Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Апрель 2020, 19:00

Бер быуатлыҡ ғүмер

100 йәш. 1 быуат. Кеше өсөн был бик оҙон ғүмер. Мәләкәҫ ауылында йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Ғәйнур Хановаға быйыл 100 йәш тула. Был һынмаҫ рухлы ҡатындың өлөшөнә төшкән яҙмыш еңел булмай, әммә ул бар ауырлыҡтарҙы ғорур еңеп сыға.

Ғәйнур Мөхәмәтхан ҡыҙы 1920 йылдың 15 апрелендә Мәләкәҫ ауылында тыуған. Бала сағы, йәшлек йылдары, әлбиттә, бик ауыр ваҡыттарға тура килә. Ауылдашы Хөррәтелғаян исемле егет менән тормош ҡороп күп тә йәшәмәйҙәр, һуғыш сыға. Барлыҡ яҡты хыялдар, өмөттәр селпәрәмә килеп юҡҡа сыға. Эшкә һәләтле күпселек колхозсылар, шул иҫәптән уның ире, туғандары Мәүлетдин һәм Нурый Ватанды немец илбаҫарҙарынан һаҡларға китәләр. Колхозда эшсе көстө ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, бала-саға тәшкил итә. "Үрнәк" колхозының рәйесе лә фронтҡа алына. Шул саҡта колхозсылар саҡ 20 йәш тулып уҙған Ғәйнур Мөхәмәтхан ҡыҙын рәйес итеп һайлайҙар. Ҡаушап ҡалмай йәш ҡатын, ең һыҙғанып эшкә тотона. Фронт өсөн, халыҡ өсөн көндө төнгә ялғап эшләй ул. Эште бер аҙ яйға һалғас, Ғәйнурҙы Теләш ауылынан арыраҡ урын- лашҡан "Яңы тормош" колхозына етәкселек итергә ебәрәләр. Бында ла һынатмай ул.
Был аяуһыҙ һуғышта күптәр яҡындарын юғалта. Ғәйнур Мөхәмәтхан ҡыҙының өйөн дә ҡара ҡағыҙ урап үтмәй – ире яу яланында мәңгелеккә ятып ҡала.
Һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда ла Ғәйнур әбейгә күп һынауҙар аша үтергә тура килә. Урманын да киҫә, игенен дә үҫтерә. Берҙән-бер улы Данисты тәрбиәләп үҫтереп, тормош юлына баҫтыра.
1957 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы быҙау ҡараусы булып эшләй. Ул ай һайын артым алыу планын үтәй, йәш мал- дарҙың үлеүенә юл ҡуймай. Тырыш хеҙмәте өсөн "Почёт билдәһе" ордены, “1973 йылғы социалистик ярыш еңеүсеһе” миҙалы менән бүләкләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай ул: мал ҡарай, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша.
Бөгөн дә беҙҙең алда хәтере яҡшы, зиһене яҡты, теремек ҡарашлы әбей ултыра. Хәҙер ул яңғыҙы йәшәй, әммә үҙен һис кенә лә яңғыҙ тоймай. Улы, килене, ейәндәре, бүләләре һәм ауылдаштары уны хәстәрләй, гел хәлен белеп торалар.
Ҙур тормош тәжрибәһе туп-лаған Ғәйнур Мөхәмәтхан ҡыҙы бөгөн бары барыһының да иҫән-имен, сәләмәт булыуҙарын теләй.
Зөлхизә ҒӘЛӘҮЕВА,
Мәләкәҫ ауылы.