Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Февраль 2020, 12:00

Ярҙамсынан бригадирға тиклем

Оло Аҡа ауылында ғүмер кисергән әсәй һәм өләсәйебеҙ Нажиә Вәлиева – хеҙмәт ветераны. Ҡәҙерле кешебеҙҙең тормош һәм хеҙмәт юлы ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Беҙ, балалары һәм ейәндәре, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Әсәйебеҙ Әләгәҙ ауылында тыуған. Бала сағы ауыр ваҡытҡа тура килә: Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары алты йәш була.
Заманалар ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт белемгә ынтыла. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозға эшкә төшә. 1956 йылда Бәләбәй профтехучилищеһына киномеханикка уҡырға инә. Хеҙмәт юлын район киноселтәрендә башлай. Киномеханик вазифаһында Бурансы, Туҡбай, Яуыш, Мишәр, Аҙан-ғол, Тайыш, Әбдрәхим һәм Айып ауылдарындағы киноҡоролмаларҙы хеҙмәтләндерә. Кинотаҫмалар менән бабиналарҙы юлһыҙ ерҙән, ямғыр тимәй, ҡар тимәй, аттарҙа йөрөтә. Ауылдарҙа электр булмағанлыҡтан киносеанстар алдынан генераторҙы эшләтеп ебәрәләр. Ул йылдарҙа телевизорҙар әле юҡ, шунлыҡтан халыҡ киноларға ҙур теләк менән йөрөй.
Артабан ул Салйоғот – Һабанаҡ – Ләмәҙтамаҡ – Һөләймән маршруты буйынса ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Бына ошонда осрата ла инде яҙмышын, Оло Аҡа ауылынан моторист булып эшләгән Ратмир Миңләхмәтовты. Кино уларҙы осраштыра һәм ныҡлы ғаиләгә берләштерә.
Кейәүгә сыҡҡандан һуң әсәйебеҙ киномеханик ярҙамсыһы, Оло Аҡа ауылында өлкән киномеханик булып эшләй. Яңы клубта заманса аппаратура урынлаштырғас, ул квалификацияһын күтәреү буйынса уҡыу үтә һәм дүртенсе разрядҡа эйә була. 1973 йылда район профсоюз киноҡоролмалары ярышында икенсе урын ала. Һуңғы ун йылда, хаҡлы ялға сыҡҡансы, Оло Аҡа киноселтәре бригадиры булып хеҙмәт итә. Был профессияла ул 33 йыл эшләй.
Намыҫлы хеҙмәте һәм кино өлкәһендә хеҙмәтләндереүгә шәхси өлөш индергән өсөн “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә” юбилей миҙалы, район етәкселеге һәм киноселтәр дирекцияһының рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Атай-әсәйебеҙ барлыҡ шатлыҡтарҙы һәм ауырлыҡтарҙы уртаҡ итеп, бына 62 йыл инде мөхәббәттә һәм татыулыҡта йәшәй. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өс ҡыҙҙары ғаиләләре менән Себер тарафтарында йәшәй, ара алыҫлығына ҡарамаҫтан, уларҙы йыш ҡайтып күрергә тырыша. Үкенескә күрә, ике йыл элек улдары мәңгелек йортҡа күсте.
Хәҙер атай-әсәйебеҙ йылы һүҙҙәре һәм аҡыллы кәңәштәре менән туғыҙ ейәндәрен һәм ун өс бүләләрен тәрбиәләргә ярҙам итә. Улар әле лә ҙур булмаған хужалыҡ тота, йәштәрҙән ҡалышмай емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Ә йәйен инде өй алдындағы баҡсалары гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Әсәйебеҙ шулай уҡ ҡул эштәренә, ашһыуға бик оҫта.
10 февралдә һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙгә 85 йәш тула. Беҙ уны ныҡ яратабыҙ һәм ҡәҙерләйбеҙ, сөнки сабырлыҡҡа, эшһөйәрлеккә һәм сыҙамлылыҡҡа тап унан өйрәндек! Һин беҙҙең тормошта иң төп һәм кәрәкле кеше. Ҡәҙерлебеҙ, һәр ваҡыт эргәбеҙҙә булғаның, йылы һүҙҙәрең һәм аҡыллы кәңәштәрең менән ярҙам иткәнең өсөн рәхмәт һиңә!