Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
25 Апрель 2020, 11:00

Атҡаҙанған баш табип

25 апрелдә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған табибы, Мәсетле районының почетлы гражданы Фәрит Каев 65 йәшлек юбилейын билдәләй. 40 йыл дауамында ул районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү өсөн тыуған районында хеҙмәт итте.

Фәрит Ғәлихан улы хеҙмәт юлын Мәсетле районының һаулыҡ һаҡлау системаһында 1979 йылда үҙәк район дауаханаһы хирургы булып башлай, ә 1985 йылда әлеге учреждениеның баш табибы итеп тәғәйенләнә. Эшләй башлағас уҡ та етәксе булараҡ үҙен яҡшы, талапсан ойоштороусы итеп күрһәтә, районда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙең стратегик бурыстарын оҫта билдәләй: матди-техник базаны нығытыу, белгестәрҙе һайлап алыу һәм уларҙы һөнәри уҡытыу, яңы технологиялар индереү, хеҙмәткәрҙәрҙең социаль мәсьәләләрен хәл итеү. Уның етәкселегендә типовой проект буйынса терапия корпусы, кер йыуыу бинаһы, поликлиника, Әләгәҙ һәм Оло Аҡа участка дауаханаларының табип амбулаториялары, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 10 фатир төҙөлә, 12 фельдшер пункты асыла.
Беренсе тапҡыр Башҡортостандың ауыл район дауаханалары араһында операция яһауҙың эндохирургик ысулы индерелә. Шулай итеп, әкренләп район дауаханаһы дауалау-профилактикалау эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса республикала илле дүртенсенән ун икенсе урынға күтәрелә. Һаулыҡ һаҡлау системаһында ирешкән уңыштары өсөн Фәрит Каевҡа 1992 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелә. 2001 йылда ул Мәскәү ҡалаһында үткән табиптарҙың IV Бөтә Рәсәй Пирогов съезына тулы хоҡуҡлы вәкил итеп һайлана. 1998 йылда уны Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн пульмонологик шифаханаһына баш табип итеп күсерәләр. Бында ул биш корпустан торған яңы дауалау-һауыҡтырыу комплексын төҙөлөш планына индереүгә ирешә, ул йыл ярым эсендә төҙөлөп, ҡыҫҡа ваҡытта ҡулланыш-ҡа тапшырыла. Һөҙөмтәлә койкалар һаны 100-ҙән 200-гә тиклем арта, шуның менән балаларға шифахана-курорт ярҙамы алыу мөмкинлеге, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ата-әсәләре менән бергә сирҙәре башланғыс стадияла сағында уҡ ҡабул итеү мөмкинлеге арта.
Фәрит Ғәлихан улы етәкселек иткән осорҙа балалар шифаханаһы Башҡортостанда иң яҡшыларҙың береһе булып китә һәм 2008 йылда республиканың башҡарма власть органы тәҡдиме буйынса “Бөтә Рәсәй Почет кенәгәһе” федераль реестрына индерелә.
2012 йылдан Фәрит Каев “Ҡарағай” шифаханаһын етәкләй. Уның ваҡытында әлеге һаулыҡ йортонда табиптарҙа һәм дауалау йортонда персональ компьютер ҡулланыу менән автоматлаштырыу системаһы индерелә. Автопарк яңыртыла, йоҡо һәм дауалау корпустарының, гараждарҙың ҡыйыҡтары алмаштырыла, һыу эсеү бюветында яҡтыртыу һәм минераль һыу биреү функциялары менән ағас скульптура төҙөлә. Кондиционерҙар һәм мультимедиялы ҡорамалдар урынлаштырып, ашхананың беренсе һәм икенсе залдарына капиталь ремонт яһала. Беренсе зал швед өҫтәле тибы буйынса туҡланыу залы итеп ҡайтанан йыһазландырыла. Шифаханаға транспорт менән килеп ингән ерҙә яңы стела ҡуйыла, үҙ иҫәптәренә цилиндрланған брустан һәр береһе 16 урынлыҡ яңы ике ҡатлы ике коттедж төҙөлөп ҡулланыуға индерелә. Тракцион терапия хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе умыртҡалыҡты дауалау бүлексәһе асыла.
Фәрит Ғәлихан улы ҙур йәмәғәт эше алып бара. Оҙаҡ йылдар “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы Мәсетле бүлексәһе сәйәси советының секретары, 30 йыл буйы район Советы депутаты булды. Ике тапҡыр район Советы рәйесе итеп һайланды. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы генераль советы секретарының Рәхмәте, Салауат Юлаев ордены, БР Профсоюздар федерацияһының, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән. “Волга буйы федераль округының иң яҡшы кешеләре” кенәгәһе исемлегенә индерелгән. Район хакимиәте башлығы һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдиме менән 2011 йылда РФ Президенты Дмитрий Медведевтан Рәхмәт ала. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Рәхмәтенә һәм Почет грамотаһына, “Почетлы етәксе” алтын билдәһенә эйә. 2017 йылдан – Мәсетле районының почетлы гражданы. Бөтә ошо наградаларға Фәрит Ғәлихан улы үҙенең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары профессионаллеге һәм вазифа бурыстарын өлгөлө башҡарыуы менән лайыҡ булған.
Хөрмәтле Фәрит Ғәлихан улы!
Һеҙҙе юбилейлы тыуған көнөгөҙ менән ҡотларға һәм үҙебеҙҙең хөрмәтебеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе белдерергә рөхсәт итегеҙ! Һеҙ һәр ваҡыт ысын мәғәнәһендә юғары профессионал булдығыҙ, данлыҡлы хеҙмәт юлы үттегеҙ һәм беҙҙең шифахананың ғына түгел, ә бөтә район һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индерҙегеҙ. Был көндә Һеҙгә ысын күңелдән ғаилә именлеге, оҙаҡ-оҙаҡ йылдарға етерлек күңел көрлөгө, ғаилә йылыһы һәм өй йәме теләйбеҙ. Иң яҡын кешеләрегеҙ Һеҙгә тик шатлыҡ ҡына килтерһен һәм Һеҙҙе һөйөү, хәстәрлек менән солғаһын!
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы етәкселеге һәм коллективы.
Муниципаль район Советы һәм хакимиәте Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, хеҙмәт ветераны һәм Мәсетле районының почетлы гражданы ФӘРИТ ҒӘЛИХАН улы КАЕВты 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлай.
Юғары профессионаллек, бай тәжрибә һәм белем, яуаплылыҡ тойғоһо һәм талапсанлыҡ кешеләргә ҡарата иғтибарлы һәм һиҙгер ҡарашығыҙ менән берлектә Һеҙгә Мәсетле районының ғына түгел, ә тотош республика халҡы араһында хаҡлы абруй һәм ихтирам килтерҙе. Ғүмерегеҙҙе Һеҙ медицинаға һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнанығыҙ. Тәжрибәле етәксе булараҡ, Һеҙ иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә тиҙ хәл итә белеүегеҙҙе әллә күпме тапҡыр уңышлы иҫбат иттегеҙ. Тыуған көн – изге хеҙмәтегеҙ өсөн Һеҙгә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтеү өсөн бик шәп һылтау.
Һеҙҙең өсөн ҡабатланмаҫ был көндә ихлас күңелдән Һеҙгә әле бик күп йылдар дәртле, күңелегеҙҙең йәш булып ҡалыуын, әүҙем оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, Һеҙгә, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ.
* * *
Беҙ Мәсетле районынан сыҡҡан кешеләр исеменән райондың һаулыҡ һағына бик ҙур өлөш индергәне өсөн легендар табип, үҙ еренең патриоты ФӘРИТ ҒӘЛИХАН улы КАЕВҡа оло рәхмәт белдерәбеҙ һәм уны юбилейы менән ҡотлайбыҙ. БДМУ-ны тамамлағандан һуң уға Өфөлә ҡалырға ныҡлы кәңәш итһәләр ҙә, ул үҙенең районына ҡайтты. Ул етәкләгән дауалау учреждениелары һәр ваҡыт яҡшы үҫеште. Иплелеге, белемлелеге, намыҫлылығы һәм баҫалҡылығы өсөн Фәрит Ғәлихан улы коллегалары һәм халыҡ араһында ҙур ихтирам менән файҙалана. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ! Уға һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ.
Ихтирам менән, Ф. Ҡ. Әсәҙуллина, А. М. Мөхәмәтйәнова, Р. Н. Закирйәнов, Т. А. Соловьева, Г. А. Искәндәров һәм
башҡалар (һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре).