Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Апрель 2020, 17:00

Бер быуатҡа тиң ғүмер

Оло Ыҡтамаҡта йәшәүсе Наилә Хафиз ҡыҙы Агишеваға бөгөн йөҙ йәш тула. Ҙур тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған был йәшкә етеү бәхете бик һирәктәргә генә тейә. Ошо тыныс имен көндәргә ирешкәнсе уға күп ауырлыҡтар аша үтергә, шатлығын да, ҡайғыһын да күрергә, аслыҡ һәм юғалтыуҙар кисерергә тура килә.

1920 йылдың апрелендә Яңы Мөслим ауылында Хафиз крәҫтиән ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Уға өс кенә йәш булғанда атаһы үлеп ҡала. Балалары Наилә, Баҡый, Сафуан тураһында хәстәрлек күреү әсәһенең бер үҙенең иңенә төшә.
Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ бала Наилә әсәһенең йыуанысы, шатлығы һәм өмөтө була. Уңған һәм аҡыллы ҡыҙ һәр ваҡыт эргәлә, һәр эштә ярҙам итә. Тормош еңелдән булмай. Иҫән ҡалыу өсөн күп эшләргә тура килә.
Дүрт йыллыҡ белем алғас, ун өс йәшлек Наилә Жданов исемендәге колхозда эшләй башлай. Һуңыраҡ уға ат тапшырып ҡуялар. Ирҙәр менән бер рәттән эшләй ул: ҡыштарын – мал аҙығы, бесән, утын, ә йәйен тиҙәк һәм көлтә ташый. Сәсеү мәлендә, эшсе ҡулдар етмәгәндә һәм ваҡыт ашыҡтырғанда, эшләй алырлыҡ һәр кемде, шул иҫәптән Наилә апайҙы сәсеүгә ебәрәләр. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе эшләйҙәр. Ваҡытты ҡояшҡа ҡарап билдәләйҙәр. Эштә үҫмер ҡыҙ ололарҙан ҡалышмай. Шулай итеп көн артынан көн үтә.
1938 йылда ул Әжекәй ауылы егете Зәйнулла Нәсибуллинға кейәүгә сыға. Бер йылдан улдары Альфред тыуа. Әммә йәштәрҙең бәхетле тормошо оҙаҡ дауам итмәй: 1941 йылда, фронтта эсе яраланып, Зәйнулла һәләк була. Йәш ҡатындың нимәләр кисергәнен һүҙҙәр менән генә әйтеп бирерлек түгел. Нисек кенә ауыр булмаһын, ул эшләүен дауам итә, колхозда алдынғыларҙан була. Әсәһе менән йәшәй, улын тәрбиәләй. Артабан улы Альфред атаһы юлынан китә: хәрби-диңгеҙ флотының 1 ранг капитаны званиеһына ирешә.
Райондың алдынғылар кәңәшмәһендә йәш һәм шәп ҡатынға райондың төп ер үлсәүсеһе Рамазан Агишевтың күҙе төшә. Дүрт балаһы – Ғәфүр, Рафиҡ, Асия, Люция менән тол ҡалған Рамазан Наиләнән 20 йәшкә оло булһа ла, улар яҙмыштарын бәйләргә була. Агишевтарҙың ҡыҙҙары Ризида һәм улдары Рифат донъяға килә.
30 йылдан ашыу улар бер-берҙәрен аңлап һәм хөрмәт итеп йәшәйҙәр, ете баланы ғәҙел һәм лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләйҙәр. Үҙ көстәре менән күркәм өй һалып сығалар, хужалыҡ алып баралар. Наилә Хафиз ҡыҙы – яҡшы хужабикә, тәрән аҡыллы кәңәшсе. Бер минут та тик ултырманы йәш саҡтарында. Уның янында тормош ҡайнай, һәр ерҙә тәртип: баҡсаһында ла, өйөндә лә бер сүп тапмаҫһың, йорто тулы мал ине, өҫтәлендә тәмле бәлештәр була.
Наилә Агишеваның тол ҡалыуына 46 йыл ваҡыт үткән.
Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында ул күп тапҡырҙар рәхмәт хаттары, грамоталар, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Ул, тыл эшсәне булараҡ, “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны” исеме йөрөтә.
Хөрмәтле тыл хеҙмәтсәненең төп байлығы – 14 ейәне, 22 бүләһе һәм бүләләренең 11 балаһы. Агишевтарҙың ҙур ғаиләһендә биология фәндәре докторы, иҡтисад фәндәре кандидаты, уҡытыусылар, иҡтисад белгестәре, инженерҙар, төҙөүселәр, программис-тар, хәрби фельдшерҙар, пенсия фонды һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар бар.