Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Декабрь 2019, 17:00

Лайыҡлы хеҙмәт юлы

Ысын педагог әңгәмәсене үҙенә йәлеп итә белә, һәр ваҡыт ярҙамға килергә һәм йылы һүҙҙәр әйтергә әҙер. Лилиә Нуртдинова тап шундай-ҙарҙан. 14 декабрҙә ул 60 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк.

Лилиә Миңләхмәт ҡыҙы Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында тыуған, ләкин Мәсетле районы уның өсөн ысын мәғәнәһендә тыуған яғына әйләнгән. Бында ул ире менән бергә 2006 йылда килә. Радион Радик улы менән улар Башҡорт дәүләт педагогия институтының “Рәсем, һыҙым һәм хеҙмәт” факультетында уҡығанда уҡ танышалар. Бергәләп бына тигән ике ҡыҙ үҫтерәләр. улар ҙа ата-әсәләре һымаҡ сәнғәт һәм ижад донъяһына юл алған һәм ҡәҙерлеләренә олатай-өләсәй булыу бәхете бүләк иткән.
Лилиә Нуртдинованың хеҙмәт стажы 40 йыл тәшкил итә. шуларҙың 13 йылын ул районыбыҙҙың Балалар сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт уҡытыусыһы булып эшләй. Эшләү дәүерендә үҙен квалификациялы белгес, аралашыусан кеше һәм һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп күрһәткән. Коллективында профком рәйесе вазифаһын алып бара.
Лилиә Миңләхмәт ҡыҙы республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә үҙе лә, уҡыусылары менән дә ҡатнаша, призлы урындар алалар. Уның өс сығарылыш уҡыусыһы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлаған.
Быйыл ул “Башҡортостандың ярат-ҡан рәссамдары” конкурсында ҡатнаш-ҡан. Республика Мәҙәниәт министрлығынан һәм Уҡытыу-методик үҙәгенән Рәхмәт хаты, шулай уҡ бихисап почет грамоталары, дипломдар һәм хаттар менән бүләкләнгән. “Педагог-рәссамдар союзы”ның пленар практикаһында әүҙем ҡатнаша. Өс персональ күргәҙмә ойошторған, йыл һайын асыҡ саралар уҙғара. Ул ижади, оҫта ҡуллы кеше, йәне-тәне менән үҙ эшенә бирелгән. һынлы сәнғәттән тыш тула баҫыу менән мауыға. Ә иң мөһиме, ул һоҡланғыс ҡунаҡсыл хужабикә, яратыусы ҡатын, хәстәрлекле әсә һәм өләсәй. уның өйөндә һәр ваҡыт йылы һәм йәмле, бында һәр ваҡыт ҡунаҡтарға ишек асыҡ.