Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҙур ғаиләлә тыуған. Атаһы Бәғҙән Баһауетдин улы ғүмеренең күп өлөшөн ауыл хужалығы идаралығында ер төҙөлөшө белгесе, ә әсәһе Факиһа Әхйәм ҡыҙы социаль тәьминәт бүлегендә хисапсы булып эшләгән.
Тальвик Бәғҙән улы Стәрлетамаҡ физкультура техникумын, ә һуңыраҡ ситтән тороп Силәбе педагогия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1967 йылда Балаҡатай промысла-геофизика экспедицияһында техник-оператор булып башлай. 1-се (1971 йылдан) һәм 2-се (1992 йылдан) Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәптәрендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1997 йылда – физкультура һәм спорт буйынса район комитеты рәйесе. 2006 йылдан алып 10 йылдан ашыу район хакимиәтендә хеҙмәт итә.
Уның эшмәкәрлеге тәрән ихтирамға лайыҡ. Ул – мәғариф отличнигы, “Хәрби батырлыҡ” (1970 й.), БАССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (1980 й.), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордены (1986 й.), “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы” юбилей миҙалы менән бүләкләнгән, уҡытыусы-методист (1990 й.) тигән исеме бар.
Ҡатыны Флүрә Сәйфи ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер уларҙың 12 ейәне бар.
Тальвик Бәғҙән улы ғүмеренең күп өлөшөн районда физкультура һәм спортты үҫтереүгә арнаған. Ул спортсыларҙың бер нисә быуынын тәрбиәләгән. Тәрбиәләнеүселәре уны рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә төшөрә. Балаларына һәм ейәндәренә лә ул спортҡа ҡарата һөйөүен тапшырҙы.
Юбилейы алдында торғанда ҡәҙерле кешебеҙгә ысын күңелдән ғәҙәттә булмағанса ныҡлы көс һәм яҡшы һаулыҡ, йәшәлгән йылдарын ғорурлыҡ һәм йылмайыу менән иҫкә алыуын, ғүмереңдең бәхетле, тыныс һәм уңышлы булыуын теләйбеҙ. Күңелеңдә шатлыҡ булһын, яҡындарыңдың һөйөүен һәм күңел йылыһын тойоп йәшә.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Матур атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың.
Сәстәрең аҡ, тик йөрәгең
Мәңге йәш булып ҡалһын.
Ҡартлыҡ килһә килһен, әйҙә,
Тик ҡайғы ҡартайтмаһын!
Иң яҡшы теләктәр менән ҡатыны, балалары, ейәндәре, туғандары.
* * *
Район Советы һәм хакимиәте халыҡ мәғарифы отличнигы Тальвик Бәғҙән улы Камаловты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлай. Эшкә һәм балаларға битараф булмағанығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ, районда физкультураны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ һәм йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Профессионаллегегеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн янып-көйгән ныҡлы ҡарашлы кешеләрҙә генә була торған тәжрибәгеҙ, тәрән аҡылығыҙ һәм үҙ эшегеҙгә мөкиббән китеп бирелгәнлегегеҙ, принципиаллегегеҙ һәм кешеләр менән эшләй белеүегеҙ Һеҙгә абруй һәм танылыу килтерҙе. Ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйбеҙ! Ғаиләгеҙҙә күңел йылыһы һәм йәм хакимлыҡ итһен, яҡындарығыҙ Һеҙҙе һөйөүе һәм хәстәрлеге менән һөйөндөрһөн!