Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
1 Май 2020, 12:00

Яҙмышына рәхмәтле

Ҡояшлы яҙғы иртә. Барыһы ла ҡайҙалыр ашыға. Улар менән бергә үҙенең яратҡан эшенә бер ҡатын да юллана.Еңел генә атлап барған был ҡатын барыһы менән дә ихлас иҫәнләшә, йылмайып һөйләшә. Уның кем икәнлеген аңланығыҙмы? Ул – Оло Ыҡтамаҡ лицейының химия уҡытыусыһы Рәмзиә Хәким ҡыҙы Мөхөбуллина.

1 майҙа педагог күркәм юбилейын билдәләй. 1960 йылдың 1 майында Миәкә районының Туҡһанбай ауылында Наилә
һәм Хәким Байғужиндар ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Алты бала тәрбиәләнгән ғаиләлә Рәмзиә кескәй сағынан уҡ ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы, етеҙ, уңған ҡыҙ булып үҫә. Яҡшы уҡый һәм мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт
дәүләт педагогия институтының химия факультетына уҡырға инә. Институтты тамамлаған ҡыҙ 1984 йылда Оло Ыҡтамаҡҡа килеп төпләнә.
Рәмзиә Хәким ҡыҙы 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә пионервожатый һәм химия уҡытыусыһы булып эш башлай.
Ул үҙенең ҡатмарлы предметын бик ярата һәм яҡшы белә. Химия фәне яңылыҡтарын һәр ваҡыт күҙәтеп бара. Бына инде оҙаҡ йылдар үҙе лә лицей уҡыусыларында ошо предметҡа һөйөү тәрбиәләй. Дәрестәре ҡыҙыҡлы, юғары профессиональ кимәлдә, ғәҙәти булмаған форматта үтә. Оҙаҡ йылдар ул район химия уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй, райондың химия уҡытыусылары өсөн семинарҙар, асыҡ дәрестәр үткәрә. Кластан тыш эшкә ҙур иғтибар бүлә.
Үҙ предметын яңыса, заманса алып барыу өсөн Рәмзиә Хәким ҡыҙы бар ғүмере буйына белемгә, яңылыҡҡа ынтыла. Даими квалификация арттырыу, яңы технологияларҙы, программаларҙы үҙләштереү өҫтөндә эшләй, Рәсәй кимәлендәге тәжрибәне дөйөмләштерә һәм уҡытыусылар араһында тарата.
Былар дан-шөһрәт ҡаҙаныу өсөн түгел, ә белем алырға теләгән уҡыусылар хаҡына эшләнә. Уҡыусылары Марина Панова менән Вадим Собханғолов уҡыусыларҙың химия буйынса республика олимпиадаһында II урын яуланы. Был ҡаҙаныштар педагогтың тырыш хеҙмәте, эшкә күп ваҡыт бағышлауы тураһында һөйләй. Рәмзиә Хәким ҡыҙы уҡыусыларын төп дәүләт һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә.
Тәрбиәләнеүселәре йыл һайын химия буйынса юғары балдарға ирешә һәм химия йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарына инеп китә. Ошо ваҡыт эсендә улар һаны әллә күпмегә еткән. Рәмзиә Хәким ҡыҙы – төрлө яҡлы шәхес: яҡшы белгес, оҫта ойоштороусы. Ваҡытында уға комсомол райкомында өс йыл, мәктәп бүлеге секретары, 1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә кластан
тыш эш буйынса завуч булып эшләргә тура килде. 10 йыл ул лицей директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары булды. Уның
етәкселегендә уҡыусылар ҙа остаздары менән Бәләкәй фәндәр академияһы сиктәрендә төрлө предметтар буйынса тикшеренеү эштәре алып барҙы. Лицей уҡыусылары республикалағы конкурс һәм олимпиадаларҙа ғына түгел, ә Пермда,
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта конкурстарҙа уңыштарға өлгәште.
Йомшаҡ күңелле һәм талапсан, маҡсатҡа ынтылыусан һәм уңған, ихлас һәм шат, аҡыллы һәм һәләтле, хәлеңә инә белгән һәм һәр эштә ярҙам итергә ашыҡҡан, үҙен тулыһынса эшенә бағышлаған кеше ул. Рәмзиә Хәким ҡыҙы һәр ваҡыт алда, һәр ваҡыт авангардта. Шуға күрә уны коллегалары, уҡыусылары, ата-әсәләр, туғандары һәм дуҫтары хөрмәт итә. Уның күп йыллыҡ хеҙмәте тейешенсә баһаланған: ул – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ундай юғары исем бик ҙур хеҙмәт өсөн генә бирелә. Рәмзиә Мөхөбуллинанан тормоштағы иң юғары ҡаҙанышы тураһында һорашҡас, ул
ғаиләһе менән ғорурланыуын белдерҙе. “Ғаиләмә ваҡытты һәм иғтибарҙы аҙ бүлгәнемә генә үкенәм”, – ти ул.
Миәкә ҡыҙы мәңгелек мөхәббәтен Мәсетле ерендә осрата. Тормош иптәше Марат һөйөклө ҡатыны өсөн өҙөлөп тора. Бик шәп ул тәрбиәләп үҫтергәндәр: Ансар – Башҡорт дәүләт медицина университетының V курс студенты.
Тормошо көйлө Рәмзиә Хәким ҡыҙының. Ул йәшлек дәртен һәм көсөн юғалтмаған,
артабан хеҙмәт итергә, өләсәй булырға һәм шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, яҡындарын һөйөндөрөп йәшәргә теләй. Абруйлы хеҙмәте, матур ғаиләһе өсөн яҙмышына рәхмәтле ул. Уға ысын күңелдән сәләмәтлек, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Ғүмерегеҙҙең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршылағыҙ,
Юлдарығыҙҙа булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршығыҙҙа.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен!
Оло Ыҡтамаҡ лицейы
коллективы.