Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Февраль 2020, 17:00

Һөнәренә тоғро ҡалды

1-се Оло Ыҡтамаҡ мәктәбенең башланғыс кластарында тырышлыҡтары, киң даирәлә фекер йөрөтөүҙәре һәм эшлекле сифаттары һәм иң мөһиме, эштәрен яратып башҡарыуҙары, уға яуаплы ҡарауҙары менән хөрмәт яулаған тәжрибәле уҡытыусылар күп. Уларҙың береһе – Рәйсә Мирсаяф ҡыҙы Мөхәрәмова.

Ҡасандыр уҡытыусы һөнәрен һайлап, ул ғүмер буйы ошо эшенә тоғро ҡал- ған – бына инде 35 йыл балаларға белем биреү менән бер рәттән йөрәк йылыһын да бүләк итә.
Башланғыс кластарҙа белем биргән педагогтың эше ҡатмарлы һәм яуап-лы. Ул әүҙемлек, күңел йомартлығы, эшһөйәрлек кеүек педагог өсөн иң мөһим сифаттарға эйә булырға тейеш. Был ҡатында уларҙың барыһы ла бар. Ул талапсан да, шул уҡ ваҡытта ихлас та була белә. Үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиә биреү – уның тормош мәғәнәһе.
Беҙ, коллегаларығыҙ, Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең йылы мөнәсәбәтенә ҡойоноп йәшәгеҙ. Юбилейығыҙ менән Һеҙҙе, хөрмәтле Рәйсә Мирсаяф ҡыҙы!