Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Март 2020, 19:00

Һоҡланғыс кешенең матур байрамы

Был йәмле яҙғы көндәрҙә беҙ ҡәҙерле еңгәбеҙ Сания Әхмәҙи ҡыҙы Фазлетдинованың юбилейын билдәләйәсәкбеҙ.

1940 йылдың 15 март иртәһендә Зөлҡәғиҙә һәм Әхмәҙи Миниғәлиндар ғаиләһендә донъяға бер ҡыҙ бала ауаз һала. Уға Сания тигән исем ҡушалар һәм уның бәхетле бала булып үҫеүен ата-әсәһе, апаһы, өс ағаһы бик теләп көтәләр. Ғаиләләге бишенсе бала, төпсөк булараҡ, барыһына ла һөйөнөс килтерә. Тик Санияға бер йәш тулып үтеүгә илдә ҡәһәрле һуғыш башлана. Атаһын һуғышҡа алалар, ҡыҙғанысҡа күрә, уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Әсәһе биш бала менән тороп ҡала. Сабыйҙарына ул атай урынына ла, әсәй ҙә була, уларҙы ас-ялан-ғас итмәҫ өсөн бар тырышлығын һала.
Ете класс тамамлағандан һуң еңгәбеҙ Әләгәҙҙәге май заводына эшкә урынлаша. 1961 йылда буласаҡ тормош иптәше Йосопйәнде осрата. 1961 йылда ғаилә ҡороп, бер нисә йылдан йәштәр Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Сания Әхмәҙи ҡыҙы райпо икмәк бешереү цехында эшләй.
Еңгәбеҙ – бик кешелекле, бик аҡыллы ҡатын. Ағайыбыҙ менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр, уларҙы бик эшһөйәр, тәртипле итеп тәрбиә- ләйҙәр. Бөгөнгө көндә улар үҙ урындарын табып, Оло Ыҡтамаҡта өйҙәр төҙөп, балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарарға ярҙамлашалар. Сания Әхмәҙи ҡыҙының дүрт ейәне, биш бүләһе бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Йосопйән ағайыбыҙ бөгөн арабыҙҙа юҡ. Сания еңгә сабыр, ныҡ булып ҡалды. Балалары әсәйҙәрен бер генә көнгә лә бер үҙен ҡалдырмаҫҡа тырыша, иғтибарҙары һәм һөйөүҙәре менән солғап алғандар.
Еңгәбеҙ үҙ өйөндә бик күркәм йәшәп ята. Яҙҙан алып көҙгә тиклем уның баҡсаһында ниндәй генә гөлдәр сәскә атмай ҙа, ниндәй генә емеш-еләк өлгөрмәй?! Өйөнә барып инһәң, тәҙрә төбө гөлдәргә күмелеп ултыра, өйөндә йәштәргә биргеһеҙ бөхтәлек, йылылыҡ бөркөлә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тәмле итеп шәңкәләр, бәлештәр бешерә, икмәк һала.
Еңгәбеҙҙең өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй: йәше, ҡарты – барыбыҙ ҙа уға һыйынабыҙ. Ул һәр беребеҙҙе ихлас ҡаршы ала.
Беҙ шатлыҡтарыбыҙҙы ла, борсолоуҙарыбыҙҙы ла уның менән уртаҡлашабыҙ, кәңәш һорап уға киләбеҙ, шылтыратабыҙ, уға һыйынабыҙ.
Ҡотло булһын күркәм юбилейың,
Ғүмерең үтһен шатлыҡта.
Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә,
Һис бирешмә ҡартлыҡҡа!
Беҙ эргәбеҙҙә ошондай тормошҡа ғашиҡ һәм изге кеше булыуы менән бәхетлебеҙ. Һин беҙҙең өсөн дуҫ та, терәк тә. Беҙ шатлыҡтарыбыҙҙы ла, борсолоуҙарыбыҙҙы ла уның менән уртаҡлашабыҙ, кәңәш һорап уға киләбеҙ, шылтыратабыҙ, уға һыйынабыҙ. Изгелектәрең үҙеңә икеләтә әйләнеп ҡайт-һын, ә көндәрең яҡты һәм шатлыҡлы булһын!
Гүзәл ХӘЙРУЛЛИНА,
Тәкә ауылы.