Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Февраль 2020, 13:00

Ярты быуат бер көн кеүек

Яңыраҡ Тайыш ауылынан Мөнировтар ғаилә юбилейын билдәләне. Ярты быуат бер-береһенә тоғро булып, мөхәббәттә һәм татыулыҡта оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ир менән ҡатын тураһында ауылдаштары Зәлифә Ғәлимова яҙып ебәргән.

“Ғаилә, әйтерһең дә, диңгеҙҙәге бер карап. Ошо карапты алып барған ир менән ҡатындың уйҙары, маҡсаттары, ынтылыштары һәм йәшәүгә дәрт-теләктәре бер булғанда ғына, ул ел-дауылға бирешмәй алға елә. Марс Саҙрый улы менән Зөһрә Йәғәфәр ҡыҙы бәхетле ғаилә тормошоноң серҙәрен белә. Ә ғаиләнең тарихы 50 йыл элек башлана.
Марс Саҙрый улы Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан. 1941 йылда тыуған. Һуғыш ваҡыты, аслыҡ-яланғаслыҡ, юҡлыҡ заманы, ауылда – хәйерселек, сөнки бар үҫтерелгән ашлыҡ – фронт өсөн. Өҫтәүенә уға 12 йәш булғанда әсәһе лә үлеп китеп, ғаиләлә 4 бала үкһеҙ етем ҡала. Уҡыу тураһында һүҙ ҙә булмай, бар ҡайғы – тамаҡ туйҙырыу.
Тамаҡ ялғарлыҡ булыр тип улар ауыл көтөүенә яллана, һуңынан колхоз һарыҡтарын көтөргә сыға. Тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ татып, Марс иртә йәштән ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеп, сынығып үҫә.
Бик һәләтле, тиҙ отоп алыусан, эшһөйәр малайҙы Исмәғил бабай үҙе менән эшкә алып китергә була: “Улым, күпме асҡа интегеп, тишек салбар, ялбыр көпө кейеп йәшәмәк кәрәк. Минең улым Ырымбур яҡтарында эшләй. Унда икмәккә туйырһың. Мин комбайнда эшләрмен, ә һин миңә ярҙамсы булырһың…”
Тик белем етмәү сәбәпле, уны комбайнға алмайҙар, шулай итеп тағы мал көтөргә тура килә. Шулай ҙа егет көндән-көн техникаға нығыраҡ тартыла. Бәхетенә, ошо ваҡытта һигеҙ үҫмерҙе йыйып тракторсы һөнәренә уҡытырға ебәрәләр, улар араһында Марс та була.
Уҡып бөткәс, 3 йыл Ырымбур өлкәһенең Семипалатинский ҡалаһында армияла хеҙмәт итә. Унда иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Армиянан ҡайтҡас, Тайыш ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килә, бында ул буласаҡ ҡатыны – клуб мөдире булып эшләүсе Зөһрә Йәғәфәр ҡыҙын осрата.
Зөһрә Тайыш ауылында 1950 йылда Бибисара һәм Йәғәфәр Сөләймәновтар-ҙың күп балалы ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Тайыш һигеҙ йыллыҡ һәм Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәрен тамамлағас ауылда, 1967 йылдан “Комсомол” колхозы фермаһында һауынсы булып эш башлай. Һәләтле ҡыҙҙы клуб мөдире итеп ҡуялар. Тап ана шул ваҡытта осрашалар ҙа инде ике йәш йөрәк. Йәштәр бер күреүҙә бер-береһенә ғашиҡ булып, сәстәрен-сәскә бәйләй.
Торлаҡ мәсьәләһе уларҙы төрлө тарафтарға эш эҙләп сығып китергә мәжбүр итә. Ир менән ҡатын бер нисә йыл Силәбе өлкәһенең Нязепетровский районында эшләй. Һуңыраҡ Ҡаҙағстандың Турғай өлкәһенә күсеп китәләр, унда Зөһрә – икмәк бешереүсе, Марс иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлаша. Улар 32 йыл бергә йәшәп, 7 балаға ғүмер бирә.
1998 йылда Марс Саҙрый улы менән Зөһрә Йәғәфәр ҡыҙы Тайыш ауылына күсеп ҡайта. Хаҡлы ялға сыҡҡансы улар колхозда ашнаҡсы һәм төрлө эштәр башҡарыусы булып хеҙмәт итә.
Бөгөн уларҙың балалары үҙ ғаиләләре менән йәшәй. Бәхетле олатай һәм өләсәй 16 ейән-ейәнсәренең, ике бүләләренең һәр ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
– Ярты быуат ғүмер бер көн кеүек кенә үтеп китте. Тормоштоң төрлө яғын күрҙек, аслығы ла ситләп үтмәне, яланғас та булдыҡ. Йәшәр урын булмау теңкәгә тейҙе. Әммә ғүмеребеҙ гел эштә үткәнгәме, һис тә үкенерлек булманы, – ти улар.
Марс Мөнировтың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ә ҡатыны Зөһрә – аш-һыуға көйлө, бына тигән хужабикә. Был татыу, абруйлы ғаилә – күптәр өсөн, айырыуса йәштәргә өлгө. Уларҙың: “Бала тәрбиәләгәндә хеҙмәткә өҫтөнлөк биреп, икең дә бер талап ҡуйып тәрбиәләгеҙ, хеҙмәттән йәм табып йәшәгеҙ, шул ваҡытта ҡартлығығыҙ бәхетле һәм тыныс булыр”, – тигән кәңәше хәҙерге быуын өсөн бик тә актуаль яңғырай. Ошо икәүҙең ярҙамсыллығы, изгелеге, ғәҙеллеге, тырышлығына, тоғро һәм ныҡлы мөнәсәбәттәренә һоҡланмау мөмкин түгел”.