Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Апрель 2020, 18:00

Һөйөклө әсәй, хөрмәтле ауылдаш

Яңы Мөслим ауылында ғүмер итеүсе педагогик хеҙмәт ветераны, һөйөклө әсәй һәм өләсәй Роза Әмирова бөгөн 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

Роза Әхмәтсолтан ҡыҙы 40 йыл ғүмерен яратҡан эшенә – мәктәпкә, балаларға бағышлай. Йыр-моңға әүәҫ һәм гармунда оҫта уйнаған Роза апай хеҙмәт юлында йыр дәрестәрен дә алып бара, география фәненән балаларға белем бирә. Уҡытыуҙағы, балалар тәрбиәләүҙәге уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәһе, РФ Мәғариф министрлығы Почет грамоталары менән баһаланған. Әммә педагог өсөн иң юғары баһа – уның сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһынып, осрашыу кисәләренә саҡырып тороусы коллегаларының һәм уҡыусыларының һөйөүе һәм ихтирамы. Мәктәптәге хеҙмәт йылдарын иҫкә алыу, коллегалары менән аралашыу, уҡыусыларын күреү өсөн педагогик хеҙмәт ветераны осрашыу кисәләренә бик теләп йөрөй.
Һөнәрендә уңыштар-ға ирешкән тырыш Роза Әхмәтсолтан ҡыҙының ғаилә тормошо ла маҡтауға лайыҡ. Тормош иптәше Рафаил Хажиморат улы менән ярты быуаттан ашыу ғүмер кисергәндәр. Уларҙың ғаилә усағы күңел йылыһы бөркә, донъялары һәр ваҡыт күркәм, бөхтә һәм тыныс. Матур пар бына тигән өс бала тәрбиәләп үҫтергән, уларға белем алырға ярҙам иткән. Бөгөн улар һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Илдар “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә оператор булып эшләй, ҡыҙҙары Әлфиә – үҙәк район дауаханаһының бала табыу йортонда акушерка. Гөлназ әсәһенең юлын һайлаған – Оло Ыҡтамаҡ лицейында башланғыс кластарҙа балаларға белем бирә.
Роза Әмированы тормош һынауҙары ла урап үтмәй: алты йәшендә улы сирләп вафат була, биш йыл элек тормош иптәше мәңгелек донъяға күсә. Әммә ул тормошҡа ышанысын, ихтыяр көсөн һәм әүҙем тормошҡа ынтылышын юғалтмай. Балалары һәм ейәндәре лә һәр ваҡыт иғтибарҙары, хәстәрлектәре менән күңелен йылыталар.
Роза Әхмәтсолтан ҡыҙы тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарай. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, әхирәттәре менән саф һауала йөрөргә ярата. Тәҙрә төптәрендә йыл әйләнәһенә күҙҙең яуын алырлыҡ гөлдәр сәскә ата. Аш-һыуҙы ла бик теләп әҙерләй – яҡындарын тәмле бәлештәре менән һыйлай. Ул кешеләргә ҡарата бик ихтирамлы, ҡунаҡсыл. Күршеләре Роза Әмированы хөрмәт итә һәм ярҙамлашырға әҙер торалар.