мәғәнәһендә бәхетле ғаилә ҡороп булыуына бына шундай күркәм парҙарҙы күреп инанаһың. Ысынлап та, бына шундай ғаиләләрҙе генә йәмғиәттең ныҡлы бер өлөшө тип ышанып әйтеп була.
Ә бит Шәйхездал ағай менән Вәсимә апайҙың бөгөнгө матур тормоштарына ла еңел генә ирешелмәгән. Бала саҡтары илебеҙҙәге ҙур үҙгәрештәр кисергән 30-сы йылдарға, ә үҫмер осорҙары дәһшәтле һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.
Шәйхездал Фәхретдин улына мәктәп партаһы артында белем эстәп оҙаҡ ултырырға ла, иптәштәре менән күңелле балалыҡ осорон уйнап үткәрергә лә яҙмай. Сирле әсәһенә үҙенән кесе ике туғанын ҡарарға ярҙамлашыу өсөн иртә йәштән үҙ тамағын үҙе эшләп туйҙырырға мәжбүр була.
“Төрлө эштәрҙә йөрөнөм. Ә һуғыш башланып, ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, мине 13 йәшемдә колхоз тимерлегенә Захар ағай янына молотобоец итеп ҡуйҙылар. Тимерлек өҫтәленә буйым етмәгәс, колхоз мастерскойында эшләүсе Ханов Исмәғил ағай аяҡ аҫтыма тартма яһап ҡуйҙы. Бер аҙ эшләп, был һөнәргә төшөнгәс, Захар ағай беренсе бүлексәгә (Ключевойға) күсеп китте, миңә тимерсе эшен дауам итергә тура килде”, – тип иҫкә ала хеҙмәт ветераны.
Эшкә күндәм, хеҙмәт һөйөүсән, булдыҡлы, техникаға ҡулы ятҡан егеткә колхоз етәкселәре механизаторҙар курсына юллама бирә. 1951 йылда Нурыева Рафиға менән икәүләп Ямашта тракторсылар курсында уҡып ҡайталар. Ҡайтҡас, икеһенә бер трактор бирәләр.
Шунан һуңғы йылдары хаҡлы ялға киткәнсе ауыл хужалығында ер эшкәртеү, икмәк үҫтереү, мал аҙығы әҙерләү кеүек мөһим эштәр менән бәйле. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, намыҫлы хеҙмәте, халыҡҡа ярҙамсыл булыуы менән ауылда, хужалыҡта ихтирам ҡаҙана. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр, миҙалдар менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны” тигән исемде лайыҡлы йөрөтә. Үткән йыл Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата “Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” дипломы менән дә бүләкләнде.
Ә Вәсимә Кинйәбай ҡыҙының бала сағы тағы ла фажиғәлерәк була.
Тырыш хеҙмәттәре менән, тир түгеп барлы-көрлө донъя көткән Кинйәбайҙың ғаиләһенә лә, уның бер туғаны Мәғәсүмгә лә “кулак” мөһөрө һуғыла. Мал-мөлкәттәре тартып алына, ғаиләләре өйҙәренән ҡыуып сығарыла, өй-йорттар конфискациялана. Кинйәбайҙың ҙур матур өйө ауыл уртаһына күсереп һалына һәм 70 йыл буйына дауахана, медпункт булып халыҡҡа хеҙмәт итә. Әлеге көндә ул йортта – ауылдың почта бүлексәһе. Келәттәре колхоз складына күсерелә, ә мал һарайҙары, ихаталары коллектив хужалыҡтың “конный двор”ына әйләнә.
Кинйәбайҙы төрмәгә оҙаталар, ә ғаилә урамда ҡала. Был ваҡытта Вәсимә әле донъяға килеп тә өлгөрмәй. Атаһын алып китеп, кеше ишек төптәрендә йәшәгәндә Кинйәбайҙың ҡатыны Мөшәрифә ҡыҙ бала таба. Атаһы төрмәнән ҡайт-ҡанда Вәсимәгә инде дүртенсе йәш киткән була. “Минән оло туғаным Ғәли, әней һәм мин кемдәрҙә генә өйҙәш булып йәшәмәнек. Ул саҡтарҙа тормош ауыр булһа ла, кешеләр бер-береһенә ярҙамсылдар, халыҡ мәрхәмәтле ине. Бәләкәй генә өйҙәрҙә лә шул өйҙәштәр менән һүҙгә килеп, үпкәләшеп йәшәүҙе хәтерләмәйем. Ололар барыһы ла колхоз эшендә, ә балалар, бәләкәй генә булһаҡ та, хәлдән килгәнсә хужалыҡта ярҙам итергә тырышып ята торған инек. Көнө буйы колхоз эшендә булған әнейемдең ҡайт-ҡас та беҙҙе ҡарағанын, иркәләп-яратып ултырғанын хәтерләмәйем. Ҡайтыу менән өй хужаһының йорт эштәре уны көтөп тора ине, – тип ғүмер йом-ғағын һүтә әле лә хәтере йәштәрсә һаҡланған Вәсимә апай. – 7 йәш кенә сағым. Күрше Нәжибә апайҙың Лүзиә исемле ҡыҙы тыуған. Нәжибә апайға колхоз эшенә йөрөргә кәрәк. Мине бала ҡарарға һораны. Шул баланы ҡарап, бишек тирбәтеп, көҙгә ҡәҙәр эшләнем. Беренсе класҡа уҡырға барыуыма улар миңә түней (быйма башы) баҫтырып бирҙеләр. Минең һөйөнгәндәрем! Беренсе йылы аяҡ кейемен үҙ хеҙмәтем менән эшләп алдым”, – тип хәтерләй Вәсимә апай йәшле күҙҙәрен һөртөп.
Уҡыуға һәләтле була Вәсимә. Йыр-бейеүгә лә таланты ҙур. Һәр байрамда ауыл клубында балалар сығыш яһай. Тәбиғи талантын уҡытыусылар, ул йылдарҙа ауылдың абруйлы шәхесе, мәктәп директоры Кашапов Ҡасим да күрә. Уҡыуҙағы тырышлығы, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны, һәләте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Бөйөк Октябрь байрамындағы сағыу сығышы өсөн Кашапов Ҡасим абыйҙың үҙ ҡулдары менән яҙып биргән маҡтау ҡағыҙы мәктәп музейына тапшырылған.
Киләсәккә ҙур өмөттәр менән тырышып уҡып йөрөгән ҡыҙға маҡсатына ирешеү мөмкин булмай шул. Һуғыш, һуғыштан һуңғы барлыҡ ауыр физик хеҙмәт уның да өлөшөнә эләгә. Аслыҡ, яланғаслыҡ, 14 йәштән Йүгүз урманында барактарҙа йәшәп урман киҫеүҙәр...
Әммә тырыш ҡыҙ юғалып ҡалмай. 1952 йылда эшсән егет Шәйхездал менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Дүрт ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, үҙҙәре кеүек тырыш балалар тәрбиәләп, тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
Балаларының барыһы ла инде башлы-күҙле. Күбеһе күптән хаҡлы ялда. Үҙҙәре олатай-өләсәйҙәр, ейәндәр тәрбиә- ләйҙәр.
Тормошта ҙур юғалтыуҙар ҙа кисерҙе улар. Ике аҫыл улдары гүр эйәһе булды. Ауыр ҡайғыға бирешмәйсә, ҡалған балаларына, ейәндәренә именлек теләп, ғүмер юлдарын дауам итә ауылдаштарыбыҙ. “Булды инде был ғүмер эсендә һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә. Шулай ҙа донъя матур, хәҙер йәшәү өсөн мөмкинлектәр күберәк. Тырышырға ғына кәрәк. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт. Бына Еңеү көнөнә бирелгән бүләктәрҙе лә алдыҡ. Донъялар ғына тыныс булһын инде. Хоҙайҙан шуны һорайбыҙ”, – тиҙәр юбилярҙар.
Рәмзиә СӘҒҘӘТОВА,
Абдулла ауылы.