Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Март 2020, 13:00

Уның “Тормош” фильмы дауам итә

Ошо көндәрҙә Һабанаҡ ауылындағы иң өлкән йәштәге хөрмәтле кешеләрҙең береһе, 30 йылдан ашыу ғүмерен халыҡҡа кинәнес килтереүгә бағышлаған Рафаэль Ниғмәтуллин үҙенең олпат юбилейын ҡаршыланы.

Рафаэль Яхъя улы 1940 йылдың 5 мартында Һабанаҡ ауылында Миндикамал һәм Яхъя Ниғмәтуллиндарҙың күп балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Рафаэль Яхъя улы Һабанаҡ мәктәбендә ете класс тамамлай. Һигеҙенсе класҡа Ләмәҙтамаҡҡа бара, ике яҡҡа көн һайын бишәр саҡрым йәйәү йөрөй.
Бына шулай күп ҡаршылыҡтарҙы үтергә тура килә уға. Үҙ ғүмере эсендә күп һөнәрҙәргә эйә була, әммә яҙмышы бөтөнләй уйламаған өлкәгә килтереп бәйләй. Ярай, уныһына ла сират етәр, әлегә башынан башлап...
17 йәшендә ул Златоуст ҡалаһына эшкә китә һәм “Юж-уралэлектромонтаж” предприя-тиеһы складына йөк бушатыусы булып эшкә урынлаша. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә радиотелеграфист, тракторсы, электрик һөнәрҙәрен үҙләштерә. Электрик, дизель ҡойоусы-моторист, нефть эҙләү предприятиеһында быраулаусы булып эшләй.
Яҙмышын егет Балаҡатай районының Яңыбай ауылынан Миндиямал исемле ҡыҙ менән бәйләй. Егеттең ауылға килеүенә ул ашнаҡсы һөнәрен үҙләштергән була. Йәштәр туй яһай һәм бергә Златоустҡа юллана. Ул электрик эшен башҡара, ҡатын ресторанда буфетҡа урынлаша. Йәш ғаиләгә фатир бирәләр. Бында уларҙың тәүге ҡыҙҙары Венера тыуа.
Рафаэль Ниғмәтуллин – атайсалын, тыуған ауылын, ауыл тормошон ныҡ яратҡан кеше, шуға күрә һил тәбиғәтле ауыл тормошонан алыҫта оҙаҡ йәшәй алмай. Ата-әсәһе лә өлкән йәшкә етеп, улдарының хәстәренә мохтаж була.
Ауылда тормош ҡайнай. Ҡаланан ҡайтҡан йәштәргә шунда уҡ эш табыла. Миндиямал Өмөтбай ҡыҙын райпо магазинына һатыусы итеп алалар. Рафаэль Яхъя улын Ләмәҙтамаҡ ауыл советы территорияһындағы элемтә узелына телеграфист итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ул Һөләймән, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Һабанаҡ ауылдарын хеҙмәтләндерә, радиобәйләнеште яйға һала.
Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә тағы ла ике бала донъяға килә: ҡыҙҙары Дилә һәм улдары Рөстәм. 1970 йылда ғаилә башлығы Бәләбәй киноучилищеһында уҡый. Ҡайтыу менән уны район киноселтәре директоры Рәфҡәт Мансуров штатҡа ремонтлаусы мастер итеп ала. Берәй ауылда киноаппаратура ватылһа, Рафаэль Яхъя улы унда барып, киноаппаратураны ремонтлай. Һуңынан үҙенең тыуған ауылы Һабанаҡта эш булып китә һәм киномеханик итеп күсерелә.
34 йыл Рафаэль Яхъя улы Һабанаҡ һәм Салйоғот ауылдары халҡына кинофильмдар күрһәтә. Ошо ваҡыт эсендә иҫтә ҡалырлыҡ бихисап ваҡиғалар була.
Уҙған быуаттың 70-90 йылдарында киноға йөрөүҙең ниндәй ваҡиғаға әйләнеүен өлкән быуын апай-ағайҙар яҡшы хәтерләй. Киномеханик улар өсөн тылсым эйәһе кеүек: бына ул киномеханиктың төп эш урыны булған кинобудкаға инә, аппаратты ҡабыҙа, һәм залдағы тамашасылар бөтөнләй икенсе донъяға – уйын-көлкө, бейеү, драмалар иленә килеп инә.
Ауылдаштары өсөн нәҡ шундай тылсым эйәһе була Рафаэль Ниғмәтуллин. Йәштәр уның кинобудкаға индереүен үтенә, малайҙар киноаппаратура менән идара итергә өйрәнергә теләй. Бына бит ул хыялыңдағы һөнәр: яңы фильмдарҙы рәхәтләнеп ҡара, өҫтәүенә бушлай! Рафаэль ағайҙың улы ла үҫмер сағынан уҡ атаһының эшен үҙ итә: ауылдар буйлап йөрөй, киноаппаратура менән идара итергә өйрәнә, яҡшы ярҙамсыға әйләнә.
Үҙ эшенә киномеханик яуап-лы ҡарай, бар күңелен һала, тап-ҡырлыҡ күрһәтә.
– Кино беҙгә ҡалаларҙа һәм ҙур ауылдарҙа күрһәтелгәндән һуң ғына килеп етә ине, – тип һөйләй элекке киномеханик. – Ауыл халҡы бигерәк тә һинд фильмдарын көтөп ала. Ләмәҙтамаҡ ауыл советына фильм бер генә көнгә бирелә ине. Әмәлен табырға тура килде: һабанаҡтар өсөн сеансты һуңғараҡ ҡуйып, үҙем күрше Ләмәҙтамаҡ ауылына барам. Тәүге серияһы тамамланыу менән, унда һөйләшеп, фильмды үҙебеҙгә алып ҡайтам. Уны аппаратҡа ҡороп, өйрәнсек малайҙарҙың береһен яуаплы итеп ҡалдырам, һәм тамашасылар беренсе серияны ҡарағансы, икенсеһен алырға китәм. Бына шулай итеп бер фильмды ике ауылда бер көндә күрһәтә инек.
Халыҡтың килеме кәмеп, улар һирәк киноға йөрөй башлаған ваҡыттар ҙа була. Рафаэль Яхъя улы был хәлдән дә сығыу юлын таба: тауыҡ йомортҡаларына һәм таҙа шешәләргә алмашҡа билет бирә. Уларҙы һуңынан магазинға тапшыра. Бына шулай Һабанаҡта ла, Сал-йоғотта ла халыҡтың киноға йөрөүе өҙөлмәй.
Ни бары 66 йәшендә генә ул хаҡлы ялға сыға. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеме бар, фотоһүрәте райондың “Почет таҡтаһы”на индерелә.
Ҡатыны Миндиямал Өмөтбай ҡыҙы 20 йылдан ашыу һатыусы булып эшләй, мәктәп ашханаһында уҡыусылар өсөн тәмле төшкө аштар әҙерләй. Бына инде 50 йылдан ашыу уларҙың татыу ғаиләһе бер-береһенә һөйөү һәм ихтирам һаҡлап йәшәй. Ғаилә башлығының юбилейында Рафаэль Ниғмәтуллинды ярат-ҡан һәм хөрмәт иткән балалары, ейәндәре, бүләләре, туғандары һәм күршеләре ҙур бер ғаилә булып табын артына йыйыла. 80 йәш уның өсөн ни бары һан ғына, ә бына “Тормош” тигән фильм уның өсөн дауам итә.
Һабанаҡ ауылынан ғәзиз кешебеҙ – ҡәҙерле әтейебеҙ РАФАЭЛЬ ЯХЪЯ улы НИҒМӘТУЛЛИНды 80 йәше тулыу уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме – алдағы йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейәндәреңдең, туғандарыңдың шәфҡәтлелеген, мәрхәмәтлелеген, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, хәләл ефетең Миндиямал Өмөтбай ҡыҙы менән хәйерле, тыныс ҡартлыҡта ғүмер ит!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға!
Ихлас теләктәр менән ҡатының, ҡыҙҙарың, улың, кейәүҙәрең килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәләрең.