Мәҡәләбеҙ геройҙарын бер осраҡ таныштыра, уның тураһында улар әле лә яҡшы хәтерләй. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, нисектер бер Борғатъя клубына киске уйындарға килгән йәш кенә Нәҡип күмәк ҡыҙҙар араһынан бәләкәй генә буйлы, тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәсле тыйнаҡ Мәр-йәмде күреп ҡала. Ошо була ла инде тәү күреүҙән ғашиҡ булыу. Бейеү артынан бейеү, бына шулай башлана уларҙың мөхәббәт тарихы. 1970 йылда Нәҡип һәм Мәрйәм татыу ныҡлы ғаилә ҡороп, Борғатъя ауылында йәшәп китә.
Нәҡип Мөхәмәтнур улы һәм Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы күп балалы ғаиләләрҙә тыуғандар. Ғаилә башлығы – Әләгәҙҙән, ә хужабикә – Борғатъяның үҙенән.
Вәлиевтарҙың ғаилә тормошо хеҙмәттә үҙ мәшәҡәттәре менән һәүетемсә генә алға бара. Нәҡип ағай – алыҫ рейстар водителе, ә педагогик белемле Мәрйәм апай Борғатъя мәктәбе мөдире була. Артабан ғаилә район үҙәгенә күсеп килә. 1975 йылдан алып 60 йәшенә тиклем Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы “Коммунист” район гәзите (хәҙер “Мәсетле тормошо”) редакцияһында корректор, тәржемәсе, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
Нәҡип Мөхәмәтнур улы һуңғы 15 йылда, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, “тиҙ ярҙам” водителе була.
Ирле-ҡатынлы Вәлиевтар бына тигән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, уларҙың һәр ҡайһыһына юғары белем бирә. Ике ҡыҙҙары юрист һөнәрен һайлай, берәүһе – педагог. Бөгөн Нәҡип ағай менән Мәрйәм апай алты ейән-ейәнсәргә, өс бүлә-бүләсәргә хәстәрлекле олатай-өләсәй.
Хаҡлы ялдағы Нәҡип Мөхәмәтнур улының яратҡан шөғөлө бар – ул ҙур теләк менән балыҡҡа йөрөй, Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы ла һис тик ултырмай: тегенә, бәйләй, шиғырҙар яҙа, етмәһә, уның тауышы бик матур.
– Элек беҙ эш көндәрен ижади эшмәкәрлек менән бергә алып барҙыҡ, – тип иҫенә төшөрә ул. – Мин гәзит редакцияһы ҡарамағындағы “Аҡ ҡайын” ансамбле солисы булдым, ә ирем, музыкаль белеме булмаһа ла, гармунда уйнай ине. Күңелле йәшәнек, сәхнәлә күп сығыш яһаныҡ.
Ижади уңыштары өсөн Мәрйәм Фәррәх ҡыҙына “Баш-ҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелгән. Шулай уҡ ул – хеҙмәт ветераны.
– Илле йыл – бик күп тә кеүек, ләкин ул бик тиҙ үтеп китте, – ти Мәрйәм Фәррәх ҡыҙы. – Шулай ҙа хәтерҙә тормоштоң бары тик бәхетле, яҡты мәлдәре генә һаҡлана. Донъя мәшәҡәттәрен, ауырлыҡтарҙы, проблемаларҙы беҙ гел бергә хәл иттек. Татыу йәшәү, тыңлай белеү, сабырлыҡ, мөхәббәт, һүҙгә килешмәү һәм балалар өсөн үрнәк булыу – бына беҙҙең бергә оҙон ғүмер кисереүебеҙҙең төп сере.